Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Август 2018, 11:39

Техника ураҡҡа, биналар - ҡышҡылыҡҡа әҙер

Бөгөн район аграрийҙары өсөн иң мөһим бурыс - ҡыҫҡа срокта ауыр һауа шарттарында үҫтергән уңышты йыйып алыу. Ә бының өсөн, әлбиттә, эшкә әҙер техника, кадрҙар, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм эш өсөн һәйбәт стимул кәрәк. Шаршамбы көндө «Күндерәк» хужалығында үткән комплекслы район семинар-кәңәшмәһендә урып-йыйыу эштәренә, ужым культураларын сәсеүгә, сенаж һалыуға һәм фермаларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә ҡағылышлы бик күп мәсьәләләр тикшерелде.Сарала хужалыҡ етәкселәре, баш инженерҙар, агрономдар, зоотехниктар, һөтсөлөк фермалары мөдирҙәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, АПК бүлеге белгестәре ҡатнашты. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров алып барҙы.

Бөгөн район аграрийҙары өсөн иң мөһим бурыс - ҡыҫҡа срокта ауыр һауа шарттарында үҫтергән уңышты йыйып алыу. Ә бының өсөн, әлбиттә, эшкә әҙер техника, кадрҙар, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм эш өсөн һәйбәт стимул кәрәк.

Шаршамбы көндө «Күндерәк» хужалығында үткән комплекслы район семинар-кәңәшмәһендә урып-йыйыу эштәренә, ужым культураларын сәсеүгә, сенаж һалыуға һәм фермаларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә ҡағылышлы бик күп мәсьәләләр тикшерелде.

Сарала хужалыҡ етәкселәре, баш инженерҙар, агрономдар, зоотехниктар, һөтсөлөк фермалары мөдирҙәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, АПК бүлеге белгестәре ҡатнашты. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров алып барҙы.

Йәлембәт ауылы МТМыһы ҡаршыһында, автомобиль юлынан алыҫ түгел, «Күндерәк» хужалығының урып-йыйыу техникаһы: комбайндар, МТЗ-80, К-700 тракторҙары, КамАЗдар һ.б. бер рәткә теҙелгән. Уларҙы ураҡҡа һәйбәт әҙерләр өсөн хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең намыҫлы, тырышып эшләүҙәре күренеп тора.

- Бында беҙҙең техниканың бер өлөшө генә, икенсе өлөшө баҫыуҙа, - тине хужалыҡ етәксеһе Дато Кардава, йыйылыусыларҙы сәләмләп.

Ул эштәр барышы һәм һуңғы осорҙа һатып алынған техника тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Шулар иҫәбендә ике «Палессе» комбайны, Италияла етештерелгән «Delaval» мал аҙығы таратыу комплексы һәм сәсеү техникаһы бар.

- Халыҡ беҙҙә егәрле, эшкә яуаплы ҡарай, тырыша, - тип билдәләне Дато Гивиевич. - Бөгөнгө көндә складтар яңы уңышты ҡабул итергә әҙер, сенаж һалына, фермаларҙа ремонт эштәре бара. Агрономия һәм инженерлыҡ хеҙмәттәре берҙәм, көсәйтелгән режимда эшләй. Малсылыҡҡа ла ҙур иғтибар бирәбеҙ.

Район АПК бүлегенең баш агрономы Наил Ибраһимов район буйынса 40 меңдән ашыу гектар майҙанда бөртөклөләрҙе урып-йыйыу кәрәклеген билдәләне. Шуның 10 мең гектарҙан ашыуы - ужым культуралары. Ул ужым культураларын урып-йыйған ваҡытта, тәү сиратта, нимәгә иғтибар итеү кәрәклеге буйынса тәҡдимдәр бирҙе. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр буйынса, уларҙы сәсеү өсөн иң ҡулай осор - 5-25 август булыуын һәм юғары уңыш алыу өсөн ошо ваҡытта уларҙы сәсеп өлгөрөргә кәрәклеген билдәләне. Ә үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Мөҙәрис Мөхәмәтов орлоҡтарҙың сифатын баһалауҙы үткәрергә кәңәш бирҙе. Ашлыҡҡа документтар мотлаҡ булырға тейеш, тине ул.

Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров бөгөнгө көндә ауыл хужалығындағы хәл-торошҡа дөйөм анализ яһаны. Бөтә хужалыҡтар ҙа ваҡытында сәсеү эштәрен тамамланы, тип билдәләне. Әммә, район буйынса ямғыр бер тигеҙ яумау сәбәпле, уңыш буйынса күрһәткестәрҙә айырма бар. Хәл-торошто баһалап, ул аграрийҙар алдына 5 сентябргә урып-йыйыу эштәрен тулыһынса тамамларға тигән бурыс ҡуйҙы.

- Бөгөн үк айырым хужалыҡтар ураҡ менән һуңлай, ә ер, белеүебеҙсә, хаталарҙы ғәфү итмәй, - тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы.

Ул ураҡҡа төшкән хужалыҡтарҙы атап сыҡты. Район буйынса ужым культураларының уртаса уңышы әлеге мәлдә гектарынан 23 центнерҙан ашыу, ә айырым баҫыуҙар ужым арышын 36 центнерға тиклем бирә, тип билдәләне. Ураҡта ҡатнашыусыларҙың хеҙмәт шарттарына айырыуса иғтибар бүлеүҙәрен һораны. Улар ваҡытында һәм тәмле туҡланырға, шәхси гигиена өсөн шарттар булдырылырға, ваҡытында эш хаҡы түләнергә һәм премиялар ҡаралырға, шулай уҡ механизаторҙар көндө һөҙөмтәле файҙаланырға тейеш. Улар эште иртәрәк башлаһын һәм ҡараңғы төшкәнсе эшләһен. Әммә бының өсөн уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ла түләнһен. Баҫыу алдынғыларының исемдәрен мотлаҡ район гәзитендә баҫтырып сығарырға кәрәк, халыҡ намыҫлы эшләгәндәрҙе белергә тейеш.

Район хакимиәте башлығы шулай уҡ мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләренә туҡталып үтте. Уҙған йылғы мал аҙығы артып ҡалыуға ҡарамаҫтан, быйыл да уны күберәк әҙерләргә кәрәк, тине. Сөнки киләһе йылдың ниндәй булырын белеп булмай, шуға ла запас һәр ваҡыт булырға тейеш. Бер баш малға кәмендә 28 ц мал аҙығы берәмеге иҫәбенән сенаж, силос, ҡаты һәм һутлы аҙыҡ әҙерләү зарур. Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуға һәм прививкаларға айырыуса иғтибар бирергә саҡырҙы, сөнки Башҡортостан менән сиктәш бик күп өлкәләрҙә тире дерматиты, ҡош киҙеүе, лейкоз һәм башҡа ауырыуҙар асыҡланған. Улар беҙҙең республикаға индерелмәһен өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға кәрәк, тип иҫкәртте ул.

Фәнүр Зөфәр улы ашлыҡтың аҡһым матдәһен арттырыр өсөн ашламалар индерергә (сөнки уның хаҡы шуға бәйле), шипкән, ноҡот борсағы һәм тритикале өсөн даими сәсеү майҙандарын арттырырға, шулай уҡ тоҡом малдарын үрсетергә һәм элиталы сортлы культуралар сәсергә кәрәклегенә лә йыйылыусыларҙың иғтибарын йүнәлтте.

- Беҙҙең барыбыҙға ла аҡсаны, сығымдарҙы һәм килемдәрҙе иҫәпләп өйрәнергә кәрәк. Быға ирешмәйенсә нормаль эш һәм юғары килем алыу мөмкин түгел, - тип билдәләне ул. Сығышы аҙағында ул районда планлаштырылған яңы инвестиция проекттары тураһында һөйләне. Улар араһында - Ҡараяр ауылы эргәһендә крахмал етештереү буйынса завод, теплицалар төҙөү һәм дүрт быуа быуыу, был һәйбәт эш хаҡы менән 360ҡа яҡын яңы эш урыны бирәсәк. Шулай уҡ Ибраҡай ауылында ашлыҡ (грануллы ҡатнаш аҙыҡ, он һ.б.) етештереү линияһын һәм Стәрлебаш ауылы эргәһендә ҡояш батареяларынан эшләүсе подстанция төҙөү ҡаралған.

Кәңәшмәнең икенсе өлөшө малсылыҡ биналарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә бағышланды. Уның барышында ҡатнашыусылар 200 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбарын, яңы ысул буйынса йәш малды үҫтереү өсөн быҙау аҙбарын реконструкциялау эштәренең нисек барышын ҡарап сыҡты, белгестәрҙең, атап әйткәндә, «Өфө ветстанцияһы» начальнигы Владик Хәйерзамановтың һыйырҙарҙа лейкозды иҫкәртеү, район АПК бүлегенең баш зоотехнигы Наил Йосоповтың хужалыҡтарҙа малсылыҡ биналарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү һәм район ветстанция начальнигы Азат Әхмәровтың райондағы эпизоотик хәл-торош тураһында сығыштарын тыңланы.

Сара аҙағында йыйылыусылар берҙәм тауыштан ошондай кәңәшмәләр ике яҡлап та файҙалы тип билдәләне. Уларҙа бихисап яңы мәғлүмәт, эш алып барыу тәжрибәһе алырға, яңы таныштар табырға, алдынғы технологиялар, техника, ашламалар менән танышырға мөмкин. Ҡабул итеүсе яҡ сараға әҙерләнгәндә территорияны төҙөкләндерә, был да шулай уҡ ыңғай баһалана. Хужалыҡ етәксһе Дато Кардаваға һәм уның командаһына кәңәшмәне юғары ойошторғандары, йылы һәм ҡунаҡсыл ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: