Ҡыҙыл мөйөштә ярайһы уҡ уңайлы. Йомшаҡ диван, креслолар, өҫтәл һәм ултырғыстар, былар ниндәйҙер өйҙәге кеүек уңайлылыҡ булдыра. Ә тәҙрә эргәһендә матур биҙәлгән урман ҡупшыҡайы тора.
- Унһыҙ бер нисек тә булмай! Көн дә Яңы йыл түгел бит, - минең әңгәмәсем, ферма мөдире Рим Рәхимов улар декабрь аҙағында традицияға ярашлы, йыл йомғаҡтары яһауҙарын, алдынғы хеҙмәтсәндәрҙе билдәләүҙәрен, Ҡыш бабайҙан бүләктәр алыуҙарын һөйләне. Йылды уңышлы тамамлағандар һәм, Рим Ринат улы фекеренсә, малсылар ошондай сараға тулыһынса лайыҡ.
Фермала 170 баш һауын һыйыры иҫәпләнә. Һыйырҙарҙы машина менән һыйыр һауыу операторҙары: Гөлсирә Хужина, Альбина Хужина, Йәнбикә Фәрхшатова, Ирина Казанцева һауа. Мал ҡараусылар икәү генә - Рәсүл Вәлиев һәм Айрат Усманов. Рафаэль Латипов менән Рәдис Хужин йәш малдарҙы ҡарай.
- Ваҡытында фермала ун ике мал ҡараусы, һигеҙ һауынсы эшләй торғайны. Хәҙер уларҙың һаны бер нисә тапҡырға кәмене. Бының сәбәбе - эш процесын механикалаштырыу. Һөт үткәргес бар, был һауынсыларҙың хеҙмәтен күпкә еңеләйтә, ә малдарҙы ашатыу мал аҙығы таратҡыс ярҙамында башҡарыла. Бының өсөн күптән түгел аҙыҡ бутағыс һатып алдыҡ. Уның бункерына тейәгес ярҙамында бесән, һалам, сенаж, силос һәм ҡатнаш аҙыҡ һалына, артабан ул ваҡлана һәм бутала. Был процесс Илфир Хәкимов менән Әмир Иҙекәйевҡа (һүрәттә) ышанып тапшырылған.
Тағы бер мәлде билдәләп үтергә кәрәк. Уҙған йылда хужалыҡта быҙау үҫтереүҙең яңы технологияһын ҡулланалар, ул һәйбәт артым алырға булышлыҡ итә һәм малдарҙың юғары һаҡланышын тәьмин итә. Һәр быҙау тәүге көндән алып билдәле йәшкә тиклем махсус ситлектә аҫрала, улар әлегә 26. Әммә планда уларҙы арттырыу күҙ уңында тотола. Бының өсөн урын бар, кәрәкле төҙөлөш материалдарын килтерә башлағандар ҙа инде.
Быҙауҙар рационында һәр ваҡыт грануллы ҡатнаш аҙыҡ, һыу, һөт. Быларҙың барыһы ла һауынсыларҙың хәстәрлеге һәм иғтибары менән берлектә (сөнки тәүге ваҡытта быҙауҙарҙы улар ҡарай) һәйбәт һөҙөмтә бирә.
«Нур» агрофирмаһы» йәмғиәтенең һөт һауыу буйынса ла күрһәткестәре һәйбәт. Көнөнә һәр һыйырҙан уртаса 10,7 кг һөт һауалар. Продукция Мәләүез һөт-консерва комбинатына ебәрелә. Был хужалыҡҡа финанс тотороҡлоҡ тәьмин итә, һәм, үҙ сиратында, хеҙмәтсәндәргә эш хаҡын ваҡытында бирергә, башҡа финанс мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә.
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.