Район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең диспетчер хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 5 июлгә ҡарата район буйынса 2823 гектарҙа күп йыллыҡ үлән сабылған, был планлаштырылған майҙандың яртыһын тәшкил итә. Күп йыллыҡ үләндәрҙән тыш, бер йыллыҡ үләндәр 4126 гектар тәшкил итә. 11 ауыл хужалығы предприятиеһында бесәнде преслай башлағандар. Әлеге мәлдә «Правда» агрофирмаһы», «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәттәре, «Центральная» МТСы алдынғылар иҫәбендә. Сенаж әҙерләү менән Ленин исемендәге хужалыҡ ҡына шөғөлләнә, траншеяға 1819 тонна йәшел масса һалынған.