Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Июль 2018, 11:10

Хәйерле сәғәттә, игенселәр!

Уҙған шишәмбе көндө Миәкә районында ауыл хужалығы культураларын урып-йыйыу эштәре башланыуға бағышланған «Баҫыу көнө-2018» семинар-кәңәшмәһе үтте. Уның пленар өлөшөндә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов, Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, Россельхозбанктың Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Алексей Самсонов һ.б. сығыш яһаны. Семинар-кәңәшмәлә шулай уҡ район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров етәкселегендә беҙҙең райондан делегация ла ҡатнашты. Сарала ураҡ башланыуға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Кәңәшмә аҙағында Миәкә районы хакимиәте башлығы ошо муниципалитет территорияһында урып-йыйыу эштәренә старт бирҙе.

Беҙҙең районға килгәндә, 25 июлдә «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре тәүгеләрҙән булып урып-йыйыу кампанияһын асып, ужым культураларын сабыуға төштө. Игенсе Азат Яҡупов уға беркетелгән КСУ-1 комбайнын ужым культуралары баҫыуына сығарған.

- Тәүҙә баҫыуҙарҙы тирәләй сабып сыҡтыҡ, ә һуңынан тулыһынса саба башланыҡ. Ужым культуралары беҙҙә 1086 гектар биләй. Шуларҙың 550 гектары - бойҙай, ҡалған 536 гектары - арыш, - тип һөйләй хужалыҡтың баш агрономы Линир Хәлитов. - Барлығы иген культуралары 4149 гектар биләй.

Эш аҙ түгел, әммә «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре ураҡ эштәрен оптималь сроктарҙа тамамларға планлаштыра. Игендәрҙе сабыу эштәре тәүлек әйләнәһенә башҡарыла: Азат Яҡуповты Рәүеф Ҡотлошин алмаштыра, ул, үҙ сиратында, баҫыу ҡарабы штурвалын Фәнзил Табабиловҡа тапшыра. Бер нисә көндән сабылған баҫыуға биш комбайн иген һуғырға киләсәк. Техника паркы ғәйәт ҙур ғына. Ситтән ярҙам кәрәкмәйәсәк. Бында кадрҙар менән проблема юҡ, сөнки матди ҡыҙыҡһыныу бар. Хеҙмәт хаҡынан тыш, баҫыу хеҙмәтсәндәренә ашлыҡ һәм бесән төрөндә һәйбәт премиялар ҡаралған. Халыҡ та иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Пай ерҙәре өсөн уҙған йылда хужалыҡтан улар унышар рулон һалам һәм дүртәр центнер иген алған, ә кем һалам алмаған, биш центнер иген һәм ике центнер һоло биргәндәр.

Беҙ был хужалыҡҡа килгән көндө Ибраҡай ауылынан алыҫ булмаған баҫыуҙа Рәүеф Ҡотлошин (һүрәттә) «Безенчукская 380» сортлы ужым бойҙайын саба ине.

Шулай итеп, «Заря» йәмғиәте комбайнсыларының еңел ҡулы менән районда ураҡ эштәре башланды. Баҫыу батырҙарына мул уңыш, көндәрҙең һәйбәт тороуын һәм хеҙмәттәренә күрә лайыҡлы һөҙөмтәләр теләйбеҙ!

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.
Читайте нас: