Мортаҙа ауылынан М.Хоҙайбирҙин бик егәрле кеше, бер минут эшһеҙ ултырмай. Һәм һәр ваҡыт шулай. Билдәле булыуынса, ауыл хеҙмәтсәндәренең мәшәҡәттәре йыл әйләнәһенә етерлек. «Заря» йәмғиәтенең тәжрибәле водителдәренең береһе булараҡ Миңлегәрәй Сәләх улы иң яуаплы участкаларҙа эшләй. Яҙын сәсеүҙә, мал аҙығы әҙерләү осоронда - бесән һәм һалам, ураҡ мәлендә үҙенең КамАЗында ашлыҡ һәм көнбағыш ташыу менән мәшғүл.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында уға барлыҡ ауыл хужалығы техникаһында эшләргә тура килә. «Искра» колхозына килгәс йәш егеткә үҙбушатҡыс автомашинаһы бирәләр. Бер нисә йыл Миңлегәрәй Хоҙайбирҙин башҡа ойошмала эшләй, әммә һуңынан уны йәнә колхозға саҡыралар. Тәүҙә ДТ-54 тракторында эшләй, һуңынан тәжрибә һәм оҫталыҡ йыйып Алтайға ултыра.
Мортаҙа мәктәбендә байтаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән тормош иптәше Райхан Хәйбулла ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр һәм улар менән ихлас ғорурланалар. Марсель ошонда, ауылда төпләнә. Уның ғаиләһендә дүрт ҡыҙ үҫеп килә! Уларҙың ҙур хужалығы бар. Улдары Ирек - полиция хеҙмәткәре. Стәрлебашта йәшәй һәм эшләй. Күптән түгел уның ғаиләһендә икенсе сабыйҙары тыуған, был улар өсөн дә, өләсәһе һәм олатаһы өсөн бик шатлыҡлы ваҡиға.
Әммә, ышанаһығыҙмы, юҡмы, Миңлегәрәй Сәләх улын «олатай» тип әйтергә тел әйләнмәй. Ул - һомғол буйлы, дәртле һәм әүҙем кеше. Асыҡланыуынса, уның мауығыуҙары бихисап. Бигерәк тә балыҡ тоторға, һунар итергә ярата.
- Ҡышын, бер аҙ ваҡыт булғанда, көн буйына һунарҙа йөрөй. Саңғы менән сығып китә лә бик оҙаҡҡа юғала! Ҡайһы саҡ әрләп тә алам, әммә, икенсе яҡтан, бер нимә менән дә шөғөлләнмәй ултырғансы был яҡшыраҡ бит әле тип тынысланам, - ти Райхан Хәйбулла ҡыҙы.
Ғаилә халыҡ медицинаһы менән мауыға икән. Барлыҡ ауырыуҙарҙы үҙҙәре белгән үләндәр менән дауалайҙар.
- Энәлек йөрәк ауырыуынан, балан, ҡара миләш - ҡан баҫымынан ярҙам итә. Беҙ бер ҡасан да ғәҙәти ҡара сәй эсмәйбеҙ. Үләндәр генә! Календула, боланут (Иван-чай), йорт йондоҙҡайы (мокрица) кеүек үлән сәйҙәре бик файҙалы, - тип кәңәш бирҙеләр Хоҙайбирҙиндар.
- Һеҙҙең шундай дәртле һәм әүҙем булыуығыҙҙың сере ошо төнәтмәләрҙер, бәлки?
- Моғайын, - тип йылмайҙы әңгәмәсем. - Әммә ошоларҙың барыһына ҡушып, йәш йөрәкле булырға, үҙеңде ыңғай уй-фекерҙәргә йүнәлтергә, ә иң мөһиме - тормоштан, эшеңдән, дөйөм алғанда, нимә менән шөғөлләнәһең, шунан ҡәнәғәтлек алырға кәрәк.