Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ғинуар 2019, 12:57

Баҫыуҙарҙа һиллек, оҫтаханаларҙа эш ҡайнай

Ошо көндәрҙә беҙ уларҙың береһендә булдыҡ. Матросов исемендәге хужалыҡтың Хәлекәй бригадаһында техниканы ремонтлау уҙған йылдың аҙағында башланған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында ике тракторҙы тәртипкә килтереп өлгөргәндәр. ДТ-75 тракторының двигателен, МТЗының - руль идараһы һәм башҡа узелдарын капиталь ремонтлағандар.

Эштәрҙе, нигеҙҙә, үҙ көстәре менән башҡаралар: һәр механизатор үҙенә беркетелгән тракторҙы ремонтлай. Ремонт заводына бик етди ватылған деталдәрҙе генә ебәрәләр.

- Әлеге ваҡытта оҫтаханала үҙҙәренең «тимер аттарын» Нәзим Әсфәндийәров һәм Фәнзил Махиянов (һүрәттә) йүнәтә, уларға Ильяс Ғәлиев ярҙам итә. Ярайһы уҡ етди ремонт кәрәк ине. Бер тракторҙың ҡоро картерын, муфтаһын алмаштырҙылар, ике аралағы терәкте ремонтланылар. Икенсеһенең йөрөү өлөшөнә һәм артҡы күперенә ремонт талап ителде, - тип һөйләй гараж мөдире Илдус Байгилдин.

Илдус Нурфәйез улы менән беҙ ремонтлау оҫтаханаһы буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Унда һәр ерҙә эш мөхите - һәр кем үҙ эше менән мәшғүл ине. Механизаторҙарға йыш ҡына Зөфәр Әминовҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килә - ул иретеп йәбештереүсе лә, токарь ҙа. Эшләү йылдарында ул ошо һөнәрҙәрҙең барлыҡ серҙәренә төшөнгән: ниндәй ҙә әйберҙе үткерләй, иретеп йәбештереүҙе оҫта һәм сифатлы башҡара.

Хәлекәйҙәргә тағы ла ике техниканы ремонтларға тура киләсәк. Тағылмалы агрегаттарға килгәндә, ике культиватор тулыһынса әҙер. Тағы береһенең лапыларын алмаштырыу талап ителә. Тағылмалы сапҡысты тәртипкә килтергәнлдәр.

Хужалыҡтың баш инженеры Илдус Кинйәбулатов билдәләүенсә, запас частар менән проблемалар юҡ - уларҙы ҡайҙа һәм күпме кәрәк табырға мөмкин. Әммә йыш ҡына сифатһыҙ запас частар һәм комплектлаусы деталдәр осрай, улар ваҡытһыҙ ватылыуҙарҙың сәбәбе булып тора.

- Ҡайһы саҡ уларҙың бер нисә көндән сафтан сыҡҡаны булды, - ти инженер. - Шуға күрә, һатып алғанда үтә иғтибарлы булырға кәрәк. Хаҡтар ҙа аптырата: бер үк төрлө деталде 119 һумға ла табырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта икенсе һатыусыларҙа ул ни бары 19 һум тороуы ихтимал. Өҫтәүенә, икеһенең дә сифаты бер үк.

Был хужалыҡтың хеҙмәт коллективы март айында бөтә кәрәкле техниканы һәм уларға тағылмаларҙы ремонтлап, яҙғы-баҫыу эштәренә әҙер булыр өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләүе һөйөндөрә.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.



Читайте нас: