Стэрлебаш шишмэлере
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Март 2019, 11:00
Йомағужа бейеклеге
Юрис Чербаев (һүрәттә) менән беҙ Ленин исемендәге хужалыҡтың Йомағужа фермаһында осраштыҡ. Төш мәле яҡынлашып килә ине.- Ҡатыным Резеда менән беҙ бында быҙауҙар ҡарайбыҙ, - тине ул. - Иртән үк тейешле эштәрҙе башҡарҙыҡ. Быҙауҙарҙың урындарын таҙартып, уларҙы ашатып эсерҙек. Әммә бына тағы килеп ҡарарға булдым. Кисен, әлбиттә, тағы киләбеҙ.Ул минең менән ихлас әңгәмәләште. - Хужалыҡтың беҙҙең ферманы һаҡлап ҡала алыуына бик шатландыҡ, - тип билдәләне Юрис. - Кешеләрҙең эше бар. Производствоның эшен туҡтатмаҫҡа кәрәк. Шунһыҙ булмай, юғиһә, бик насар буласаҡ. Хеҙмәт хаҡын бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ биреүҙәренә һөйөнәбеҙ.- Ай һайын бухгалтериянан мәғлүмәт алабыҙ, - тип өҫтәне ферма мөдире Талха Йәминов. - Унда бөтәһе лә аңлайышлы яҙылған. Фамилия, эш урыны, эшләгән көндәр һаны, күсерелгән эш хаҡы.
Талха Йәминов Ленин исемендәге хужалыҡта яҡшы механизаторҙар иҫәбендә була. Ашлыҡ һуғыуҙа юғары күрһәткестәргә ирешә. Ун йыл элек уға көтмәгәндә Йомағужа фермаһына етәкселек итергә тәҡдим итәләр. Ризалаша. Һәм шунан бирле, үҙе әйтмешләй, ошо эшкә күңел һалып эшләй.
Ошо осорҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр байтаҡ. Һауын һыйырҙар көтөүлеген тулыһынса юғары продуктлы ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар менән яңыртҡандар.
Быға башҡа эштәр ҙә ҡушыла. Бына шулай алға атлайҙар. Уҙған йылда һәр һыйырҙан (улар фермала 118) уртаса 7150 кг һөт һауып алғандар - унан алдағы йыл менән сағыштырғанда күпкә күберәк. Килешерһегеҙ, һөҙөмтә бик яҡшы.
Быйылғы ҡышҡа, ғәҙәттәгесә, ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырылған. Мал ҡараусылар Рәүеф Чербаев, Ғәзинур Байморатов, Илһам Байморатов, Рафаэль Шакировтар үҙ эштәренә намыҫлы ҡарай. Һыйырҙарҙың быҙаулауы һәйбәт срокта үткән. Йомағужаларҙың эш һөҙөмтәлелеге йәнә арта. Ике айҙа һыйырҙарҙың продуктлылығы бер мең килограмдан ашыу тәшкил итә. Ә һауынсы Эльмира Кинйәбулатованың эш күрһәткесе - 1291 кг. Әйткәндәй, бында дүрт һауынсы. Аңлауымса, бында эш яҡшы ойошторолған. Һауынсыларға, мәҫәлән, сират буйынса алты көндән һуң ял бирелә, быға улар бик ҡәнәғәт. Уларҙы был ваҡытта һауынсы Ирек Байморатов алмаштыра, һуңынан ул үҙе ял итә.
Мөдирҙән көндәлек һөҙөмтәләр менән ҡыҙыҡһынам.
- Һәр һыйырҙан тәүлеклек һауым егерме килограмға етте, - ти Талха. - Уҙған йыл менән сағыштырғанда үҫеш дауам итә.
- Беҙҙә алты айҙан ҙурыраҡ 140 баш орғасы башмаҡ аҫрала, - тип таныштыра ул артабан бындағы эш менән. - Уларҙы Фуат Юнысов менән Сабит Булатов ҡарай. - Ошо мал-тыуар ярҙамында көтөүҙе яңыртырға уйлайбыҙ һәм уларҙың байтаҡ өлөшөн хужалыҡтың Ҡуғанаҡбаш фермаһына ебәрәсәкбеҙ.
Һуңынан йәнә Юрис Чербаев һәм башҡа малсылар менән әңгәмәләшеүем иҫкә төштө. Көн һайын, һауа торошона ҡарамайынса, иртән иртүк эштәренә ашыҡҡан ошондай түҙемле, эшһөйәр, егәрле кешеләрҙең ҡулдары менән бында ауыл хужалығы йәшәй ҙә инде, тип уйлап ҡуйҙым мин. Һәм ошондай ҡулдар алтынға тиң тигән бик аныҡ, йылы әйтем дә бар.
Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде