Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Ғинуар 2019, 11:45

Өйҙә лә, эштә лә бергә

Ирле-ҡатынлы Фәтҡнисламовтар үҙ коллективында хөрмәтле кешеләр. «Күндерәк» хужалығының Йәлембәт фермаһында уларҙы егәрле һәм тырыш хеҙмәтсәндәр булараҡ беләләр.

Зилә Талха ҡыҙы - Һарайҫа ауылынан. Уны, бала саҡтан уҡ ауыл тормошона өйрәнгән ҡыҙҙы, бер ҡасан да ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, һәр береһен еренә еткереп башҡара ул. Һуңғы 12 йылда ул машина менән һыйыр һауыу операторы булып эшләй. Уның төркөмөндә 45 һәүкәш. Шуларҙың 30ы һауыла, ҡалғандары быҙауларға әҙерләнә. Тәүлегенә уртаса һауым 210 литр тәшкил итә.

Зилә Талха ҡыҙының тормош иптәше Әнүәр Юнир улы ошонда уҡ, фермала эшләй. Ул быҙауҙар ҡарай. Был бик яуаплы, күп көс һәм тырышлыҡ талап иткән эш. Быҙауҙар айырыуса иғтибар һәм тейешле тәрбиәгә мохтаж. Әнүәр Фәтҡнисламов быҙауҙар ваҡытында ашаһын, тамаҡтары туҡ булһын, таҙа ситлектәрҙә үҫһен өсөн тырыша.

Фермала ирле-ҡатынлы Фәтҡнисламовтарҙың һәр ҡайһыһының үҙ бурысы бар, әгәр мөмкинлек булһа, бер-береһенә ярҙамға киләләр. Фермала эштәрен тамамлағас, өйгә ҡайтырға ашығалар. Улар Өмөтбай ауылында, ғаилә башлығының атай йортонда йәшәй. Фәтҡнисламовтар өс балаға ғүмер биргән. Өлкән ҡыҙҙары Розалия Ставрополье ҡалаһында йәшәй, экономист булып эшләй. Улдары Азат - 9 класс уҡыусыһы. Көрәш менән шөғөлләнә. Әлеге спорт төрө буйынса ул күп тапҡыр район ярыштарында еңеүсе, ә уҙған йыл үҫмер Ҡазанда Бөтә Рәсәй ярыштарында икенсе призер булған. Алтынсы класс уҡыусыһы Әлфинә ата-әсәһен яҡшы билдәләр менән һөйөндөрә.

Татыу ғаиләнең хужалығы ла ҙур. Шәхси хужалыҡта бик күп мал аҫрайҙар. Йәй көндәре баҡсала үтә. Дөйөм алғанда, ирле-ҡатынлы Фәтҡнисламовтар өйҙә лә, эштә лә тырышып эшләй.Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: