Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Август 2018, 17:51

Игенсе эше менән данлы

Баҫыуҙарҙа иген өлгөрҙө. Ҡыҙыу ураҡ осоро дауам итә. Яланда һәр ерҙә эш ҡайнай. Таңдан ҡараңғы төшкәнсе бер туҡтауһыҙ комбайндар геүләй. Йөк машиналары улар менән йәнәшә йөрөп, иген ташый. Ошо ҡыҙыу эштә ҡатнашыусылар башҡаларға ҡарағанда ла икмәктең ҡәҙерен, уны үҫтереп, йыйып алыр өсөн күпме хеҙмәт, тырышлыҡ һәм көс талап ителеүен яҡшы белә.

Ҙур булмаған участкала ужым бойҙайын туранан-тураға урып һуғалар ине. Беҙҙе «ТОЛПАР» йәмғиәтенең баш агрономы Айрат Ғиниәтуллин оҙатып йөрөнө.

- Ашлыҡтың дымлылығы яҡынса 17 процент, иртән - яҡынса 20 процент ине, - тине ул усында башаҡтарҙы ыуып. Уға хатта дымлылыҡ үлсәгес тә кәрәкмәй - ҡулы менән тотоп ҡарап белә. Шулай булмай ни! Байтаҡ йылдар эшләгәс тәжрибә ҙур, үҙ эшен яҡшы белә!

Ужым культуралары бында 850 гектар сәсеү майҙанының дүрттән бер өлөшөн биләй. Ужым арышын урып-йыйыуҙы тамамлағандар, сиратта - ужым бойҙайы. Комбайнсылар Әхтәм Минияров, Раян Хөбөтдинов, Руслан Нафиҡов көн буйына эшләй. Йәнәшәләге икенсе баҫыуҙа ла бер комбайн геүләй ине.

- Унда һоло сабалар, - тип аңлатты агроном.

Туғыҙ метрлы урғыслы ЕС-1 комбайнына тәжрибәле механизатор Зөлфәт Вәлиәхмәтов идара итә. Ул һоло сабып, хеҙмәттәштәренә эш әҙерләй ине.

Зөлфәт Әхәт улы уҙған йылдарҙа водитель булған, артабан тракторҙа эшләгән. Быйыл ашлыҡ саба. Эшһөйәрлеге һәм тырышлығы менән ул бында ла ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй.

Был көндө комбайнға иген бушатыу өсөн КамАЗ автомашинаһы беркетелгәйне. Уның водителе Хәлил Ғәлиев - үҙ эшенең оҫтаһы. Ул ғүмер буйына техникала. Элегерәк һөт ташыу машинаһында эшләгән. Дүрт йыл элек ҙур йөк машинаһына ултырған. Көнөнә ул баҫыу һәм ырҙын табағы араһында алтынан унға тиклем рейс яһай. Ураҡ башланғандан алып һаҡлау урынына биш мең центнерҙан ашыу ашлыҡ ташыған. Х.Ғәлиев - районда ағымдағы йылда ураҡта ҡатнашҡан иң яҡшы биш водитель иҫәбендә.

Икенсе баҫыуҙа механизатор Илдус Нурғәлиев ужым арышы сәсә.

Ырҙын табағында ла эш етерлек. Радик Жакенов, Марсель Саҙриев, Айрат Шәрифйәнов, Руфат Ғәзизов ашлыҡты киптереү, таҙартыу һәм складтарға урынлаштырыу менән мәшғүл. Быларҙың барыһына ла ырҙын табағы мөдире Ирек Низаметдинов етәкселек итә.

Буҙат ауылында урынлашҡан ашханала баҫыу батырҙары өсөн тәмле аш бешерәләр. Урындағы ашнаҡсылар баҫыу хеҙмәтсәндәрен ҡайнар аш, ошонда уҡ, ашханала бешерелгән тәмле икмәк менән һыйлай. Ҡулына хуш еҫле, ҡабарып бешкән икмәкте алғанда, һәр игенсе унда үҙенең дә фиҙаҡәр хеҙмәте һалыныуынан ҙур ғорурлыҡ хисе кисерә.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: