Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Июль 2018, 11:01

Баҫыуҙа эш ҡайнай

Оҙайлы эҫе көндәрҙән һуң тәбиғәт кешеләргә бер аҙ тын алырға мөмкинлек бирҙе, күрәһең. Дүшәмбе көн һалҡынса торҙо, был, әлбиттә, урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашыусыларға ҡулай ғына булды. Шуға ҡарамаҫтан, район баҫыуҙарында, атап әйткәндә, беҙ аҙнаның беренсе көнөндә барған «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтендә эш тулы көскә бара ине.

Оҙайлы эҫе көндәрҙән һуң тәбиғәт кешеләргә бер аҙ тын алырға мөмкинлек бирҙе, күрәһең. Дүшәмбе көн һалҡынса торҙо, был, әлбиттә, урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашыусыларға ҡулай ғына булды. Шуға ҡарамаҫтан, район баҫыуҙарында, атап әйткәндә, беҙ аҙнаның беренсе көнөндә барған «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтендә эш тулы көскә бара ине.

- «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре кеүек үк, ураҡҡа 25 июлдә төштөк, - ти хужалыҡтың баш агрономы Альберт Мөхәмәтов. - Ваҡытында химик утау үткәргәнгә күрә, тураға урып һуғабыҙ. Барлығы сәсеү майҙансығы беҙҙә 2490 гектар биләй. Шуларҙың бөртөклө ужым культуралары - 650 гектар.

30 июлгә ҡарата бында 130 гектар бөртөклө культуралар сабылып, йыйылғайны. Механизаторҙар иртәнге сәғәт етелә эш башлай. Беҙ килгән мәлдә өс «Лида» комбайнында тәжрибәле механизаторҙар - Наил Дилмөхәмәтов, Александр Кондрашов һәм Руслан Яппаров 233 гектарлы ужым арышы баҫыуын тураға урып һуға ине. Баҫыуҙан ырҙын табағына ашлыҡты ЗИЛ-130 автомашинаһында Айрат Мөштәриев һәм Алик Ғәфиев, ГАЗ-53 машинаһында Исмәғил Вәлишин ташый. Улар артынан Игорь Васильев һаламды преслай.

Урып-йыйыу эштәренә ҡарап, картина яҙырлыҡ. Бер үк ваҡытта баҫыуҙың бер өлөшөндә алтын башаҡлы арыш елгә бәүелеп ултыра, ә сабылған өлөшөн комбайндар йыйып ала, һуңынан рулондарға преслайҙар. Ҙур, һары рулондар тотош баҫыу буйлап таралып ята. Күңелгә бик яҡын ауыл күренеше, ә уның артында күпме ауыр крәҫтиән хеҙмәте, түгелгән тир, һауа торошона һәм уңышҡа бәйле белгестәрҙең борсолоуҙары тора.

- Тәүҙә көндәр һыуыҡ торҙо, һуңынан ҡоролоҡ, быларҙың барыһы ла игенселәрҙең бер аҙ күңелен төшөрҙө. Шуға ҡарамаҫтан, уңыш бар һәм уны йыйып алырға кәрәк, - тип дауам итә Альберт Шәйбәк улы. - Техника, яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частар етерлек. Кадрҙар үҙебеҙҙеке. Шуға ла ураҡ ғәҙәти режимда бара. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйбеҙ, хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү өсөн иген төрөндә премиялар ҡаралған, бесәнде тараттыҡ та инде.

Хеҙмәтсәндәрҙең кәйефе шәп, шуға ла, әгәр көндәр матур торһа, ураҡты ваҡытында тамамларбыҙ.

Шулай булһын. Хеҙмәттәре һәм тырышлыҡтары өсөн баҫыуҙар уларҙы мул уңыш менән шатландырһын.

***

25 июлдә «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре урып-йыйыу эштәрен башлап, районда тәүгеләрҙән булып ужым культураларын сабыуға төштө. 30 июлгә ҡарата тағы алты хужалыҡ ураҡҡа төштө: «Күндерәк» хужалығында һәм «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәтендә 150шәр, «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтендә - 130, Ленин исемендәге хужалыҡта - 90, Матросов исемендәге хужалыҡта - 50 һәм «Урожай» йәмғиәтендә - 30 гектар бөртөклөләр сабылған. Ужым культуралары өлгөргән. Башҡа хужалыҡтарға ла баҫыу эштәрен тиҙләтергә кәрәктер, тип уйлайбыҙ.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: