Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Июль 2018, 11:51

Йәйен тырышып эшләһәң - ҡышын тамағың туҡ тулыр

Ошо ябай хәҡиҡәтте «Урожай» йәмғиәтендә ишетеп кенә белмәйҙәр. Бында әлеге ваҡытта ҡул ҡаушырып ултырыу түгел, ә иң мәшәҡәтле мәл - бесән әҙерләү мәле икәнен яҡшы аңлайҙар.

- Башҡаса мөмкин дә түгел. Сөнки бөгөн нисек эшләйбеҙ, малсылыҡта күрһәткестәр ҙә шуға бәйле буласаҡ - һөт һауып алыу, артым, - ти хужалыҡ бригадиры Тәлғәт Сәғҙәтгәрәев.

Бында сенаж әҙерләүгә уҙған аҙна аҙағында төшкәндәр. Яңы уңышты уҙған йылғы запас өҫтөнә һалалар. Баҫыуҙа «Палессе» мал аҙығы урып-йыйыу комбайнында Азат Исмәғилев эшләй.

- Сиратлап ике баҫыуҙа сабабыҙ - бер көндө сенажды йылҡы борсағынан, икенсе көндө - ҡандала үләненән һалабыҙ, әйткәндәй, күп йыллыҡ үләндәрҙән үҙенсәлекле ассорти эшләйбеҙ. Йәшел массаны ташыуға өс берәмек техника йәлеп иттек. Владимир Петров, Миневәли Атанғолов, Андрей Спиридонов - тәжрибәле водителдәр , - ти Тәлғәт Таһир улы. - Алыҫтараҡ урынлашҡан участкаларға күскәс, уларға Анатолий Тимофеев та ҡушыласаҡ.

Малсылыҡ биналары янында сенаж соҡоронда йәшел массаны Ринат Ибраһимов (һүрәттә) тығыҙлай ине.

Район үҙәгендә йәшәүсе был хужалыҡта күптән түгел генә эшләй. Ваҡытында «Стәрле» колхозында, артабан төрлө ойошмаларҙа эшләгән. Ә һуңғы йылдарҙа - Себер тарафтарында. Хаҡлы ялға сыҡҡан.

- Ошо йылдар дауамында ниндәй техникаға ғына ултырырға тура килмәне - һанап бөтөрлөк түгел, ғәҙәттә - ҡеүәтле тракторҙар ине, - ти ул.

Р.Ибраһимов ҡайҙа ғына эшләмәһен, уны һәр ваҡыт хөрмәт итәләр. Бында ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уның һөнәри оҫталығын һәм тырышлығын баһалап өлгөргәндәр.

Ул көндө беҙ механизатор Айнур Ғәскәров һуңғы гектарҙарҙа бесәнгә күстерә үләнен сапҡан участкала ла булдыҡ.

- Һирәк кенә, - тинем мин, саҡ күренеп ятҡан сабылған үлән яҫмалары йәйрәп ятҡан ҙур баҫыуға ҡарап.

- Быйыл үлән бик ҡуйы түгел, бында - айырыуса. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, әммә уҙған йыл ошо баҫыуҙан бесәнде шул тиклем күп йыйып алдыҡ, хатта хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә лә бирергә, ҡалғанын ферма территорияһына ла илтергә етте. Ә быйыл күпме рулон сығырын әйтә лә алмайым. Ә бына йылҡы борсағы бик шәп. Шул уҡ күстерә үләне лә һәйбәт үҫте, әле уны Дамир Саҙриев преслау менән мәшғүл, - ти бригадир.

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһында Илнур Низамов та ҡатнаша. Ул техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау менән шөғөлләнә, шулай уҡ механизаторҙарға төшкө аш илтә.

Әлеге хужалыҡта техника ла, хеҙмәткәрҙәр ҙә етерлек. Ә иң мөһиме, яғыулыҡ-майлау материалдары менән проблема юҡ, күптән түгел 30 тонна яғыулыҡ ҡайтарылған, ул бесән әҙерләү осорона етәсәк, әгәр һаҡсыл ҡулланһаң, урып-йыйыуға ла етер, бәлки.
Читайте нас: