Илшат Хәйбуллин Һарайҫа ауылынан килгән.
- Йәрминкәлә йыш ҡатнашабыҙ, - ти ул. - Районда ғына түгел, ҡала йәрминкәләренә лә барабыҙ. Бөгөн сәскә балы алып килдем.
Был көндө бал ярайһы уҡ күп ине. Өс литрлы банка бал өсөн умартасылар 1500 һумдан 1800 һумға тиклем һораны. Ауыл халҡы үҙҙәренең йорттарында үҫтергән һуған, кәбеҫтә, ҡабаҡ, томат уңышы менән сауҙа итте. Ағымдағы йылда картуф айырыуса уңған. Ул 100 һумдан 120 һумға тиклем торҙо (биҙрә күләменә ҡарап). Бер нисә сауҙа нөктәһендә һыйыр, һарыҡ ите менән сауҙа иттеләр. Бер урында килограмын 220 һумға ярайһы уҡ ҙур сазан балыҡтары тәҡдим иттеләр.
Һауыттарҙа сағыу һары төҫлө Ибрай майы ла иғтибарҙы йәлеп итте.
- Шулар өсөн генә килдем, - тине һатып алыусыларҙың береһе, пакетына ике һауыт май һалып, - улар бик тәмле.
Ашлыҡ тейәгән йөк машиналары бер рәткә теҙелгән. Райондың ауыл хужалығы предприятиелары, традицияға ярашлы, яңы уңыштан ашлыҡ тәҡдим итте, уларға хаҡ уҙған йыл кимәлендә тиерлек ҡалған: бойҙайҙың центнеры - 750-800 һум, арпа - 700 һум, һоло - 500-600 һум. Өлкән йәштәгеләргә уларҙы тоҡҡа тултырышырға ла, ә кемгә кәрәк - өйҙәренә илтеп бирергә ярҙам иттеләр.
Утын һәм бесәнде шунда уҡ һатып алып бөттөләр. Тиреҫ тә ҙур һорау менән файҙаланды.
Сауҙа үҙ яйы менән барғансы, ҡапыл бөтә майҙанға гармун һәм баян тауыштары яңғыраны - бында ҙур бер төркөм булып райондың гармунсы-баянсылары килде. Алдараҡ иғлан ителгәнсә, был көндө тағы бер сара - «Уйна, гармун» байрамы планлаштырылғайны. Яһалған сәхнәлә тотош райондан иң һәләтлеләр сығыш яһаны! Сценарий авторы һәм ошо музыкаль программаны алып барыусы Зөлфиә Ғиззетдинова уларҙы бер-бер артлы сәхнәгә саҡырып, һәр ҡайһыһы тураһында ентекле һөйләне. Ни тиклем оҫта һәм дәртле уйнаны һәм йырланы улар! Тамашасылар алдында «Көмөш моңдар» баянсы-гармунсылар ансамбле (етәксеһе Р.Ғәлиев), хәлим Латипов, Рауил Хәбибуллин, Рәфис Назаров, Рим Сәғетдинов, Йәүҙәт Мифтахов һәм башҡалар сығыш яһаны. Ә Аллағыуат ауылы гармунсылары Гөлсөм Мәүлетҡолова менән Маһира Ҡолһариналарҙың уйнағанын ишетһәгеҙ икән - һоҡланып туйғыһыҙ! Айҙарәле ауылынан Байрас Мусин был байрамда иң йәш ҡатнашыусы булды, әммә шуға ҡарамаҫтан, аккордеонда өҙҙөрөп уйнаны, был үҫмер өмөттәр бағлай. Шулай итеп, шәмбе көнө уңышлы үтте! Стәрлебаштар уны күңелле һәм файҙалы үткәрҙе - аҙыҡ-түлек тә һатып алды, күңелле ял да итте.
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.