Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Март 2019, 16:37

Үҙ эшен яратып башҡара

Күптән түгел Гөлнара Садиҡоваға тапшырылған Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһын улар Ҡуғанаҡбаш ауылында урынлашҡан өйҙәрендә күренеп торған ергә элеп ҡуйғандар. Ҡыҙҙары Лиана (1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы) һәм Аделя (урындағы мәктәптең 2 класында уҡый) быға бик шат. Ветеринар участка мөдире булып эшләгән ире Айҙар ҙа ғорурланып ҡарай. Эйе, нисек ҡыуанмайһың инде. Ниндәй ҙә награда һөйөнөслө, ә бындайы икеләтә шатлыҡлы. Ҡуғанаҡбаштарҙың да был йәһәттән уға ҡарата ихтирамы артҡандыр, моғайын.

Тормай урта мәктәбенән һуң Гөлнара ата-әсәһенә Өфө кооператив техникумына уҡырға инергә ҡарар итеүе тураһында хәбәр итә.

- Нимә тип әйтәһең, ошо эшкә күңелең ятҡас, шулай булһын, - тип хуплайҙар Вәғиз Биктимер улы һәм Мәғниә Гәрәй ҡыҙы.

Диплом алғас, ул Стәрлебаш райпоһына эшкә килә. Дүрт йыл үтеп китә. Һәм уның яҙмышында ҡырҡа үҙгәреш була. Тормошҡа сыға. Гәзит уҡыусы уның тормош иптәше кем булыуын аңлағандыр инде тип уйлайым. Ҡуғанаҡбашта бәхетле ғүмер итә башлайҙар.

2004 йылда Гөлнараны Ленин исемендәге хужалыҡҡа экономист итеп эшкә алалар. Шул ваҡытта ул Мәскәү ҡулланыусылар кооперацияһы институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлау тураһында икенсе дипломын да ала. Абруйы арта. Һигеҙ йылдан уны хужалыҡтың баш бухгалтеры итеп тәғәйенләйҙәр. Хәҙер бында коллективта иҫәпләү оҫталары алты кеше эшләй. Бик дуҫ команда.

Һуңғы тиҫтә йылда ауыл ниндәй ауыр һынауҙар кисергәнен берәүгә лә аңлатырға кәрәк түгелдер, моғайын. Быны һәр кем белә. Әммә бына Ленин исемендәге хужалыҡ - ошондай шарттарҙа тотороҡло хәлде һаҡлап ҡала алған бик аҙ хужалыҡтарҙың береһе. Был планда, йәғни дөйөм кимәл буйынса, Ленин исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре бик ныҡ айырыла. Коллектив хужалыҡта һәр йәһәттән үҙ көстәре менән эшләргә тырышалар. Бында, элекке кеүек үк, яҡынса алты мең гектар тирәһе һөрөнтө ер майҙаны бар. Ике фермала эре мал һаны ярайһы уҡ күп - 1275 баш, шул иҫәптән 390 һыйыр. Уҙған йылда яҡынса 21 мең центнер һөт һауып алғандар. Ағымдағы йылда ла йәнә үҫеш күҙәтелә.

Гөлнара Садиҡова һәм экономист Ирина Бакеева эштәрендә һәр нимәгә айырыуса иғтибар бирә. Иҫәп, отчет биреүгә етди ҡарайҙар. Иҡтисади күрһәткестәрҙе билдәләү, анализлауға (билдәле сәбәптәр буйынса быны хәҙер эшләүе ярайһы уҡ ауыр, түҙемлек, уйлап эш итеү кәрәк) - ҙур иғтибар бирелә. Уҙған йылда етештереү рентабеллеге 24%, килем - 20 миллион һум тирәһе тәшкил иткән.

Бында тормош принциптарына ныҡлы таяналар. Хеҙмәт хаҡын аҡсалата бер ниндәй тотҡарлыҡтарһыҙ түләйҙәр. Хужалыҡтың эшләүсе ағзаларына бесән һәм һалам - бушлай, ашлыҡ фуражы - льготалы хаҡ буйынса бирергә.

Йәки ошондай миҫал. Ленин исемендәге хужалыҡ - районда шәкәр сөгөлдөрөн етештереүҙән баш тартмаған берҙән-бер хужалыҡ.

- Ә нимәһенә ғәжәпләнергә, - тип аңлаталар хужалыҡтың баш бухгалтеры, экономисы һәм улар менән бергә уның етәксеһе Юрис Синәғолов. - Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, был культура беҙҙә шулай уҡ килемле.

Әммә, әйҙәгеҙ, йәнә мәҡәлә геройына ҡайтайыҡ. Уның бәхетле ғаилә тормошона күҙ һалайыҡ. Ул өйөндә һәр ваҡыт уңайлы, барыһы ла күҙҙең яуын алып торһон өсөн тырыша.

Бер һүҙ менән әйткәндә, хәстәрлекле хужабикә. Изгелекле әсәй. Бына күптән түгел ҡыҙыҡһыныусан Аделя йәнә шул Маҡтау грамотаһын алып ҡарай башлай.

-Уны әсәйеңә ни өсөн биргәндәрен беләһеңме, - тип һорай атаһы.

- Әйт әле, - ти Аделя.

- Бик һәйбәт эшләгәне, ихтирам һәм хөрмәт иткәндәре өсөн.

Айҙар Марс улы ҡыҙы башынан һыйпап:

- Үҫкәс һин дә шулай булырһың, бәлки, - тип өҫтәй.

Ә кем белә, бәлки, ысынлап та шулай булыр.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Читайте нас: