- Техника яңы түгел, элек ҡулланыуҙа булған, тип әйтергә була. Уны быйыл йәй һатып алдыҡ. Бер аҙ модернизацияларға тура килде, ә дөйөм алғанда, зарланырға урын юҡ, - тине фермер ҡәнәғәт йөҙ менән кабинанан төшөп.
Василий Евгеньевич техниканы һәйбәт белә. Ул - инженер ҙа, механик та. Ваҡытында ветеринар һөнәренә уҡып, тыуған «Ашҡаҙар» колхозында бер нисә йыл белгеслеге буйынса эшләп өлгөрә. Әммә ваҡыт үтеү менән колхоз тарҡала. Һәм ул фермерлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Шул ваҡытта Тюмин ҡуртымға 17 гектар ер ала (тағы ла 33 гектар пай ере өҫтәлә) һәм бөртөклө культуралар үҫтерә башлай. Уның тормошонда бына шулай итеп үҙгәрештәр башлана.
- Бөгөнгө көндә мин 480 гектар ер эшкәртәм. Көнбағыш, арпа, бойҙай сәсәбеҙ. Бөртөклөләрҙе ваҡытында йыйып алдыҡ. Һауа торошона бәйле көнбағышты урып-йыйыу бер аҙ тотҡарланды, әммә ул бик күп түгел, - ти әңгәмәсем.
Фермерға бер үҙенә генә барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыу ауырға төшә, әлбиттә. Тәү сиратта, уға ғаиләһе ярҙам итә. Хужалыҡта ауылдаштары һәм күрше ауылдарҙан йөрөп эшләйҙәр. Василий Евгеньевич уларҙы айырыуса йылылыҡ менән телгә ала:
- Мәҫәлән, Рамаҙан Тулебергеновты алайыҡ. Бик шәп механизатор! Һәр эште лә намыҫлы башҡара. Улым Александр - иң беренсе ярҙамсым. Ҡалала электрсы белгеслеге буйынса белем ала. Бәләкәй саҡтан уҡ ул минең менән бергә, күп нимәгә өйрәнде. Уға трактор беркетелгән, әммә ниндәй ҙә техника менән идара итә белә.
Саша атаһының эшен дауам итерме, юҡмы, ваҡыт күрһәтер, ә әлегә ул ҡала предприятиеларының береһендә практика үтә.
Үҫемлекселектән тыш, Василий Тюмин малсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Элекке сусҡа һарайының ике корпусын һатып алған (ҡасандыр унда мөдирлек итә), бер нисә баш мал аҫрауға ҡуйған. Бөгөн фермерлыҡ хужалығында мал һаны 130 баш тирәһе иҫәпләнә. Мал өсөн аҙыҡ етерлек әҙерләнгән. Биналар ремонтланған. Әхсәт Тимербаев менән Фәнзил Асҡаровтар сиратлап көндөҙгө ваҡытта малды ауыл эргәһендәге яланға сығарып көтә. Беҙ килгән көндө Фәнзил Мәжит улының сираты ине. Танышабыҙ.
- Мин был ауылдан түгел, ә күрше Түбәнге Аллағыуат ауылында йәшәйем. Икенсе йыл бында эшләйем, - ти яңы танышыбыҙ.
Эшкә ул атында килә.
- Бында туранан килһәң алты, ә урау юлдан - 10 километр. Көтөү көткәндә атта түгел, ә күберәк йәйәү йөрөргә тырышам. Һаулыҡ өсөн файҙалы, - ти Фәнзил Асҡаров (аҫтағы һүрәттә).
Тәүге һыуыҡтар төшөү арҡаһында ла йәйәү йөрөргә һәм хатта бер аҙ йүгереп алырға ла тура килә.
Әммә эшһөйәрлеге һәм үҙ эшен алып бара белеүе арҡаһында фермер Василий Тюмин ҡышҡылыҡҡа тулыһынса әҙер. Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.