Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Июль 2018, 11:32

Әүҙем һәм берҙәм эшләйҙәр

Матросов исемендәге хужалыҡ базаһында мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләре буйынса район семинары үткәрелеүгә бер ай ҙа үтмәне. Бөгөн хужалыҡ хеҙмәтсәндәре шул саҡта семинарҙа ҡатнашыусыларға күрһәткәндәрҙе эштә ҡуллана. Барлыҡ бесәнлектәрҙә тиерлек ошо көндәрҙә көсөргәнешле эш бара. Ҡайһы бер механизаторҙар бесән сапһа, икенселәре рулондарға преслай, өсөнсөләре - уны ташыу менән мәшғүл. Шишәмбе көндө беҙ иртән иртүк мал аҙығы әҙерләүселәр менән сенажға үлән сапҡан баҫыуҙа булдыҡ.

Эшләгән техниканың тауышы алыҫтан ишетелә, ә һауала сәскә атҡан ҡандала үләненең иҫ киткес хуш еҫе таралған. Үҙ сиратын көтөп, баҫыуҙың сабылған участкаһында ЗИЛ автомашинаһы тора. Алыҫ түгел Дон-680 М мал аҙығы йыйыу комбайны эшләй, уның йәнәшәһендә барған КамАЗ машинаһы кузовына ваҡланған үлән бушатыла. Бер аҙҙан хужалыҡ бригадиры Амур Хәлитов килеп етте. Ул мал аҙығы әҙерләү барышы тураһында ентекле һөйләне:

- Һүҙҙе бесән әҙерләүҙән башларға кәрәк, тип уйлайым, беҙ уға бер аҙ иртәрәк төштөк. Төрлө маркалы техникала бесән сабыуҙа Фидан Сәйфетдинов, Флүр Баһауетдинов, Фидан Әхмәров мәшғүл. Бесән тигеҙ кипһен өсөн уны әйләндерергә кәрәк, был эш менән Ринат Вахитов шөғөлләнә. Әҙер бесәнде Рәйес Шәрипов, Камил Таиров рулондарға төрә. Уларҙы махсус машинаһында Фаил Латипов бесәнде һаҡлау урынына ташый (бер рейста 18шәр рулон). Хеҙмәтсәндәрҙең барыһы ла яуаплы, һәр ҡайһыһы үҙ эшен яҡшы белә һәм тейешенсә башҡара.

Әлеге хужалыҡта 200 тонна бесән әҙерләнгән. Рулондар һаны көндән-көн арта. Уҙған йыл менән сағыштырғанда улар бер аҙ аҙыраҡ булыр, сөнки яҙҙың ҡоро булыуы үләндең күпереп үҫеүенә ҡамасауланы. Әммә, һауа торошоноң көйһөҙлөктәренә ҡарамаҫтан, мал аҙығы әҙерләү буйынса планды Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре үтәргә ниәтләй. Йәмәғәт малынан тыш, хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең мал-тыуарын аҙыҡ менән тәьмин итә. Быйыл улар, эшләгән көнгә бәйле, уртаса 12шәр рулон бесән аласаҡ.

Артабан беҙ һөйләшеүҙе механизатор Радмир Баһауетдинов һәм КамАЗ водителе Юрис Ғәлиев менән дауам иттек. Аралашыуҙың тәүге минутынан уҡ уларҙың эш өсөн янып-көйөүе аңлашылды. Радмир уҙған йылдарҙа ла мал аҙығы әҙерләүселәр иҫәбендә иҫке генә КСК-100 комбайнында эшләгән, быйыл яҙ ғына һатып алынған модернизацияланған комбайнға ултырған.

- Ул күпмелер эшләгән булһа ла, һәйбәт торошта. Унда эшләү - үҙе бер кинәнес. Ҡеүәтле, шәп, яҡшы йөрөй, - тип һанап китте «тимер аты»ның ыңғай яҡтарын комбайнсы. Юрис Хәйҙәр улы хужалыҡта күптән түгел генә эшләй. Быға тиклем «үҙенә» эшләгән. Техниканы ул бик яҡшы белә, крәҫтиән хеҙмәте менән бәләкәй саҡтан уҡ таныш.

- Әгәр техника ватылмаһа, сенаж әҙерләүҙе тиҙ тамамларбыҙ тип уйлайым. Өҫтәүенә, яҡын-арала был эшкә тағы бер мал аҙығы әҙерләү комбайны һәм бер нисә автомашина ҡушыласаҡ, тимәк, темптар ҙа артасаҡ, - ти ул.

Унан тыш, Айрат Сәйфетдинов, Рәмил Нариманов, Амур Хөснөтдинов «йәшел үләнде» траншеяларға ташый. Бында эште тамамлағандан һуң, механизаторҙар 325 гектар майҙанда сенаж өсөн махсус үҫтерелгән ҡуҙаҡлы иген ҡатнашмаһын йыя башлаясаҡ. Сенаж аҙығын ике соҡорға тултырырға планлаштыралар. Уларҙың береһендә уҙған йылдан ҡалған 700 тонна запас бар.

Машина-трактор оҫтаханаларында ла эш ҡайнай. Бында урып-йыйыу эштәренә ашлыҡ йыйыу комбайндарын ремонтлау менән шөғөлләнәләр, сөнки оҙаҡламай ураҡ башланасаҡ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: