Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Август 2018, 12:05

Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә гранттар

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына берләшеү буйынса граждандар инициативаһына нигеҙләнгән килемле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә гранттар биреү буйынса инициатив төркөмдәрҙең конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуына ғаризалар ҡабул итеүе тураһында хәбәр итә.

Конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуға ғариза тапшырыу шарттарына тура килгән инициатив төркөмдәр саҡырыла. Ғаризалар 2018 йылдың 16 авгусынан 23 авгусына тиклем ҡабул ителә. Адресы: 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 415 һанлы кабинет. Тел: 8 (347) 218- 05-26, 218-05-64, 9.00-18.00 сәғ. (төшкө тәнәфес 13.00 - 14.00 сәғ), ял көндәренән тыш (шәмбе, йәкшәмбе). Тел: 2-20-09 (район хакимиәтенең АПК бүлеге).

Әңгәмәләшеү һәм ғариза тапшырыусының һайлап алырға рөхсәт ителгән төп иҡтисади күрһәткестәрҙе дәлилләгән проектын презентациялау көнө, ваҡыты һәм урыны тураһында мәғлүмәт конкурс комиссияһы тарафынан өҫтәмә рәүештә БР Ауыл хужалығы министрлығының www.agriculture.bashkortostan.ru сайтында урынлаштырасаҡ.
Читайте нас: