Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Апрель 2019, 12:08

Игенселәр старт һыҙығында

Сәсеү эштәре ваҡытында нимәгә иғтибар итергә, ниндәй культураларға өҫтөнлөк бирергә, ошо һәм башҡа бик күп нимә тураһында уҙған йома көндө район агрономия конференцияһы барышында һөйләштеләр.

Уны асып, район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм АПК мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Фәрит Исмәғилев мөһим кампания - яҙғы-баҫыу эштәре алдында торған төп бурыстарҙы әйтеп ишеттерҙе. Ул еңел булмаясаҡ, шуға ҡарамаҫтан, баҫыу эштәрен сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡытта үткәреү өсөн район аграрийҙары ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәк.

Сәсеү майҙандарына килгәндә, унда уҙған йыл менән сағыштырғанда, әллә ни үҙгәреш юҡ. Яҙғы сәсеү 40 мең гектарҙан ашыу майҙанға планлаштырыла. Уҙған йылда бик күп булмаһа ла, етен (50 гектарға) һәм горчица (200 гектарға) сәсеүлектәре арттырылған. 2000 гектарға көнбағыш сәселгән. Ленин исемендәге хужалыҡ шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереүҙән баш тартмаған берҙән-бер хужалыҡ булып тора, «Заря» йәмғиәтендә һуңғы йылдарҙа ашлыҡҡа кукурузды уңышлы үҫтерәләр.

Район АПК бүлегенең баш агрономы Наил Ибраһимов конференцияла ҡатнашыусыларға яҙын ваҡытында дым ҡаплатыу һәм башҡа мөһим агротехник саралар тураһында һөйләне.

- Ауыл хужалығы культураларының уңышы 25-30 процентҡа ерҙе механик эшкәртеү ысулдары һәм сифатына бәйле булыуы билдәле. Әлеге ваҡытта дискалы, яҫы төрәнле, эрозияға ҡаршы ауыл хужалығы ҡорамалдарын һәм төрлө агрегаттарҙы аҙыраҡ ҡулланыу тупраҡ эшкәртеүҙе камиллаштырыу буйынса мөһим йүнәлеш булып тора, - тип билдәләне Наил Барый улы.

Ерҙе минималь эшкәртеү (No Till) тураһында сара ҡунағы - ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Хәлил Сафин ентекле һөйләне. Әлеге технологияның мөһим үҙенсәлектәренең береһе - ерҙе һабан менән механик рәүештә эшкәртеүҙән баш тартыу, бындай ысул ярҙамында уның уңдырышлы ҡатламы һаҡланып ҡаласаҡ.

Иҡтисад фәндәре кандидаты Камил Исмәғилев ҡатнашыусыларҙы майлы культураларҙың яңы сорттары, мал аҙығы етештереүҙең яңы технологиялары менән таныштырҙы, шулай уҡ майлы һәм мал аҙығы культуралары үҫтереүҙәге төп хаталар тураһында һөйләне. «Сибагроцентр» селекция-орлоҡсолоҡ компанияһы вәкиле Ринат Зәйнетдинов популяр сорттар һәм көнбағыш гибридтарына ентекле туҡталды.

Райондың АПК бүлегенең баш инженеры Рауил Туҡбаев ауыл хужалығы техникаларының яҙғы миҙгелгә әҙерлеге тураһында хәбәр итте.

- Ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ балансында барлығы 322 берәмек трактор иҫәпләнә, әммә сәсеү кампанияһында 286, шул иҫәптән 70 гусеницалы берәмек ҡатнашасаҡ. Баҫыу эштәрен үткәреү өсөн 630 тонна дизель яғыулығы талап ителә. Бөгөнгө көндә район хужалыҡтарында яғыулыҡ-майлау материалдары туплана. Машина-трактор паркы әҙерлеге 95% тәшкил итә.

Орлоҡҡа ҡағылышлы мәсьәлә буйынса «Россельхознадзор» Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалы бүлеге начальнигы Мөҙәрис Мөхәмәтов һөйләне.

- Дөйөм алғанда, ужым культуралары имен ҡышланы. Ҡар ҡатламының максималь ҡатламы 97 сантиметр тәшкил итте, ер 88 сантиметрға туңды. Һуңғы өс айҙа 211 мм яуым-төшөм яуған. Март айының тәүге декадаһында 42,8 мм (13 мм нормаһында), икенсе декадаһында - 40,4 мм (8 мм нормаһында) яуған. Тупраҡта дым запасы 5 апрелгә 105-133% тәшкил итә, - тине Федоровка ауылы метеостанция начальнигы Елена Киреева. Елена Леонидовна шулай уҡ киләһе ике айға һауа торошо буйынса фараздарын еткерҙе.

- Һауа торошонда әллә ни тайпылыштар көтөлмәй. Апрель айында уртаса температура 3-6 градус йылы, майҙа 14 градусҡа тиклем етәсәк, был да норма тип һанала. Яуым-төшөм менән дә шундай уҡ хәл.

Синоптиктарҙың әйткәндәре дөрөҫ булыр һәм һауа торошо аграрийҙарға оптималь срокта сәсергә ҡамасауламаҫ тип ышанғы килә.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: