Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Июль 2018, 11:03

Берҙәм башҡарған эш ырай

Быйыл июль айы айырыуса эҫе тора. Температура хатта күләгәлә лә 30 градустан юғарыраҡ. Кемдер эҫенән ҡасып быуа, диңгеҙ буйында ҡыҙына, ә ауыл халҡына ял ҡайғыһы юҡ. Июль - мал аҙығы әҙерләү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Бына Иҫке Ҡалҡаш ауылынан Замир Ҡотлошин да, йәйге көн йылды туйҙыра тип, көндәлек эштәр менән мәшғүл.

Беҙ мал аҙығы әҙерләү процесын күреү маҡсатында уның хужалығына барҙыҡ.

- Бер көнгә генә һуңланығыҙ. Кисә һуңғы яҫмаларҙы рулонлап, ауыл халҡына тараттыҡ, - тип йылмайҙы Замир Вәли улы осрашҡанда.

- Уңыш ниндәй? - тип ҡыҙыҡһындыҡ беҙ.

- Быйылғы ҡоро йыл өсөн насар түгел. Үләнде ваҡытында аммиак селитраһы менән өҫтәмә туҡландырып өлгөрҙөк. Һәр гектарҙан 12шәр рулон алдыҡ. Ашлама индермәһәк бер нимәһеҙ ҡалыр инек.

Тырыш, егәрле фермерҙың көнө минутлап яҙылған.

- Яңғыҙ түгелмен, улым Урал һәм кейәүем Илфаҡ менән бергәләп эшләйбеҙ, - тип һөйләй ул. - Ә сәсеү һәм урып-йыйыу эштәре мәлендә беҙгә ҡоҙаларыбыҙ Марат Насиров менән Хәлләф Хөббөтдинов та ярҙам итә, улар ике сменала эшләй. Бергәләп эшләһәң генә эш ырай бит. Беҙҙә лә шулай. Бер-беребеҙгә ярҙамлашып, бөтә пландарыбыҙҙы ла тормошҡа ашырабыҙ.

Уның әйтеүенсә, фермерлыҡ эше менән 2012 йылда шөғөлләнә башлаған. Ул саҡта бал ҡорттары үрсетеп, 150 умарта тота. Һуңынан ауылдаштарының күп йыллыҡ үлән сәселгән 183 гектар пай ерен ҡуртымға алып, шуның 33 гектарына бөртөклөләр сәсә.

- Күп йыллыҡ үләндәрҙе яйлап ҡына тулыһынса яңыртырға кәрәк, сөнки улар күптән сәселгән, - тип фекер йөрөтә әңгәмәсем.

2015 йылда Ҡотлошиндар тағы 300 гектарға яҡын ерҙе ҡуртымға ала. Шуларҙың 100 гектарына үлән, 35 гектарына - орлоҡҡа көнбағыш, ҡалған майҙанға - арпа, һоло, ҡарабойҙай, ужым арышы һәм бойҙай сәселгән.

Тырыш фермерҙың кәрәкле ауыл хужалығы инвентары, тағылмалы техникаһы, комбайндары барыһы ла бар, ә бына көҙөн тупраҡты эшкәртеү өсөн ҡеүәтле тракторы ғына әлегә юҡ.

- Пландарҙа Т-150 тракторы һатып алырға һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәрен яңыртырға, - тип дауам итә Замир Вәли улы. - Бының өсөн кәрәкле әҙерлек эштәре алып барабыҙ. Люцерна һәм эспарцет сәсеү өсөн 35 гектар ерҙе һөрҙөк. Был талымлы культуралар, ә орлоҡтары ҡиммәт, әгәр тупраҡты тейешенсә әҙерләмәһәң һәм сүп-сарҙы юҡ итмәһәң, шытып сыҡмауы ла мөмкин. Шуға барыһын да уйлап эш итәбеҙ, еренә еткереп эшләйбеҙ.

Киләсәктә фермер малсылыҡ менән дә етди шөғөлләнергә уйлай, сөнки уларҙа бесән дә, ашлыҡ та күп. Фермерҙың фекере буйынса, ашлыҡҡа хаҡ түбән булыу сәбәпле, уны һатыуҙың файҙаһы юҡ. Иң яҡшыһы ҡатнаш аҙыҡ итеп әҙерләп, мал һимертеү. Бының өсөн егәрле Ҡотлошиндар 10 баш йәш мал, өс тана һатып алған да инде, үҙҙәренең дә һыйырҙары бар, хәҙер бөтәһе 16 баш мал. Улар кәртәләнгән ерҙә ирекле йөрөй. Көтөүселәр урынына бында «электр көтөүселәр». Әгәр уйлағанса килеп сыҡһа, мал һанын 50 башҡа еткерергә ниәтләйҙәр.

Һөйләшкәндә Замир Вәли улы ер участкаларын алыу һәм рәсмиләштереү өсөн бик күп ваҡыт китеүенә зарланды.

- Ә башҡа эштәрҙә барыһы ла һәйбәт, зарланыр урын юҡ. Әгәр ялҡауланмайынса намыҫлы эшләһәң, өҫтәлдә икмәк тә, май ҙа, ит тә буласаҡ, - ти ул ышаныслы.

Ул һәм уның ғаиләһе шулай эшләүендә беҙ шәхсән инандыҡ. Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем ошо фиҙаҡәр хеҙмәт мул уңыш менән һөйөндөрһөн, һауа торошо ла барлыҡ ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн ыңғай булһын.
Читайте нас: