Районда тәжрибәле механизатор, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы» почетлы исеменән эйә булған Александр Спиридоновты ошо эш өҫтөндә тап иттек. 66 йәшлек хеҙмәткәр был ҡыҙыу осорҙа, әлбиттә, эшһеҙ ултыра алмай.
- Урып-йыйыу эштәрендә улым һәм ике ейәнем мәшғүл, уларға кәңәштәр, аныҡ эштәр менән ярҙам итәм, - тип йылмайҙы ул һаулыҡ һорашҡандан һуң.
Уның майланып, сөйәлләнеп бөткән ҡулдары - быға асыҡ дәлил. Беҙ Илдар Ғәскәров етәкселек иткән хужалыҡта быуындарҙың күсәгилешлеген күреп, эшсе династиялар булыуына һөйөндөк. Ә уйлап ҡараһаң, башҡа урындарҙа тәжрибәле комбайнсылар һәм тракторсылар етешмәүе күҙәтелә. Был турала хужалыҡтың баш инженеры Тәлғәт Сәғҙәтгәрәев менән дә һөйләштек. Әммә беҙҙең һөйләшеүҙең төп темаһы, әлбиттә, урып-йыйыу эштәре булды.
- Тәбиғәт көйһөҙлөктәренә ҡарамаҫтан, ужым культуралары уңды, тип иҫәпләйем, - ти Тәлғәт Таһир улы. - Бөгөнгө көндә 500 гектар ужым арышы сабылды һәм йыйып алынды. Гектарынан ул 18 центнер уңыш бирҙе. 300 гектар майҙан биләгән ужым бойҙайына төштөк, әлегә 50 гектары йыйылды, уның уңышы - гектарынан 25 центнер. Әгәр кисә ямғыр яумаһа, ҙур ғына майҙанды урып-йыйыр инек. Бер үк ваҡытта, ерҙең дымланыуы ужым культураларын сәсеү өсөн бик урынлы булды. Хәҙер баҫыуҙы шуға әҙерләйбеҙ.
Тәлғәт Таһир улы әйтеүенсә, ураҡҡа ентекле әҙерләнгәндәр. Техника ремонтланған, кадрҙар бар, запас частар һәм яғыулыҡ менән проблема юҡ. Хеҙмәт хаҡынан тыш (әйткәндәй, ул ураҡта ҡатнашыусыларҙың картаһына күсә), ашлыҡ һәм мал аҙығы төрөндә премиялар ҡаралған. Яуған ямғырҙар арҡаһында икенсегә сабып алыу өсөн бесән һәйбәт үҫер тигән өмөт бар.
- Иң мөһиме, команда намыҫлы, һәйбәт, - тип билдәләй ул. Сапҡыста тәжрибәле механизатор Иҙрис Фәхриев эшләй. Быға тиклем ул бесән, сенажға үлән сабыу менән мәшғүл була. Урып-йыйыуҙа өс «Vektor» комбайны эшләй. Уларға Виталий Спиридонов һәм ағалы-ҡустылы Александр һәм Виталий Ганюшкиндар идара итә. Баҫыуҙарҙан ырҙын табағына ашлыҡты Ғаяз Сәйфетдинов, Марат Бакиев, Рәшит Байымов һәм Миңлеғәли Атанғолов ташый. Бөтәһе лә бик яуаплы һәм намыҫлы эшләй. Уларҙы тәүлектең ниндәй ҙә мәлендә саҡыртып эш ҡушырға мөмкин. Улар уны намыҫлы, еренә еткереп башҡара.
Таҙартылған һәм эшкәртелгән складтар игенде ҡабул итергә әҙер. Ашлыҡ таҙартыу машиналары көйләнгән.
Баш инженер беҙҙең менән киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты. Хужалыҡта традицион булмаған юғары рентабелле культуралар үҫтереү менән шөғөлләнергә ниәтләүҙәрен һәм бының өсөн майҙандар әҙерләүҙәрен билдәләне. Бер үк ваҡытта ғәҙәттә тотороҡло һәйбәт уңыш биргән ужым культуралары өсөн майҙандар арттырылған. Ҡайтып китер алдынан беҙ хужалыҡтың ашханаһына индек, сөнки туҡ булғанда ғына һәйбәт хеҙмәткәр була ала. Бында быны яҡшы аңлайҙар. Ашнаҡсылар Земфира Петрова менән Валентина Егорова - үҙ эштәренең оҫталары. Улар баҫыу хеҙмәтсәндәрен көнөнә ике тапҡыр тәмле ашата. Ошо көндәрҙә улар 30ға яҡын кешене төшкө һәм киске аш менән тәьмин итә, көн һайын тик рәхмәт һүҙҙәре ишетә.
Әлбиттә, һәр ерҙәгесә, был хужалыҡта ла проблемалар ҙа, ниндәйҙер етешһеҙлектәр ҙә барҙыр. Әммә Илдар Ғәскәров етәкселегендәге берҙәм команда уларҙы тиҙ, аныҡ хәл итә, һәр йәһәттән кәңәшләшә һәм бер-береһенә ышана. Эштәрҙе оҫта ойоштора белгән коллективта шулай булырға тейеш тә.
Ураҡта ҡатнашҡан хеҙмәтсәндәргә киләсәктә уңыштар, ямғырҙарҙың ваҡытлыса яуыуын һәм уларға билдәләгән эштәрен ваҡытында башҡарырға ҡамасауламауын теләйбеҙ.
Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.