Хужалыҡта ике һөтсөлөк фермаһы эшләй. Уларҙың береһе Йәлембәт ауылы эргәһендә урынлашҡан. Кирбестән һалынған малсылыҡ корпустары уҙған быуаттың 60-сы йылдары уртаһында төҙөлгән. Эсендә йылы. Беҙ килгән мәлдә мал ҡараусылар һыйыр аҙбарында мал аҙығы таратыу менән шөғөлләнә ине. Бутағыста бесән, ашлыҡ фуражы, аҡбур, тоҙ, төпрәне бутап, мал аҙығын алдан әҙерләйҙәр. Һөҙөмтәлә, аҡһымға бай ризыҡ килеп сыға һәм уны малдар яратып ашай. Мал ҡараусылар аҙыҡты арбаға тейәп, һуңынан тарата. Һыуалған һыйырҙарҙы иҫәпләмәйенсә, бында 130 баш һауын һыйыр аҫрала. Машина менән һыйыр һауыу операторҙары Зилә Фәтҡнисламова, Рәүфә Ишҡыуатова һәйбәт етештереү күрһәткестәренә ирешә. Наташа Данилованы күптән түгел Гөлсинә Бикмөхәмәтова алмаштырған. Һыйыр аҙбары эргәһендәге тағы бер корпуста быҙауҙарҙы урынлаштырғандар. Улар әлегә 47 баш. Йәш үрсемде ҡарау өсөн ике хеҙмәтсән беркетелгән.
Күптән түгел генә 21 йәшлек Дамир Янбаев ферма мөдире итеп тәғәйенләнгән. Ул әлегә тармаҡтың барлыҡ нескәлектәренә төшөнә, йәш егет быға тиклем бында тракторсы булып эшләгән, тимәк, ниндәйҙер күҙаллауы бар, ә башҡаһына өйрәнер.
- Стәрлебашта училищены тамамланым, хеҙмәт итеп ҡайттым, өйләндем, бер йыл элек атай булдым, - тине ҡыҫҡаса үҙе тураһында яңы мөдир. Ул шулай уҡ ғаиләһе менән ҡалала урынлашырға маташыуҙарын, хатта бер ваҡыт фатир һатып алыу теләген дә һөйләне. Әммә кире уйлап, ауылға ҡайтырға ҡарар итәләр. Йәш ғаилә әлегә Йәлембәттә Дамирҙың ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Киләсәктә өй һатып алырға (ҡарап ҡуйғандар инде), хужалыҡ тоторға планлаштыралар.
- Ауылда мәктәп һәм балалар баҡсаһы бар. Спорт секциялары эшләй. Бынан тыш, бейеү түңәрәге лә әүҙем эшләй, унда ҡасандыр үҙем дә шөғөлләндем.
Йәштәрҙең ошолай фекер йөрөтөүе, ә иң мөһиме, тыуған ерендә йәшәү теләге булыуы һөйөндөрә. Ошондай кешеләрҙе Дато Кардава етәкләгән хужалыҡ етәкселеге күреп, уларҙы эш, һөйбәт хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеүе, торлаҡ менән ярҙамлашыуы икеләтә ҡыуаныслы.
Беҙҙең маршруттың киләһе объекты Һарайҫа һөтсөлөк фермаһы булды. Бында һауын һыйырҙар ике аҙбарҙа аҫрала. Уларҙың береһе бер йыл элек төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән. Беҙ киске һауын алдынан килеп еттек. Һауынсыларҙы сәй артында тап иттек. Бынан һуң, улар берҙәм эшкә тотондо. Бында райондың алдынғы хеҙмәтсәндәр исемлегендә торған машина менән һыйыр һауыу операторҙары: Рәсимә Дәүләтбаева, Ирина Алтынбаева, Эльвира Хәйбуллиналар эшләйҙәр. Айнара Дасаева, Альбина Бүләкова, Эльза Хужина, Юлиә Хәйбуллиналар ҙа хеҙмәттәштәренән ҡалышмаҫҡа тырыша. Уларҙың һәр ҡайһыһының эш тәжрибәһе һәм стажы байтаҡ. Көҙҙән алып Лида Исламова фермаға мөдирлек итә, ул техник-ҡасырыусы ла, фуражсы ла. Хатта һауынсыларҙы ла күрше ауылдан йөрөтә. Бының өсөн Лида Мансаф ҡыҙын хужалыҡ 14-се моделле Lada автомашинаһы менән тәьмин иткән. «Ауыл ере өсөн - иң яҡшыһы, - тип иҫәпләй ул. - Иң мөһиме берәү ҙә һуңламай, ә эштән һуң ваҡытында өйгә ҡайта». Ошо ғинуар көндәрендә фермала һыйырҙар быҙаулауын дауам итә. Ике аҙнала 22, декабрь айында - 40 быҙау алынған, тимәк, эш тә артҡан. Әммә яңы мәшәҡәттәр ферма хеҙмәтсәндәрен ҡурҡытмай, улар эштәрен һөйөнөп кенә башҡара.
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.