Ауыл хужалығы
29 Июнь 2018, 06:35

Мал аҙығы әҙерләүгә - етди иғтибар

Юл буйлап Ҡуғанаҡбаш һөтсөлөк фермаһы территорияһына боролоп, малсылыҡ биналары буйлап бер нисә метр үткәс Ленин исемендәге хужалыҡтың сенаж һәм силос соҡорҙарына барып етәһең. Бында яңы сабылған үлән еҫе аңҡып тора. Тимәк, күптән түгел бында сенаж һала башлағандар.

Әле, билдәле булыуынса, мал аҙығы әҙерләү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Хужалыҡта был эштең нисек барыуы тураһында беҙгә мал аҙығы буйынса яуаплы Азат Туҡтаров һөйләне:

- Кисә, 25 июндә, сенаж әҙерләүгә тотондоҡ. Йылҡы борсағы баҫыуынан башланыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле һауа шарттары үлән үҫеүгә булышлыҡ итмәй. Йылылыҡ та, яуым-төшөм дә етмәне. Шуға ла, йәшел үләндең мул уңышына иҫәп тотоп булмай. Әл дә уҙған йылғы сенаж, силос, һалам запастары бар.

«Полесье» мал аҙығы йыйыу комбайнында Ильяс Ҡәйүпов эшләй. Үлән массаһын баҫыуҙан Т-150 тракторында һәм ҙур бортлы ике КамАЗда Фәнил Атанғолов, Фаил Дәүләтшин, Радик Йәминов ташый. Беренсе көндө 800 центнер сенаж һалынған. Сәмерхан Иҫәнбәтов К-700 һәм Марат Бикҡолов Агромаш-90-ТГ тракторында (ул популяр ДТ-75 тракторының яңыртылған версияһы) йәшел массаны тығыҙлау һәм тигеҙләү менән шөғөлләнә. Уларҙың бурыстары яуаплы, сөнки сенаж массаһын дөрөҫ тығыҙлау уның сифатын тәьмин итә.

Беҙ әңгәмәләшкәнсе, сенаж соҡорона йәшел үлән менән тултырып тейәлгән сираттағы автомашина килеп туҡтаны. Уны бушатҡас ҡеүәтле трактор массаны тығыҙлай башланы. Быйыл бер траншеяға сенаж, икенсеһенә - силос һалырға ниәтләйҙәр.

Сенаж һалыу менән бергә хужалыҡта бесән әҙерләү эштәре алып барыла. Күстерә үләнен сабып, уны рулондарға преслайҙар. Рәүеф Байморатов, Илдус Яхин, Илдар Бохармәтов, Фаил Бикҡолов, Рауил Бикмөхәмәтовтар баҫыуҙа тырышып эшләй. Мал аҙығы әҙерләүселәр үҙ бурыстарын һәйбәт башҡара - бесән рулондары шунда уҡ һаҡлау урынына оҙатыла. Улар ике бинала, шулай уҡ ферма территорияһында һаҡларға ниәтләйҙәр. Тәүге көндәрҙә бында 200 центнер бесән әҙерләп өлгөргәндәр. Хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү яйға һалынған. Һәр кем үҙ эшен яҡшы белә. Был хужалыҡта әлеге эш планлаштырылған ваҡытҡа тамамланыуында, ә фермала мал ҡышлатыу уңышлы үтәсәгендә бер ниндәй ҙә шик юҡ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас