Баҡый һөтсөлөк фермаһы территорияһына инеү еңел түгел - унда һәр кемде индермәйҙәр - шундай ҡағиҙә. Әммә беҙ редакциянан икәнде белгәс, ҡарауылсы индерҙе - беренсе малсылыҡ корпусына тиклем 100 метр бит, кәм түгел. Ферма мөдире Валентина Бәширова «500 ферма» программаһы буйынса төҙөлгән яңы бинала ҙур булмаған кабинетында беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. «Ҡышлатыу нисек бара?» тигән һорауға, барыһы ла үҙ яйы менән, тыныс бара тип яуап бирҙе ул. Валентина Михайловна хужалыҡта тиҫтәләгән йылдар эшләһә лә, фермаға яҙҙан алып ҡына мөдирлек итә. Тимәк, уға фермала эш яҡшы таныш, әммә хәҙер яуаплылыҡ күберәк.
Ете мал ҡараусы малдарҙы ашатыу менән мәшғүл. Шуларҙың береһе - Шакир Яппаров. Ғүмер буйына шофер булып эшләй, уға Совет заманында, етештереү алдынғыһы булараҡ, хатта «Москвич» бүләк иткәндәр! Мал ҡараусы булып хаҡлы ялға сыҡҡас урынлаша. Тыйнаҡ, егәрле кеше. Гер спорты менән шөғөлләнә, Һабантуйҙарҙа еңеү яулай. Һәм бөгөн дә, гер күтәрә, хатта йәш спортсыларҙан да ҡалышмай тип әйтергә мөмкин!
Башҡа ферма хеҙмәткәрҙәренә килгәндә, уларҙың барыһы ла тәжрибәле хеҙмәтсәндәр. Машина менән һыйыр һауыу операторҙары Любовь Финагеева, Әлфиә Абсатарова, Рәсимә Баһауетдинова, Наталья Гараева, Светлана Прозорова, Илһөйәр Рәхимова, Светлана Триханова, Елена Хәмитрәхимовалар үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡара.
Һауым йәйге ваҡыттағы кеүек үк кимәлдә. Тулайым һауым тәүлегенә 4400 центнер тәшкил итә. Һөт сифатлы, уны Бәләбәй һөт комбинаты һатып ала һәм иҫ киткес тәмле сыр яһай.
- Мал аҙығына айырыуса иғтибар бирәбеҙ, - тип ҡышлатыу барышы менән таныштырыуын дауам итте В.Бәширова. - Улар етерлек әҙерләнә, бесән дә, сенаж да, силос та бар. Быҙауҙар һәйбәт шарттарҙа сәләмәт һәм ныҡ булып үҫә. Быҙау ҡараусылар Әлфинур Вәлишина һәм Лилиә Мөштәриевалар тәүлегенә 800 грамдан ашыу юғары артым ала.
Беҙ әңгәмәләшкәнсе тауыштар һәм көлөүҙәр ишетелде - һауынсылар киске һауынға килде. Уларҙың барыһын бергә фотоға төшөрөргә ҡарар иттек, Валентина Михайловна кемделер айырым билдәләмәне:
- Уларҙың барыһы ла яҡшы хеҙмәтсәндәр, тәүге әтәс тауышы менән тороп, фермаға эшкә ашығалар, кисен ҡараңғы төшкәс кенә ҡайталар. Һәр кем бындай график менән эшләй алмаҫ ине.
Был көндө фермала хужалыҡтың зоотехнигы Хәбир Фәтҡуллин менән осрашырға тура килде. Малсылыҡ тармағында ул 1981 йылдан эшләй. Уның бурыстарына малдарҙы ашатыу һәм аҫрауға контроллек итеү, шулай уҡ ҡайһы бер көнкүреш проблемаларын хәл итеү инә.
Ҡышҡы миҙгелгә баҡыйҙар тейешле әҙерләнгән. Иң мөһиме, малдарға ашатырға аҙыҡ етерлек, ферма территорияһында әҙерләнгән мал аҙығын күреп быға шәхсән инандыҡ. Ә бына биналарҙа таҙа булһа ла, бер аҙ дымлы. Бының сәбәбе - дөрөҫ булмаған вентиляция, уны көйләргә кәрәк. Ҡалғанында барыһы ла тәртип.
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.