Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Август 2018, 13:57

Уралар ҙа, сәсәләр ҙә

Бынан алдағы көндә генә яуып үткән ямғырҙан дымланған юлдан барабыҙ. Бына «Озон» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре ужым сәскән баҫыу. Халыҡта әйтелгәнсә, бер ҡулың менән ур, икенсеһе менән сәс. Быйылғы ураҡты тамамлағансы уҡ улар киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күрә. Был эшкә бер нисә кеше һәм бер сәсеү агрегаты йәлеп ителгән. Эште ваҡытында башҡарыу өсөн етерлек, тип иҫәпләй предприятие етәксеһе Сәйфулла Заһиҙуллин.

Ужым культуралары - арыш һәм бойҙай - уҙған йылдарҙан күберәк майҙан биләйәсәк. Хәҙерге ваҡытта бында арыш сәсәләр. Бер үк ваҡытта ураҡ эштәре лә бара. 400 гектарҙа яҙғы бойҙайҙы урып-йыяһы ҡалған, артабан - көнбағыш. Ул 250 гектар биләй.

- Бөртөклөләрҙең уңышы быйыл аҙыраҡ - гектарынан 15 центнер. Арпа һәм һоло айырыуса һөйөндөргән уҙған йылды хәтерләйем. Улар гектарынан 38 һәм 42шәр центнер бирҙе, - тип һөйләй Сәйфулла Ғәйнулла улы. - Уҙған йылғы уңыштың һуңғы тонналарын күптән түгел генә һатып бөттөк. Ашлыҡ һатыуҙан килгән аҡсаға яғыулыҡ алдыҡ. Яҙын гектарлы субсидия алдыҡ, хәҙер киләһе траншты көтәбеҙ.

Сәйфулла Заһиҙуллин әйтеүенсә, эшсе ҡулдар етерлек.

- Элегерәк кадрҙар менән проблемалар булды, хәҙер иһә беҙгә тирә-яҡтан эшләргә киләләр - Корнеевка, Ҡалҡаш, Стәрлебаштан егеттәр бар. Тәжрибәлеләре лә, йәштәр ҙә килә.

Эшселәрҙең күпләп килеүе аңлашыла: һәйбәт хеҙмәт шарттары булдырылған һәм хеҙмәт хаҡы ваҡытында ҡулаҡсалата түләнә. Һаламды бушлай алырға мөмкин, хеҙмәт хаҡы иҫәбенә теләгең булһа ташламалы хаҡҡа ашлыҡ та яҙҙырып алып була. Механизаторҙар ике тапҡыр ҡайнар ризыҡ менән туҡландырыла.

Техника етерлек. Күптән түгел Пермь ҡалаһынан ГАЗ-53 автомашинаһын алып ҡайтҡандар, ул шунда уҡ ашлыҡ ташыуға йәлеп ителгән. Уға ваҡытлыса етәксе үҙе ултырған.

Уңыш баҫыуҙарҙан Яңы Ҡалҡаш ауылына ташылып, таҙартыла һәм складтарға һалына. Уларҙың икеһе ырҙын табағы территорияһында, береһе - Байым ауылында.

Үҫтерелгән ашлыҡ һатыу өсөн генә түгел, пай ерҙәре өсөн дә бирелә. Пайсыларға йыл һайын, һаламдан тыш, өсәр центнер бойҙар йәки арпа бирәләр.

Ураҡта ҡатнашыусыларҙың кәйефе күтәренке, тырышып эшләп, һәйбәт эш хаҡы алыу теләге күренеп тора. Уларҙы ер эше ҡурҡытмай, бөтә нимә ҡулдарынан килә.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: