Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Октябрь 2018, 12:25

Баҫыуҙарға ашлама индерелә

Матросов исемендәге хужалыҡ - районда ошо йылдар дауамында юғары уңыш алыр өсөн тупраҡҡа органик булмаған ашламалар индереү менән бер рәттән органик ашламалар ҙа индергән хужалыҡтарҙың береһе булып тора. Ябай халыҡ телендә әйткәндә элек-электән ерҙе туҡландырыу өсөн тиреҫ индерәләр.

- Әлеге эште 11 октябрҙә башланыҡ, - тип һөйләй бригадир Амур Хәлитов. - Кисә 500 тонна сығарҙыҡ, бөгөн тағы ла 700 тонна сығарырға планлаштырабыҙ. Эшкә биш техника берәмеге йәлеп ителде - өс КамАЗ һәм ике ЗИЛ. Бында тәжрибәле водителдәр - Рәмил Нуриманов, Фәнсит Хәлитов, Рәйес Сәфиуллин, Айрат Сәйфетдинов, Амур Хөснөтдиновтар эшләй. Тейәгестә - Камил Таиров менән Ринат Ғималетдинов (һүрәттә). Әлеге ваҡытта водителдәр ағымдағы йылда йәйен көнбағыш сәселгән баҫыуға органика ташый. Әлеге культура, әлбиттә, төшөмлө, әммә тупраҡтың уңдырышлылығын кәметә. Шуға күрә уны тиреҫ менән туҡландырырға кәрәк. Бер юлы ферма территорияһы ла тиреҫ өйөмдәренән бушап ҡаласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, кем әйтмешләй, яҡшы ла, файҙалы ла. Һауа торошоноң да һәйбәт булыуы һөнөслө. Ел булһа ла көндәр ҡоро тора. Тимәк, баҫыуҙарға ашлама индерелә, ә был, үҙ сиратында, культура уңышына ыңғай йоғонто яһай.

Фермалар ремонтлана


Беҙ бригадир менән әңгәмәләшкән ваҡытта, хужалыҡ етәксеһе Илвер Хәлитов килеп туҡтаны. Баҡ тиһәң, егәрле матросовтар быйыл йәйен әлеге комплекста шаҡтай ҙур эш башҡарған, был малдарҙы аҫрау, шулай уҡ һауынсылар һәм малсылар өсөн хеҙмәт шарттарын да яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Барыһы ла тәртип буйынса.

Илвер Ғәлим улы быҙауҙар аҙбарында эшләнгән ремонт тураһында айырыуса ғорурлыҡ менән һөйләне. Дәлилләү өсөн ул беҙҙе уны ҡарарға саҡырҙы. Һары материал менән көпләнгән яңы махсус ситлектәр күҙ яуын алып тора. Улар бында 64. Стеналар эзбиз менән ағартылған, иҫке тәҙрәләр яңы пластикка алмаштырылған. Быҙауҙар эсер һәм малсылар кәрәк-ярағы өсөн һыу кәрәкле температурала булһын өсөн 100 литрлы бойлер урынлаштырғандар. Ингәс тә һул яҡлап фураж һаҡлау өсөн махсус бина эшләгәндәр. Унда ла стеналар ағартылған, яңы иҙән түшәлгән.

- Быҙау аҙбарына 250 мең һум аҡса сарыф ителде, ә комплекстағы барлыҡ эштәр 1,5 млн. һумға төштө, - тип дауам итә етәксе. - Бында быҙауҙар махсус технология буйынса 72 көнгә тиклем аҫрала. Уның үҙенсәлеге - йәш мал һөт, ҡоро ҡатнашаҙыҡ, һыу менән туҡлана, ә бына рационда бесән юҡ. Әлеге ысул үҙен «Урожай» хужалығында яҡшы яҡтан күрһәткән. Беҙгә лә килешер, тип ышанам.

Ремонт эштәре менән Стәрлебаштан Инсаф Мөхәмәтғәлиев етәкселегендәге бригада шөғөлләнгән. Улар тик яҡшы һүҙҙәргә генә лайыҡ. Яуаплы, намыҫлы, үҙ эшенең оҫталары, афарин!

Шулай уҡ быҙаулатыу бүлегендә һәм һыйыр аҙбарында үҙгәрештәр бар. Бында бойлер, вакуумлы насос урынлаштырылған махсус бина, һауынсылар өсөн ял итеү бүлмәһе эшләгәндәр. Шулай уҡ ҡаҙанлыҡта, мал аҙығы складында һәм һыйыр аҙбарының санпропускник бинаһында ҡыйыҡты алмаштырғандар. 100 башҡа иҫәпләнгән быҙауҙар аҙбарының береһендә ремонт эштәре бара. Бынан тыш, матросовтар мал аҙығы таратҡыс һатып алған. Оҙаҡламай патока килтерә башлайҙар. Мал аҙығы ла етәрлек күләмдә әҙерләнгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, малсылыҡта хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу өсөн бик күп эш башҡарылған. Сөнки улар һуңғы ваҡытта, бик шәптән түгел ине. Һауым да бик түбән булған.

Бының сәбәбе, Илвер Ғәлим улы һәм Амур Хәйҙәр улы һүҙҙәре буйынса, фермала тоҡомһоҙ малдарҙың күп булыуы. Һәм хәҙер иң мөһим бурыстарҙың береһе - уны алмаштырыу. Был йүнәлештә тәүге аҙым эшләнгән дә - оҙаҡламай 50 баш тана килтереләсәк. Һыйыр ҙа һатып алырға ниәтләйҙәр, әммә, был эшкә бик күп аҡса талап ителә. Мал ҡиммәт тора, шуға ҡарамаҫтан, уларҙы алмаштырыу өсөн ваҡыт та талап ителә!

Илвер Хәлитов һүҙҙәре буйынса, хужалыҡ эштәрендә уларға яҡташтары, Мәләүез районының «Ашҡаҙар» хужалығы директоры Илдус Хәлитов ҙур ярҙам күрһәтә. Ул уға бик рәхмәтле. Һәм, әлбиттә, үҫемлекселектә һәм малсылыҡта мәшғүл булған үҙ командаһына һәм ауылдаштарына, көндәлек намыҫлы тырышлығы менән өҫтәлебеҙҙә икмәк, ит, һөт продукцияһы булһын өсөн бар көсөн һалғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерә.

Илвер Ғәлим улы хужалыҡҡа күптән түгел генә етәкселек китә. Ошо ауылда тыуып һәм үҫеп, хужалыҡҡа элекке данын ҡайтарыр, йәштәр ауылдан китмәһен, эшләгән кешеләр лайыҡлы эш хаҡы алһын өсөн бик күп көс һәм тырышлыҡ һала ул. Илвер Хәлитовтың һәм уның командаһының барыһы ла килеп сығыр тип ышанабыҙ.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.


Читайте нас: