Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Октябрь 2018, 11:07

Хеҙмәт шарттары яҡшыра

Сәғәт киске дүртте күрһәтә. Тағы ярты сәғәттән «Центральная» МТСы ҡарамағында булған Ҡарағош һөтсөлөк фермаһында киске һауым башлана. Мал ҡараусылар һәүкәштәргә силос тарата. Һауынсылар ашыҡмай ғына эш урындарына килә.

Мал ҡараусылар дүртәү - Юность Йомадилов, Инзур Фәйзуллин, Рәнис Туҡтаров һәм Арсен Туҡтаров. Уларҙың береһе эргәһендә 10 йәштәр тирәһендәге малай йөрөй. Ҡулына көрәк тотоп, арбанан ҡойолоп ҡалған силосты малдарға алып һала.

- Ярҙамсы үҫеп килә, - тинем мин.

- Һинең исеменең нисек?

- Ильяс, - тине ул эшенән айырылмай.

Был Инзур Фәйзуллиндың улы. Уның каникулы икән, малай атаһына һәм әсәһенә ярҙам итер өсөн Ҡабыҡҡыуыштан атаһы менән килә. Ильястың әсәһе һауынсы, - тине ветеринар табип Мәғәҙән Ҡасимов. Малсылар ял итергә туҡтағас, мин, форсаттан файҙаланып, уларҙан хәлдәрен һораштым.

Асыҡланыуынса, ҡайһы берҙәре Себерҙә вахта ысулы менән эшләп өлгөрһә лә, барыһы ла шаҡтай ҙур эш тәжрибәһенә эйә.

- Унда ла әҙерләп ҡуймағандар. Төрлөсә түләйҙәр. Әгәр тыуған яғыбыҙҙа яҡшы эш хаҡы түләһәләр ирҙәр балаларын, ҡатындарын ҡалдырып әллә ҡайҙы эшкә китмәҫ ине, - тине улар.

- Элек бында ла яҡшы эш хаҡы түләйҙәр ине, әммә һуңғы ваҡытта тотҡарлай башланылар, ә түләүҙәр ай һайын килеп тора бит, - тип дауам итте ир-егеттәр. - Махсус эш кейеме бирмәй башланылар. Мал аҙығы ташыған ат һәм егеү кәрәк-ярағы ла үҙебеҙҙеке.

Юҡ, улар зарланманы, хатта ситтән ярҙам өмөт итмәйенсә лә күптән борсоған проблемаларын ғына әйтеп һалды.

- Эйе. Барыһы ла шулай, - тип раҫланы улар һүҙен М.Ҡасимов. - Әммә яҡшы мәлдәр ҙә бар. Мәҫәлән, һөт фермаһына һөт үткәргес урынлаштырҙылар һәм хәҙер һауынсылар һөтлө, ә быҙау һәм һыйыр аҙбарҙарына - йылы һыулы ауыр бидон ташымай. Етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләнек. Һөт блогын профнастил менән көпләнек. Быҙауҙар аҙбарын ремонтланыҡ. Малдарҙы аҙбарҙа аҫрауға күсерҙек, шулай ҙа көндөҙ уларҙы көтәбеҙ. Тиреҫ сығарыу транспортеры һатып алдыҡ. Уны һәм һөт үткәргесте Рәмил Туҡтаров хеҙмәтләндерә. Ул хаҡлы ялда, әммә етәкселек үтенесе буйынса эшләүен дауам итә.

- Һөт үткәргес ҡуйыу менән һауынсылар хеҙмәтләндергән һыйырҙар һаны 30ҙан 50гә тиклем артты, - тип дауам итә Мәғәҙән Тәлғәт улы. - Бынан тыш, ағымдағы йылда көтөүлеккә 115 баш тәүгә быҙаулаған һыйыр ҡуштыҡ, уларҙы һауынсыларға бүлеп бирҙек. Уларҙы һауып һөт төшөрөү - еңел түгел.

Һауынсыларҙың барыһы ла - Земфира Кирәева, Зәйлә Егорова, Гөлсинә Сөләймәнова, Рания Кинйәғолова, Эльвира Ғирфанова, Зәлифә Ишембәтова, Айгөл Әхмәтова һәм Лилиә Хисмәтуллина ҙур тәжрибәгә эйә һәм бурыстарын намыҫлы башҡара. Ветеринар табип берҙән-бер нимәгә - үҙҙәренең яһалма аталандырыусы юҡлығына зарланды. «Ә һеҙ быны нисек хәл итәһегеҙ» тигән һорауыма ул: «Өфө ҡалаһынан белгестәр килеп һыйырҙарҙы бер юлы яһалма ҡасыра. Һуңынан, әлбиттә, күпләп - өс көндә 20шәр быҙау тыуа. Әммә зарар юҡ, ысулын табабыҙ».

Малсылыҡ буйынса мәғлүмәт-консультация үҙәге тапшырған «Центральная» МТСына ҡараған бер нисә мәғлүмәт килтерге килә. Бында һыйырҙар һаны - 134 баш. Һәр береһенән бөгөнгө көндә 20 килограмдан ашыу һөт һауып алалар, был уҙған йылдың шул уҡ көнө менән сағыштырғанда 2 килограмға күберәк. Көнөнә Бәләбәй һөт комбинатына бер тоннанан ашыу продукция тапшыралар. Уның ҡуйылығы - 3,8%, тауарлылығы - 72%. Был күрһәткестәрҙе башҡалар менән сағыштырғанда, «Центральная» МТСы хеҙмәтсәндәре ныҡлы урталыҡта. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешеләр намыҫлы эшләй, шуға күрә етәкселеккә лә улар нужаһына һәм проблемаһына иғтибар итергә, ваҡытында эш хаҡы түләргә кәрәктер, моғайын. Сөнки хәстәрлек күреп, иғтибар иткәндә генә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Бәлки, шул ваҡытҡа Ильяс үҫеп еткәс сит яҡтарға юғары эш хаҡы эҙләп сығып китмәй, хужалыҡта эшкә ҡалыр. Шулай булһын да.Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: