Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Сентябрь 2018, 12:09

Яңы технология буйынса сәсәләр

Матросов исемендәге хужалыҡта бөртөклөләрҙе урып-йыйыу менән бер рәттән ужым культураларын сәсеү эштәре лә алып барыла. Яңы технология буйынса.

Хужалыҡ етәксеһе Ильвер Хәлитов һүҙҙәре буйынса, был эштә уларға яҡташыбыҙ, Мәләүез районының «Ашҡаҙар» хужалығы директоры Илдус Хәлитов ярҙам ҡулы һуҙған.

«Ашҡаҙар» хужалығы эшсәндәре ярҙамында, ужым бойҙайының «Московская-39» элиталы сорты матросовтарҙың 400 гектар майҙанында амперлы сәскестәр менән сәселә. Алдан уҡ был майҙанға ашлама индергәндәр, дискылау үткәргәндәр.

Сит илдән индерелгән амперлы сәскестәр комплексы бер юлы бер нисә операция яһай: тупраҡты йомшарта, сәсә, ашлама индерә (был осраҡта азот-фосфор-калий), катоклай. Сәсеү нормаһы - бер гектарға 150 кг. Сәскестәр К-700 тракторынан ҡеүәтлерәк махсус, «CLAAS» техникаһына беркетелгән. Матросов исемендәге хужалыҡ баҫыуында ошондай ике агрегат сәсеү менән мәшғүл ине.

- Бындай махсус техникала сәсеүҙең өҫтөнлөктәре бармы?

- Теүәл сәсеү нормаһы ярҙамында орлоҡ әҙерәк сарыф ителә. Элиталы орлоҡтарҙың сығышы һәйбәт, ә шытымдар бер тигеҙ була, - тип һанай ыңғай яҡтарҙы Ильвер Ғәлим улы.

Махсус техникала ашҡаҙарҙар тырышып эшләй. 30 августа башланған сәсеү эштәрен улар ике көндә тамамлаған.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: