Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Август 2018, 11:46

Тырышып эшләгәндәрҙең келәте тулы

Фаил Арыҫланов (өҫтәге һүрәттә) «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәтенең алдынғы хеҙмәтсәндәренең береһе. Ул Сергеевка утарында тыуған, 1980 йылдан алып Күндерәк ауылында йәшәй. Училище тамамлап, тракторсы таныҡлығын алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген «Стәрлебаш» совхозында мал ҡараусы булып башлай. Алты йыл тирәһе фермала эшләгәндән һуң, Т-150 тракторына ултыра. Туҡһанынсы йылдар уртаһында, уға, тәжрибәле механизатор булараҡ, яңы «Колос» комбайндарының береһен ышанып тапшыралар.

- Унда мин техниканы иҫәптән төшөргәнсе, теүәл 20 урып-йыйыу кампанияһында эшләнем, - тип һөйләй минең яңы танышым. - Быйыл яҙ «Нива» штурвалы артына ултырҙым, техника яңы, ул да хужалыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тип уйлайым.

Сәсеү ваҡытында Фаил Арыҫланов тракторҙа эшләй, сәсә, һөрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, уға төрлө техниканы ышанып тапшырырға, һәр нимәлә таянырға мөмкин.

Уның коллегалары - Илдар Латипов һәм Илфир Хәкимовтарҙың да ҡулынан килмәгән эштәре юҡ. Әгәр ҡыш айҙарында фермала эшләһәләр, яҙын - сәсеүҙә әүҙем ҡатнашалар. Хәҙер бына ялан караптарында ең һыҙғанып эшләйҙәр.

Водителдәр Фаил Ғәскәров, Сәлим Илмәтов, Фәрит Ниғмәтуллин «баҫыу - ырҙын табағы» маршруты буйынса йөрөй. Ашлыҡты юғалтыуһыҙ оператив илтеү - уларҙың төп бурысы. Рәфит Мәжитов, Зөфәр Хәсәновтар ашлыҡ сабыу менән мәшғүл.

- Команда тәжрибәле, егәрле. Уңыш ышаныслы ҡулдарҙа, - ти хужалыҡтың баш агрономы Наил Мөштәриев.

Комбайнсылар артынан урып-йыйылған ашлыҡ баҫыуына механизатор Зәбир Яхин һалам пресларға сыға. Ул һәм шулай уҡ Илнур Мөхәмәтов, Фәйез Мораҙымовтар быға тиклем бесән әҙерләү менән шөғөлләнә.

Ағымдағы йылда хужалыҡта тәүге тапҡыр 100 гектар майҙанға гәрсис сәскәндәр. Әлеге еңел булмаған һауа шарттарында уртаса уңдырышлылыҡ гектарынан 5 центнер тәшкил иткән. Был культура һорау менән файҙалана. Хаҡы ла ярайһы ғына ҡулай - 1 тонна гәрсис өсөн ашлыҡ баҙарында 40 мең һум тәҡдим итәләр.

Гәрсистән тыш, баҫыуҙа шулай уҡ рапс, ҡандала үләне, ноҡот борсағы үҫтергәндәр.

Ошо көндәрҙә ужым культураларын сәсеү әүҙем алып барыла. Ужым арышын 600гә яҡын гектарға һәм бойҙайҙы 200 гектарға сәсеү планлаштырыла.

Ырҙын табағында ла эш ҡайнай, бында баҫыуҙан йыйып алынған игенде килтерәләр. Бында ашлыҡты таҙартыу һәм сорттарға бүлеү өсөн ЗАВ-10 бар. Ашлыҡты таҙартыу өсөн шулай уҡ ОВС күсмә агрегатын ҡулланалар. Ырҙын табағында Эльза Хәкимова, Гөлсирә Мортазина һәйбәт эшләүҙәре менән айырылып тора. Складтарға ужым культуралары, орлоҡҡа 30 тонна ҡандала үләне һалынған.

Андрей Захаров (аҫтағы һүрәттә) ҡоролманың эшен яҡшылап күҙәтә. Ул - ҡала егете, быйыл ҡышын Күндерәккә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан күсеп ҡайтҡан. Ҡалала автомеханикка уҡыған. Бөгөн Андрей - мөһим ураҡ эштәрендә ҡатнаша. Ул үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.

Мәҡәлә гәзиттә баҫыуға әҙерләнгәнсе, «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре гәрсисте урып-йыйыуҙы тамамлап, яҙғы бойҙайҙы йыйыуға төшкән. Уларҙың баҫыуҙарында ураҡ дауам итә. Ауыл хужалығы предприятиеһы коллективы оптималь срокта урып-йыйыу эштәрен тамамлауҙа бер ниндәй шиҡ юҡ, сөнки улар ысынлап та бик тырыш һәм егәрле!

Фаягөл ЙОСОПОВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: