Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Ғинуар 2019, 12:43

«Тимер ат»тар ышаныслы ҡулдарҙа

«Урожай» йәмғиәте директоры Илдар Ғәскәровтың кабинетында иртән-иртүк эшлекле мөхит хөкөм һөрә ине. Хужалыҡ белгестәре менән ағымдағы мәсьәләләр тураһында фекер алышалар. Ә улар аҙ түгел һәм, ғәҙәттәгесә, һәр ҡайһыһы кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә. Айырыуса, сәсеү кампанияһы яҡынлашып килгәндә һәм ауыл хужалығы тауар етештереүселәре уны тулыһынса әҙерлек менән ҡаршы алырға тейеш.

Техниканы ремонтлау малдарҙы имен ҡышлатыу, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыу, кредит килешеүҙәре рәсмиләштереү кеүек мөһим мәсьәләләр менән бер рәттә тора. Машиналарҙы һәм тракторҙарҙы эксплуатациялағанда көлөтмәгәл хәл-шарттар килеп тыумаһын өсөн, киләһе миҙгелгә ауыл хужалығы техникаһын алдан әҙерләй башлай. Бының өсөн иң ҡулай ваҡыт - ҡара көҙ һәм ҡыш. Хужалыҡтың ремонт оҫтаханаһында иҫке генә МТЗ-80 тракторы тора. Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда ул бик үк яңы түгел, әммә яҡшылап ҡарап алһаң, техника тағы ла бер нисә йыл хеҙмәт итәсәк. Трактор Илнур Ниғмәтуллинға ышанып тапшырылған. Техниканың двигателен ремонтлау талап ителә. Был бик етди эш. Бында белгесһеҙ эшләү мөмкин түгел. Ә хужалыҡта иң оҫта белгес - Анатолий Кузнецов.

- Двигателдәрҙе яҡшы белә. Уны күҙен йомған килеш тә йыйыр ине, бәлки, - ти уның тураһында коллегалары.

Йәйен А.Кузнецов үҙенең шәхси КамАЗында ашлыҡ ташыу менән мәшғүл булған. Урып-йыйыу эштәре ремонт мәле менән алмашынғас, уны моторсы итеп тәғәйенләйҙәр һәм яңылышмайҙар.

Күрше бинала ете берәмек техника әҙерлек сафына теҙелгән. Шуларҙың икеһе ошо көндәрҙә Ямғырсы ауыл биләмәһе ауылдарында юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа эшләй. Геннадий Ефремов ДТ-75 тракторында МТМ, МТФға барыу юлдарын тәртиптә тота.

Токарь Марс Фәйзуллин менән беҙ уның эш урынында, йылытыу пушкаһы эшләп торған иркен бинала таныштыҡ. Тирә-яҡта - станоктар. Минеңсә, барыһы ла бер иш.

- Быныһы - фрезерь, йәнәшәлә - быраулау, был икеһе - токарь станоктары, - тип аңлата беҙгә Марс Биктимер улы.

Токарь белгеслегенә 1984 йылда уҡый. Белгеслеге буйынса «Стәрле» колхозында эшләй, шунда уҡ бер аҙ ваҡыт механизатор була. Һуңғы йылдарҙа тракторҙа шәхси эшҡыуарҙа эшләгән, ә уҙған йыл бында урынлашҡан. Район үҙәгенән эшкә шәхси автомобилендә йөрөй.

Хужалыҡтарҙа шундай белгестәр булғанда, һәр техника ла сәғәт кеүек эшләйәсәк. «Тимер ат»тарҙы баҫыуҙа һынап ҡарарға ғына ҡала.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: