Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Март 2019, 12:47

Команда эшенең көсө

Йыл башында һәр тармаҡта, һәр хеҙмәт коллективында килемдәр һәм сығымдар иҫәпләнә, ирешелгән һөҙөмтәләр тикшерелә, бурыстар билдәләнә, етештереү алдынғылары бүләкләнә.

Бына Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре лә уҙған шаршамбы көндө кооперативта ағымдағы эштәр һәм үҙҙәренең коллектив хужалығы киләсәге тураһында һөйләшеүҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Төп мәсьәләләрҙе тикшереү урындағы үҙешмәкәр артистар күрһәткән музыкаль номерҙар һәм президиумды һайлағандан һуң башланды. Предприятие етәксеһе Ильвер Хәлитов отчет докладында тотороҡло булмаған һауа шарттары (эҫелек, яҙғы һәм йәйге осорҙа ямғыр яумауы) ауыл хужалығы культураларының уңышына насар йоғонто яһауын билдәләне. Шуға ҡарамаҫтан, бер гектарҙан 14,6 центнер иген алынған. Тулайым йыйым 18 мең 116 центнер тәшкил иткән. Бәлки, был һандар күпкә аҙыраҡ та булыр ине. Әммә, «Ашҡаҙар» хужалығы директоры Илдус Хәлитов (Мәләүез районы) биргән техника һәм һуңғы гектарға сәсеп бөткәнсе йәки йыйып алғансы ял тураһында уйламайынса иртәндән төнгә тиклем баҫыуҙа эшләгән хеҙмәтсәндәр ярҙамында һәйбәт уңыш йыйып алынған. Ҡайҙа ашлама индерелгән, шунда уңыш күберәк булған. Уларҙы ҡулланыу, билдәле булыуынса, сығымлы эш, әммә, практика күрһәтеүенсә, ул үҙен аҡлай. Миҫалда былайыраҡ күренә: минераль ашламалар ҡулланылған баҫыуҙан Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре гектарынан 20 центнер көнбағыш йыйып алған, был ниндәй ҙә ашлама индерелмәгән баҫыу менән сағыштырғанда икеләтә күберәк. Шуға күрә көҙөн бында NPK (азот, фосфор, калий) ашламаһын ҡулланып буласаҡ уңышҡа орлоҡ һалынған. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, хужалыҡта баҫыуҙарға органик ашламалар индереү буйынса әүҙем эш алып барыла.

2018 йылда 1 млн. 600 мең һум дөйөм суммаға техника һатып алынған. Хужалыҡтың машина-трактор паркы БДМ-4 агрегаты, фронталь тейәгес, КамАЗ автомашинаһы, 2107 еңел автомашинаһы, орлоҡ тейәгес менән тулыланған. Баҫыу эштәре ваҡытында «Ашҡаҙар» хужалығынан ундан ашыу берәмек техника ҡуртымға алынған, был оптималь срокта сәсергә, мал аҙығы әҙерләргә, үҫтерелгән уңышты йыйып алырға булышлыҡ иткән. Әйткәндәй, хужалыҡҡа ғәйәт ҙур ярҙам күрһәткән Илдус Тимерхан улына ҡарата был көндө бик күп йылы һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.

Үҫемлекселектә, дөйөм алғанда, эштәр һәйбәт алып барыла, әммә малсылыҡ тураһында былай әйтеп булмай. Ошо тармаҡ буйынса йомғаҡтар маҡтанырлыҡ түгел. 2017 йыл менән сағыштырғанда һөт етештереү буйынса ниндәйҙер үҫеш күҙәтелһә лә, һауым уртаса район кимәленән түбәнерәк. Хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәренә бик ныҡ тырышырға һәм быға бик күп аҡса бүлергә тура киләсәк. Әйткәндәй, һөт һатыуҙан хужалыҡ отчет йылында яҡынса 8 млн. килем алған. Уҙған йыл дауамында һөтсөлөк фермаһы территорияһында ремонт-төҙөлөш эштәре алып барылған, улар ағымдағы йылда ла дауам итәсәк. Сығышы аҙағында Ильвер Ғәлим улы ағымдағы йылға аныҡ бурыстарҙы һанап сыҡты, хеҙмәте менән хужалыҡты үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергәндәрҙең исемен атаны.

Коллектив етәксеһенең докладын хужалыҡ белгестәре А.Хәлитов, И.Рәхимов тулыландырҙы. Йыйылышта ҡатнашҡан кооператив ағзалары шулай уҡ күҙәтеү Советы рәйесе Н.Хөснөтдиновты, район АПК бүлегенең баш инженеры Р.Туҡбаевты тыңланы.

Сара аҙағында бүләкләү тантанаһы булды. Ауыл хужалығы предприятеһының лайыҡлы хеҙмәтсәндәренә хөрмәт күрһәтелеүҙе күреү бик һөйөнөслө булды. Мәҫәлән, малсы Рәнис Шиһабетдинов БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына, Марина Төхвәтуллина, Илшат Ғиләжев, Наил Шәймәрҙәнов, Йәүҙәт Савин, Александр Романов район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Бынан тыш, һәйбәт эше өсөн ҡырҡҡа яҡын кеше быҙау, ҡолондар менән премияланды һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Хужалыҡ командаһы - эшкә ҡәтғи һәм етди ҡарай. Хужалыҡ белгестәре һәм хеҙмәтсәндәре - көстәрен һәм тәжрибәһен ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ҡуллана. Аңлашыла, хаталар ҙа, етешһеҙлектәр ҙә буласаҡ. Әммә уларҙың берҙәм хеҙмәте һөҙөмтәле буласаҡ тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңышҡа ирешеү өсөн күп һәм тырышып эшләргә тура киләсәк. Әйткәндәй, Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәрен бындай практика ҡурҡытмай. «Иң мөһиме, берҙәм эшләргә, - тиҙәр улар. - Берҙәмлектә - көс!».

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: