Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Декабрь 2018, 11:32

Алтын көҙҙә алтын юбилей

Август айы башында:- Һинең юбилейың алтын баҫыу мәленә тура килә икән, - ти уға шаяртып ауылдаштарының береһе.- Улай уҡ аштырма әле, - тип ихлас яуап бирә Айрат Шәрифулла улы (һүрәттә).- Ә уйлап ҡараһаң, шаяртыу түгел. Башаҡлы баҫыу төҫө, әһәмиәтлелеге менән дә, ысынлап та, алтынға оҡшаш. - Киләсәктә эшкә бәйле пландарың ниндәй? - тип ҡыҙыҡһына шунда механизатор Миңләхтәм Минияров. - Тормош күрһәтер, - тип яуап бирә Ғиниәтуллин. - Бер аҙна элек 60 йәшем тулды бит. Ә әлегә ураҡты тиҙерәк тамамларға, киләһе йылға орлоҡ әҙерләргә кәрәк. - Әйҙә, бергә эшләйек әле, - тине күңелле генә икенсе механизатор Зөлфәт Вәлиәхмәтов.

1981 йылдың йәйендә Буҙат ауылы егете Ғиниәтуллин Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлағандан һуң, тыуған Стәрлебаш районына ҡайта. Матросов исемендәге колхозға йүнәлтмә ала. Район партия комитетына колхоз рәйесе Мансаф Шәйәхмәтов үҙе килә.

- Һиңә бик шатбыҙ, - ти ул юлда. - Һиңә әйткәндәрҙер инде, беҙҙә баш агроном урыны буш түгел. Бер нисә йыл ошо вазифала Наил Хөснөтдинов уңышлы эшләй. Ә һин агроном - орлоҡсо булырһың.

- Ярай, - тип яуап бирә Айрат.

- Торлаҡ бирербеҙ, - тип дауам итә рәйес. - Ә бөгөнгә барыһы менән дә танышып сыҡ, иртәгә машина бирербеҙ, Буҙаттан нимә кәрәк шуны алып килерһең.

Наил бик яҡшы иптәш булып сыға. Эш барышында хеҙмәттәшенә агрономия һәм башҡа эштәр тураһында ентекле аңлата бара. Шулай башланып китә уның хеҙмәт эшмәкәрлеге.

Бер нисә айҙан Айрат рәйес менән һүҙ башлай.

- Миңә отпуск кәрәк, - ти ул.

- Ниндәйҙер ашығыс эш килеп сыҡтымы? - тип ҡыҙыҡһына Шәйәхмәтов.

- Эйе, минең туйым булырға тейеш...

- Бына нисек икән. Кәләшеңде лә бында алып кил.

- Әлбиттә, башҡаса мөмкин түгел.

Айраттың кәләше Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылы һылыуы Ҡарлуғас була. Институтта бер курста уҡыйҙар.

Әмирҙә Ҡарлуғас өсөн белгеслеге буйынса булмаһа ла, эш табыла.

Матросов исемендәге колхозда агротехник саралар ваҡытында, юғары сифат менән башҡарыла. Бик яҡшы орлоҡ әҙерләйҙәр, шул иҫәптән сорттарҙы яңыртыу менән әүҙем шөғөлләнәләр. Ауыл хужалығы культураларының уңышы буйынса хужалыҡ районда иң яҡшылар рәтендә була.

1990 йылдың апрель айы башында бында Крупская исемендәге колхоз рәйесе Марат Ғәлиев килә. Хеҙмәттәше Самат Баһауетдинов менән осрашҡанда:

- Яҡташыбыҙҙың ғаиләһен һеҙҙән алып китәбеҙ, - ти Марат Хәмит улы. - Беҙҙә баш агроном урыны бушаны. Бына Айратты шунда ҡуябыҙ.

- Аңлайым һеҙҙе, - тип яуап бирә Самат Сәләм улы. - Ул һәр яҡлап яҡшы белгес, быға күптән инандыҡ. Уға тыуған ауылында шундай уҡ һөҙөмтәле эш теләргә ҡала.

Яҙ үҙ хоҡуҡтарына инә. Баҫыуҙар ҡарҙан әрселә. Сәсеү эштәре осоро яҡынлаша. Айрат шунда уҡ мәшәҡәтле әҙерлек эштәренә сума. Сәсеү майҙаны структураһын анализлай. Ашығыс рәүештә элиталы яҙғы бойҙай орлоғон алып ҡайталар. Агроном механизаторҙар менән ихлас аралаша.

Һәм бына ошо хужалыҡта уның тәүге сәсеү эштәре. Яҙ оҙаҡҡа һуҙыла, әммә шуға ҡарамаҫтан, сәсеү эштәре тиҙ башҡарыла. Һуңғы гектарҙа бөртөклөләр сәскән механизатор Рафаэль Хәбибрахманов агрономға:

- Шытымдар һәйбәт булыр тип ышанабыҙ, - ти.

Шулай була ла. Игенселәрҙең тырыш эшенең һөҙөмтәләре күренә.

Артабан пар ерҙәренә органик ашлама индереү, сәсеүлектәрҙе ҡарау менән мәшғүл булалар. Бөртөклөләрҙән дә, мал аҙығы культураларынан да һәйбәт уңыш алалар.

Дөйөм алғанда, һуңынан да бында эштәр көйлө бара. Әммә башҡаһы тураһында ла әйтергә кәрәк. Илдә барған аңлашылмаған реформалар, һис шикһеҙ, Буҙат крәҫтиәндәренә лә ҙур йоғонто яһай һәм яҡшы яҡҡа түгел. Ҡасандыр ҙур булған хужалыҡ күҙгә күренеп бәләкәсәйә. Уның исеме үҙгәрә, етәкселәр килә лә китә. Ә агроном? Ҡасандыр туғанлашып бөткән баҫыуҙарына тоғро ҡала ул. Ә Ҡарлуғас байтаҡ йылдар урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына мөдирлек итә. Ғаилә тормошонан икеһе лә уңа. 24 йыл элек атай нигеҙендә матур йорт һалып сығалар. Балалары - улы һәм ҡыҙы - юғары белем ала. Өфөлә эшләйҙәр.

Ағымдағы йылда хужалыҡ етәксеһе Зәбир Бәҙретдинов һәм Айрат Ғиниәтуллиндың баҫыу эштәре һөҙөмтәле үтһен өсөн ойоштороу мәшәҡәттәре бихисап була. Урып-йыйыу эштәрен һәйбәт срокта тамамлайҙар. Орлоҡтар һәйбәт таҙартылып, киптерелә. Һәйбәт шарттарҙа һаҡлана.

Ноябрь айында Ауыл хеҙмәтсәндәре слетында А.Ғиниәтуллин район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Киләһе йылда агрономдың тыуған көнө алтын баҫыуҙа үтерме?

- Йәшәйек әле - күҙ күрер, - тип йылмая Айрат Шәрифулла улы.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: