Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Август 2018, 11:48

Үҙәк майҙанда муллыҡ байрамы

Уҙған шәмбе көндө район үҙәгендә «Ынйы» сауҙа-сервис үҙәге алдындағы майҙанда ағымдағы йылда тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте. Унда ауыл халҡы өсөн урындағы ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, граждандар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҙ продукцияһын тәҡдим итте.

Йәй - муллыҡ осоро. Гөрләп торған йәрминкәлә һәр кем үҙе теләгән әйберҙе һатып ала алды. Бигерәктә умартасылыҡ продукцияһы күп булды. Һатыусылар хуш еҫле, татлы балдың бер сиреге өсөн 1,5-1,8 мең һум һорай ине. Теләгән кеше центнерын 700 һумдан бойҙай, 600 һумдан - һоло, бер ҡапсығын 280 һумдан арпа һатып алды. Ауыл хужалығы тауар етештереүселәре, нигеҙҙә, бөртөклө культуралар, ә фермерҙар һәм шәхси эшҡыуарҙар - көнбағыш майы, бал, йәшелсә (картуф, кишер, помидор, һарымһаҡ, һуған, аш сөгөлдөрө), шулай уҡ сейә, крыжовник, алма, һөт продукцияһы, ҡош-ҡорт ите тәҡдим итте. Стәрлебаш урмансылығы - миндек һәм штакетник һатты. Һыйыр ите бер ерҙә генә бар ине һәм уны «һә» тигәнсе һатып алып бөттөләр. Кеше бик күп булманы, кемдер тауар, икенселәре кәрәкле продукция һатып алып һөйөндө. Һәм шуны билдәләп үтергә кәрәк, көн ҡояшлы, продукция ассортименты күп булыуға, күңелле музыка уйнауына ҡарамаҫтан, йәрминкә граждандарҙың күпселек һорауы менән ойошторолһа ла, улар бик әүҙем булды тип әйтеп булмай.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: