Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Ноябрь 2018, 12:56

Яңы еңеүҙәр һәм уңыштар һеҙгә!

Бөгөн районда ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре слеты үтә. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, ағымдағы йылдың 10 айына эш йомғаҡтары яһала, районыбыҙҙың агросәнәғәт комплексы һәм башҡа халыҡ хужалығы тармаҡтарында алдынғы хеҙмәткәрҙәргә хөрмәт күрһәтелә.Гәзит уҡыусылар иғтибарына район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровтың сәләмләү һүҙен тәҡдим итәбеҙ.

Хөрмәтле ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре слетында ҡатнашыусылар!

Һеҙҙе, хеҙмәт коллективтарының иң яҡшы вәкилдәрен, ошо тантаналы сарала ихлас һәм ысын күңелдән сәләмләйем.

Алдынғы ауыл хеҙмәтсәндәре слеты - барлыҡ халыҡ өсөн байрам, етештереү, хеҙмәт коллективтары алдынғыларына хөрмәт күрһәтеү көнө ул. Был райондың иҡтисади һәм интеллектуаль потенциалын булдырған һәм булдырыусы идаралыҡтың барлыҡ бүлектәре һәм хеҙмәт коллективтарының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә, хеҙмәт батырлыҡтары өсөн хеҙмәт ветерандарына, инициатив һәм ныҡышмалы хеҙмәттәренә киләсәгебеҙ бәйле булған йәш быуынға хөрмәт күрһәтеү һәм рәхмәт белдереү.

Бөгөнгө байрамды райондың агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылай. Ауыл хужалығының дөйөм тулайым продукцияһы 1 млрд. 671 миллион 383 мең һум тәшкил итте. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, алдынғы технологиялар буйынса техник культураларҙы эшкәртеүгә ҙур иғтибар бирелә. Юғары уңыш алыу һәм ашлыҡты тулайым һуҡтырыу буйынса ауыл эшсәндәре тарафынан ғәйәт ҙур эш башҡарыла. Гектарынан 16 центнер уртаса уңыш менән 600 мең тоннанан ашыу ашлыҡ алынды. Барлыҡ хужалыҡтарҙа буласаҡ уңыш өсөн һәйбәт нигеҙ булдырылған. Ужым культуралары 12,3 мең гектарға сәселгән. Йәмәғәт малсылығы өсөн етерлек мал аҙығы, шартлы бер баш малға - 38,6 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Беҙ машина паркын яңыртыу һәм яҡшыртыу менән ентекле шөғөлләнәбеҙ. Һуңғы биш йылда 354 берәмек яңы техника: комбайндар, мал аҙығы етештереү техникаһы, үҙйөрөшлө сапҡыстар һәм башҡа ауыл хужалығы ҡорамалдары һатып алынды.

Ағымдағы йылдың 1 ноябренә эре мал һаны 22600 баш тәшкил итә. Барлыҡ хужалыҡтарҙа һәр һыйырҙан һауым - 3757 кг.

Кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡарамаған ойошмалар буйынса барлыҡ иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса ойошмалар әйләнеше, ағымдағы йылдың туғыҙ айында 605 миллион һум тәшкил итте. Фермер хужалыҡтар һәм эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә. Шәхси торлаҡтар төҙөлә. Әммә алда бик күп яуаплы бурыстар көтә. Бөгөн, элеккегә ҡарағанда ла, һөҙөмтәле эшләү өсөн хеҙмәт һәм технологик дисциплиналарҙы арттырыу, барлыҡ кимәл кадрҙарға ижади ҡараш талап ителә.

Эш ыраһын һәм һөҙөмтә килтерһен өсөн сәләмәтлек, ғаиләләрҙә именлек, билдәле алым һәм киләһе көнгә ышаныс кәрәк. Был мәсьәләләрҙең барыһы ла социаль өлкәгә ҡарай. Бында ла ҡаҙаныштар аҙ түгел. Беҙҙең спортсылар, үҙешмәкәр артистар, уҡыусылар, педагогтар төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Хөрмәтле ауыл хеҙмәтсәндәре һәм хеҙмәт ветерандары! Тыуған райондың именлеге хаҡына хеҙмәтегеҙ, һөнәри бурысығыҙға, иң яҡшы хеҙмәт традицияларына тоғро булғанығыҙ өсөн ихлас күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхет, изгелек һәм уңыштар теләйбеҙ. Кәйефтәрегеҙ һәр ваҡыт яҡшы булһын, яңы хеҙмәт еңеүҙәре, ҡаҙаныштар һеҙгә!

Ф.З.ТУҠТАРОВ, Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы.




Читайте нас: