Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Июль 2018, 12:45

Көндәрҙең һәйбәт тороуына өмөтләнеп

Берәүҙәр донъя чемпионатын ҡарай, икенселәр диңгеҙгә барыу өсөн сумаҙан тултыра, өсөнсөләр иһә яҡын һыу ятҡылыҡтарында һәм йылғаларҙа һыу инә, ә крәҫтиәнгә тамаша һәм ял ҡайғыһы юҡ - ҡыҙыу бесән осоро. Һәм ул мал аҙығы булһа - һөттөң дә мул булырын башҡаларға ҡарағанда ла яҡшыраҡ аңлай.

«Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтендә техника бесән сабырға бер аҙна элек тиерлек сыҡҡан. Йәшел ураҡты уҙған йылда ҡуҙаҡлы иген ҡатнашмаһы сәселгән баҫыуҙан башлағандар. Ул Гареевка һәм Ҡарамалы ауылдары араһында урынлашҡан. Баҫыуҙың бер яғында тигеҙ яҫмалар ята, икенсе яғында сабылмаған үлән йәйге елгә тирбәлә.

Әлегә төп көсөргәнеш бесән сабыу менән шөғөлләнгән Александр Нефедовҡа (һүрәттә) төшә. Уның бесән сапҡыс тағылған «тимер аты» бер туҡтауһыҙ эшләй. Бер нисә көндә ул баҫыуҙың өстән бер өлөшөн сапҡан. Бында эште тамамлағас, техниканы люцерна баҫыуына күсерәсәктәр.

- Әгәр киләһе ике-өс көндә яуым-төшөм булмаһа, яҫмаларҙы преслай башлаясаҡбыҙ, - ти хужалыҡ агрономы Альберт Мөхәмәтов. - Бында ике пресс-йыйғыс эшләйәсәк. Рулондарҙы ташыу менән проблема булмаясаҡ, сөнки хужалыҡта барлыҡ кәрәкле техника бар һәм ул эшкә әҙер.

Әгәр көндәр матур торһа, мал аҙығы етештереүселәр был баҫыуҙан икенсе тапҡыр ҙа бесән сабып алырға ниәтләй.

Июнь айында хужалыҡ баҫыуҙарында ҙур эш башҡарылған. Атап әйткәндә, механизаторҙар көнбағыш һәм кукурузды өс тапҡыр рәт-ара эшкәрткән, 1200 гектарҙа химик утау үткәргән, ике тапҡыр парҙарҙы эшкәрткән. Хәҙер иһә бөтә көс мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Уның һәйбәт тамамланыуы ышаныслы техникаға һәм намыҫлы хеҙмәткәрҙәргә бәйле. «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтендә быларҙың барыһы ла бар һәм Альберт Шәйбәк улы әйтеүенсә, көндәрҙең һәйбәт тороуына өмөтләнергә генә ҡала.

***

Район мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2 июлгә ҡарата район буйынса 1734 гектарҙа күп йыллыҡ үлән сабылған (дөйөм майҙандың 31%). Ун хужалыҡ бесән әҙерләүгә төшкән, Ленин исемендәге хужалыҡта сенаж һалалар.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: