Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Август 2018, 11:59

Йәй аҙағы. Сәсергә ваҡыт

Август айы райондың ауыл хужалығы предприятиелары өсөн айырыуса мәшәҡәтле. Сөнки урып-йыйыу эштәре менән бер рәттән баҫыу хеҙмәтсәндәре сәсеү эштәренә - буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалырға ла тотонған. Ужым арышын сәсеүгә төшкән Матросов исемендәге хужалыҡ - шундайҙар иҫәбендә.

Эш Әмир ауылы артындағы баҫыуҙарҙың береһендә бара ине. Быға тиклем сәсеү агрегаты Хәлекәй ауылы эргәһендәге баҫыуҙарҙа бураҙна ярған.

Үҙе артынан туҙан болоты һәм ҡара, орлоҡ һалынған эҙ ҡалдырып, трактор баҫыу буйлап йөрөй. Сәсеүҙә хужалыҡтың иң тәжрибәле механизаторҙарының береһе - Назим Әсфәндийәров. Уның тракторына сәскестәр тағылған. Орлоҡ бушатыу механикалаштырылған. Орлоҡ һалыуҙы һәм сәсеүҙе Салауат Абдрахманов ҡарап тора. Икенсе механизатор – Флүр Мортазин да мөһим эш – тупраҡты катоклау менән мәшғүл.

Назим Шамил улы ғүмере буйына ауыл хужалығында эшләй. Тап 35 йыл элек, армиянан ҡайтҡас, үҙенең хеҙмәт биографияһында беренсе сәсеү эштәрен башҡарған. Ул ваҡытта әле бик йәш егеткә ҡарабойҙай сәсеүҙе ышанып тапшырғандар. Шунан бирле механизатор һәр ваҡыт иң яуаплы участкаларҙа эшләй. Бер генә ауыл хужалығы кампанияһы ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Эшләй белә, шуға күрә уны баһалайҙар ҙа. Быйылғы сәсеүгә килгәндә, ул дүшәмбе көндө башланған. Өс көндә 100 гектар сәскәндәр.

Быйыл көҙгө культураларға 700 гектар һөрөнтө ер бүлергә ниәтләйҙәр. Шуларҙың 300 гектарына арыш, ҡалғандарына – бойҙай сәсәләр. Әйткәндәй, табышлыраҡ тип иҫәпләп, быйыл ужым бойҙайына өҫтөнлөк бирергә ҡарар иткәндәр. Хужалыҡ орлоҡ материалы менән тәьмин ителгән. Планда – юғарыраҡ репродукциялы орлоҡ һатып алырға.

Бер үк ваҡытта Матросов исемендәге хужалыҡта ураҡ та дауам итә. Игенселәр әүҙем эшләп, ужым культураларын урып-йыйыуҙы тамамлаған. Әлеге ваҡытта халыҡҡа пай ерҙәре өсөн икешәр центнер ашлыҡ бирәләр.

- Әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа һоло сабыу тулы көскә бара. Ринат Вахитов, Әхәт Басиров ЖВП-6ла уны 150 гектарҙан артығыраҡ майҙанда сапты, башҡа яҙғы культуралар әлегә өлгөрмәгән, - тине беҙгә хужалыҡ бригадиры Амур Халитов. - Бынан тыш, механизаторҙар Йәүҙәт Савин, Илнур Әсфәндийәров, Наил Шәймәрҙәновтар тарафынан ерҙәрҙе эшкәртеү бара (дискылау). Эшкәртеүҙең бындай ысулы арзаныраҡҡа төшә.

Бында табышлыраҡ юлдарҙы эҙләүҙәре аңлашыла, шулай итеп килеп тыуған ҡатмарлы хәлде яҡшыртырға тырышалар. Хужалыҡтың яңы етәксеһе Ильвер Халитов та, белгестәр ҙә, эшселәр ҙә быға көстәрен һәм ваҡыттарын ҡыҙғанмай. Уларға алдарына ҡуйған бурыстарҙы уңышлы үтәүҙәрен - ураҡ һәм сәсеү кампанияларын имен тамамлауҙарын ғына теләге килә.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

Автор фотоһы.



Читайте нас: