Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Март 2019, 11:14

Уҡыу ауыр булһа ла, эштә еңел

Тап хәҙер, баҫыу эштәре башланғансы, трактор һәм машиналарҙың техник торошона иғтибар бүлеү, яғыулыҡ һатып алыу һәм орлоҡ әҙерләүҙән тыш, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең һөнәри сифаттарын камиллаштырырға, элек алынған белемде яңыртырға кәрәк.

Ошо аҙнала Стәрлебаш тармаҡ-ара колледжында механизаторҙар, бригада бригадирҙары, фермер хужалыҡтары башлыҡтары өсөн уҡыуҙар үтте (һүрәттә).

Курстарҙы район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров асты һәм сығышында киләһе миҙгелгә маҡсаттар һәм бурыстар билдәләне. Район агросәнәғәт комплексы бүлегенең баш инженеры Рауил Туҡбаев йыйылыусыларҙы яңы ауыл хужалығы машиналары менән таныштырҙы. Хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы темаһына ентекле туҡталды. Курстарҙа шулай уҡ район агросәнәғәт комплексы бүлегенең баш агрономы Наил Ибраһимов, Россельхозүҙәктең баш агрономы Мөҙәрис Мөхәмәтов, «Ишимбайская» агрохимия хеҙмәте станцияһының баш агрохимигы Даминдар Дәүләтшин сығыш яһаны. Район дауаханаһы вәкиле, участка табип-терапевы Ришат Гәрәев бәхетһеҙлек осраҡтарында беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙең төп ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрҙө.

Ике көн эсендә ауыл хужалығы культураларын үҫтереү һәм уларҙы ҡоротҡостарҙан һаҡлау технологиялары, трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын техник хеҙмәтләндереү, хеҙмәт хәүефһеҙлегенә һ.б. бәйле төп мәлдәр тикшерелде. Алған белем, булған тәжрибә аграрийҙарға бөтә ауыл хужалығы сараларын лайыҡлы үткәрергә ярҙам итер тип ышанабыҙ.
Читайте нас: