Илнур Моратов 14 йыл себерҙә эшләгәндән һуң тормошон төптән үҙгәртергә ҡарар итә. Тыуған ауылына ҡайта һәм нимә менән шөғөлләнергә, тип уйлана башлай. Һөҙөмтәлә, белгеслеге буйынса иретеп йәбештереүсе булып вахта ысулы менән эшләгән ҡустыһы Илһам менән малсылыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар. Улар ташландыҡ колхоз фермаһын ҡарап алалар. Биналарҙың береһе - тәҙрәһе һәм ишеге булмаһа ла һәйбәтерәк һаҡланған, стеналары ныҡ, ҡыйығы ла бар. Тәү сиратта, уны тәртипкә килтерәләр. Ә бына документтарҙың осона һаман да сығып етә алмайҙар - ваҡ-төйәк эше бик күп. Артабан дәүләттән алған аҡсаға 20 баш эре мал, шулай уҡ яңы трактор һатып алар. Бөгөн мал һаны 50 баш.
Фермерҙар эшен йөҙ гектар ерҙән башлайҙар. Бөртөклөләр сәсәләр. Техниканан ни бары комбайн һәм трактор ғына була. Әкренләп «тимер ат»тары күбәйә - бөгөн хужалыҡта ете берәмек техника һәм барлыҡ кәрәкле тағылмалы агрегат - сәскес, тырма, һабан, рулонлы пресс-йыйғыс бар. Сәсеү майҙаны ла артҡан һәм 266 га тәшкил итә. Әммә был ғына аҙыраҡ. Фермерҙар май культураларын үҫтереү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Көҙөн йөҙ гектарға шипкән сәскәндәр. Етен орлоғо һатып алғандар. Тағы ла бөртөклөләр, мал-тыуар өсөн мал аҙығы культуралары үҫтерергә кәрәк. Ә быларҙың барыһын да үҫтереү өсөн ике йөҙ гектар бик аҙ.
Әлегә фермала мал ҡышлатыу осоро дауам итә. Һәүкәштәрҙе ваҡытлыса һаумайҙар, быҙауҙарҙы имеҙәләр. Эргәлә генә ситлектәрҙә быҙауҙар аҫрала. Уларҙы ашатыу, ҡарап-тотоу бурыстарын Илһам үҙ өҫтөнә алған. Айнур Туҡтамышев менән бергә улар эштәрен еренә еткереп башҡара. Мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнгән. Баҫыуҙан ферма территорияһына 1500 рулон хуш еҫле бесән килтергәндәр. Малдарҙы улар, үҙҙәре әйтеүенсә, «элеккесә» - бесән, һалам, ваҡланған ашлыҡ менән ашаталар.
- Ҡышҡылыҡҡа һутлы аҙыҡ әҙерләһәк бик һәйбәт булыр ине, әммә махсус техника булмағанлыҡтан был мөмкин түгел. Шулай ҙа был турала уйлашабыҙ, - ти Моратовтар.
Фермерҙарҙың булған техникаһы көҙ көнө үк ремонтланған. Т-150 тракторын ғына бер аҙ тәртиптә килтерергә ҡалған, дөрөҫөрәге, яңы кабина ҡуйырға. Илнур Тәлғәт улы, автомәктәпте тамамлаған, үҙе техниканы һәйбәт белә. Әммә оҫта һәм тәжрибәле механизатор Юрис Рәжәпов ярҙамынан тыш ул барыһын да атҡарып сыға алмҫ ине.
Ошо ҙур булмаған команда тыуған ерендә ҙур ҡәнәғәтлек менән эшләй. Улар үҙҙәрен башҡа һөнәр эйәһе тип күҙ алдына ла килтерә алмай. Шуға күрә Моратовтар бер нимәгә ҡарамаҫтан, алға ынтылырға - баҫыу майҙандарын киңәйтергә, техниканы яңыртырға, ауылдаштары өсөн яңы эш урындары булдырырға ниәтләнгән. Ә иң мөһиме, улар киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән ҡарай, тимәк, уларҙың барыһы ла килеп сығасаҡ!
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.