Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Август 2018, 11:27

Тыуған ерҙең ысын улдары

Күптән түгел «Күндерәк» хужалығында үткән район кәңәшмәһендә район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров район аграрийҙарына шипкән кеүек ауыл хужалығы культураһына ҙур иғтибар бирергә ныҡлы кәңәш итте. Ул нимәһе менән һәйбәт, тип уйланыҡ беҙ һәм уның тураһында яҡшы белеүҙән тыш, бер нисә йыл уны уңышлы үҫтергән Түбәнге Аллағыуат ауылынан «Ә.М.Бикташева» крәҫтиән-фермер хужалығында эшләүсе ағалы-ҡустылы Алик һәм Руслан Бикташевтарға барҙыҡ.

- Шипкәнде үҫтерергә Федеровка районынан фермер дуҫыбыҙ кәңәш итте, - тип һөйләй Алик Салауат улы. - Тәүҙә, бер аҙ шик булды, әлбиттә. Әммә, был культураны яҡшыраҡ белгәс, ыңғай һәм кире яҡтарҙы үлсәп, эшләп ҡарарға булдыҡ. 50 гектарға ошо культураны сәстек. Хәҙер был майҙан бер нисә тапҡырға күберәк. Ә ураҡ мәле еткәс, отолмауыбыҙҙы аңланыҡ. Шипкәндең ыңғай яҡтары бихисап. Беренсенән - ул юғары рентабелле. Гектарына ни бары 5 кг сәсергә кәрәк. Орлоҡҡа сығымдар 100 һум. Беҙҙең зонала уртаса уңыш - 10-12 центнер. Хаҡы - тоннаһы 16 мең һум. Әгәр ужым арышы менән сағыштырғанда, сәсеүгә сығымдар һигеҙ тапҡырға кәмерәк. Үҫемлек әрһеҙ, шуға ҡарамаҫтан, беҙ ужым шипкәненә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ә быйыл көҙ сәскәндә элиталы сорттарға күсергә ҡарар иттек. Эйе, үҙҡиммәте бер аҙ күберәк була инде, әммә уңышы ла шулай уҡ. Был бик отошло.

Алик Салауат улы ҡустыһы менән урта белемле булыуҙарына ҡарамаҫтан, 1700 гектар майҙанда үҫтергән гәрсис, етен, ноҡот борсағы кеүек культуралар тураһында агрономдар менән бер рәттән һөйләй ала (башҡа хужалыҡтар был культураларҙы бик үҫтереп бармай). Әммә, уларҙың белгеслектәре тиҫтәнән ашыу: водитель, иретеп йәбештереүсе һ.б... һәм хатта ашнаҡсы.

- Армияла ике йыл водитель булдым, бер үк ваҡытта бутҡа бешерергә лә тура килде. Документым бар, - тип йылмая ул.

Бер һүҙ менән әйткәндә, ағалы-ҡустылы Бикташевтарға халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Улар егәрле, яуаплы һәм оҫта ҡуллы ғына түгел, төптән уйлап эш итә белгән, киң фекер йөрөткән, алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаусы фермерҙар. Шипкәнде эшкәртеү тәжрибәһе генә быны аныҡ дәлилләй. Был майлы культура химия, аҙыҡ-түлек, косметологияла, шулай уҡ биояғыулыҡ кеүек киң ҡулланыла. Күберәк сит илгә сығарыла.

- Яҙын, баҫыу һары сәскәгә күмелгәндә, ул ҡый үләнен хәтерләтә, - тип дауам итә әңгәмәсем. - Нимәһе һәйбәт, уны, етен кеүек үк, мал-тыуар ситләп үтә, яңылыш ҡына баҫыуға килеп инмәйәсәк. Уңышты һәр ваҡыт «Аллағыуат элеваторы» йәмғиәте ҡабул итә, шуға ла һатыу менән проблема юҡ.

Түҙмәйенсә, мин орлоҡтарҙы тәмләп ҡараным. Кунжут кеүек ваҡ ҡына, әммә тәме башҡаса. Уның тәме оҙаҡ ҡына, редакцияға ҡайтып еткәнсе тиерлек һаҡланды.

Баҫыуға сығыр алдынан беҙ бер нисә минутҡа ғына Бикташевтарҙың автопаркы алдында туҡтап киттек. К-700, МТЗ-80 такторҙары, яҡыулыҡ-майлау материалын ташыу машинаһы, бесән сапҡыс, пресс-йыйғыс һ.б. Ә баҫыуҙа - яңы «Палессе» комбайны.

- Уларҙы һатып алғанда Грант йәки башҡа ярҙам алғанһығыҙҙыр, - тип ҡыҙыҡһынам мин.

- Юҡ. Барыһын да үҙ аҡсабыҙға һатып алдыҡ. Уларҙың бөтәһе лә яңы түгел, әлбиттә. Әммә беҙҙең Руслан бала саҡтан техника менән мауыға. Уны ярата һәм һәйбәт торошта тота, - тип маҡтаны ҡустыһын Алик. Тағы ла фермерҙарҙың тыйнаҡлығын һәм аҙ һүҙлелеген билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙы фотоға төшөрөр өсөн бер нисә тапҡыр өгөтләргә тура килде. Иң беренсе урында үҙ һүҙендә торған эшһөйәр ысын ир-егеттәр шундай булырға тейештер, моғайын.

Әлбиттә, шундай ҙур эш уларҙың икеһенең генә ҡулынан килмәй. Һәм ағалы-ҡустылы яҙҙан көҙгә тиклем, сәсеү, мал аҙығы әҙерләү һәм урып-йыйыу эштәре мәлендә, алты-ете эшсене яллай һәм ауылдаштарын лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, мал аҙығы һәм иген менән тәьмин итә, уларҙы туҡландыра. Был йәһәттән уларҙың ышаныслы тылы һәм ярҙамсылары булған тормош иптәштәре ярҙам итә.

Ағалы-ҡустылы Бикташевтар әйтеүенсә, фермерлыҡ эше ғәйәт ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Сөнки балалары бала саҡтан уҡ уларға һәр эштә: баҫыуҙа ла, йортта хужалыҡ буйынса ла ярҙамлаша, үҙ тәжрибәһендә аҡса ҡәҙерен белеп үҫә. Ә аҡсаны улар ата-әсәһенән былай ғына түгел, ә үҙ ҡулдары менән эшләп ала. Бик иртә атайһыҙ ҡалған Алик һәм Русланға киләсәктә үҙҙәрен һәм ғаиләһен тәьмин итер өсөн бала саҡтан эшләп үҫергә тура килә. Тәүҙә Рәсәй буйлап йөрөп, вахта ысулы менән эшләйҙәр. Әммә күпмелер ваҡытан һуң урындары тыуған ерендә булыуын аңлайҙар. Уйлап эш итһәң һәм ялҡауланмаһаң, ул мул уңыш менән һөйөндөрәсәк, ярайһы ғына аҡса эшләү мөмкинлеген дә бирәсәк.

- Ә ҡасан һәм ҡайҙа ял итәһегеҙ? - тип һорамайынса түҙә алманым мин. - Һәр ваҡыт эшләп йөрөп кенә булмай бит.

- Уҙған йылда техника алырға барғанда Ҡазанда аквапаркта булдыҡ, - тип йылмайҙы Алик. - Өлгөрөрбөҙ әле, йәшбеҙ. Бына эштәрҙе генә тамамлайыҡ та...

- Шундай тырыш, егәрле улдар тәрбиәләгәне өсөн әсәйегеҙгә рәхмәтә әйтегеҙ, - тинем мин Аликка һаубуллашҡанда.

Ул йылмайып ҡына ҡуйҙы.

Эйе, Бикташевтар кеүек кешеләр ерҙә күберәк булһын ине.
Читайте нас: