Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Апрель 2019, 12:08

Тикшереү артыҡ булмай

Оҙаҡламай, тупраҡ кипкәс һәм йылынғас, ялан батырҙары баҫыуға сығасаҡ. Улар ерҙең талапсан булыуын яҡшы аңлай. Тимәк, тулыһынса әҙер булырға кәрәк.

Ошо көндәрҙә райондың АПК бүлеге белгестәре ауыл хужалығы предприятиеларының сәсеү кампанияһына әҙерлеген тикшерҙе. Комиссия техника әҙерлеген, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар һәм шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителеүҙе тикшерә. Беренсе көндө биш хужалыҡ - «Правда» агрофирмаһы», «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәттәре, «Ҡабыҡҡыуыш», «Күндерәк», Матросов исемендәге хужалыҡтар имтихан бирҙе.

«Правда» агрофирмаһы» йәмғиәте тулыһынса әҙерлек күрһәтте. Яҙҙы һәйбәт ҡаршылар өсөн бында алдан уҡ әҙерләнгәндәр. Оҙаҡламай баҫыуға сығасаҡ тракторҙар һәм агрегаттар һәйбәт техник торошта. Хужалыҡтың машина-трактор паркы шаҡтай ҙур. Ауыл хужалығы предприятиеһы балансында ун МТБ, берәр берәмек ДТ-75, К-701, ХТЗ, Т-4 тракторы иҫәпләнә. Сәсеү ваҡытында унда эшләйәсәк механизаторҙар медицина тикшереүе үткән, махсус курстарҙа белемен арттырған. Улар ҙа тулыһынса сәсеү эштәренә әҙер тип әйтергә мөмкин. Билдәләп үтергә кәрәк, әлеге хужалыҡта кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ - барлыҡ трактор ҙа механизаторҙарға беркетелгән. Дизель майы ла етерлек күләмдә - 600 литр. Дизель яғыулығы йыйыу буйынса эштәр дауам итә. Тағылма агрегаттар (сәскестәр, тырмалар, культиваторҙар) әҙерлек һыҙығында тора. Тағылмаларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағандар, уларҙы тәртипкә килтергәндәр. Бер һүҙ менән әйткәндә, комиссия ауыл хужалығы техникаһын һәйбәт әҙерләүҙәрен билдәләне.

Эш эш менән, ә туҡланыу ваҡытында булырға тейеш, тип йыш ҡына шаяртырға ярата ер хеҙмәтсәндәре. Ялан батырҙарын ҡайнар туҡланыу менән тәьмин итеү өсөн ошо көндәрҙә ашхана эшләй башлаясаҡ.

Яҙын «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәте игенселәренә 2900 гектар майҙанда сәсеү эштәре үткәрергә тура киләсәк, шуларҙан ашлыҡ баҫыуы 2000 га тәшкил итә. Көҙҙән үк кәрәкле күләмдә орлоҡ һалынған, күптән түгел хужалыҡтың орлоҡ фонды көнбағыштың гибрид сорты менән тулыланған. Булған сәсеү материалы ике склад бинаһына урынлаштырылған. Беҙ килгән ваҡытта электрсы Фәнил Мөштәриев уларҙы ағыулау өсөн агрегатты көйләү менән мәшғүл ине. Оҙаҡламай барлыҡ орлоҡ пестицидтар менән мотлаҡ эшкәртеләсәк.

Склад мөдире Әхсән Баһауетдинов әйтеүенсә, Илнур Ибраһимов һәм Азамат Әхмәтовтар орлоҡто ағыулау менән шөғөлләнәсәк. Уларҙың медицина рөхсәте бар, махсус кейем һәм һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгәндәр, шулай уҡ инструктаж үткәрелгән.

Икенсе көнөнә хужалыҡ 156 тонна минераль ашлама һатып алған.

***

Кисә комиссия тағы ла биш ауыл хужалығы предприятиеһы әҙерлеген баһалаған. Бөгөн улар Буҙат зонаһына үҙ эшен дауам итә.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: