Сараны асып, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров республиканың ҡайһы бер райондарында мал аҙығы әҙерләү кампаниялары башланыуын билдәләне. Тейешле сифатлы мал аҙығы алыу өсөн беҙҙең район аграрийҙарына йәшел үләнде сабыуҙы оҙаҡҡа һуҙырға түгел. Уҙған йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, июнь айының үләне иң сифатлыһы - йәш бесән туҡлыҡлы матдәләргә бай һәм яҡшы һаҡлана. Бынан тыш, бесәнде иртә сабыу арҡаһында үлән икенсе тапҡырға ла күпереп үҫә. Бесән уҙған йылға ҡарағанда әҙерәк, шуға ла мал аҙығы әҙерләүселәргә малдарҙы ҡышлатыуға тейешле мал аҙығы менән тәьмин итеү һәм мал һанын кәметеүгә юл ҡуймаҫ өсөн бар көстө һалып эшләргә кәрәк.
Матросов исемендәге хужалыҡ етәксеһе И.Ғ.Хәлитов билдәләүенсә, хужалыҡ механизаторҙары кәзә үләнен сабыуға төшкән (25 июнгә ҡарата 120 центнер бесән әҙерләнгән). Бесәнлектәр майҙаны бында 1100 гектар тирәһе. Ағымдағы йылда 325 гектарға ҡуҙаҡлы культуралар ҡушып сәселгән. Йәшел массаны сабыуҙа ғәйәт күп техника, атап әйткәндә, Дон-680, КСК-100 комбайндары эшләйәсәк, ә дүрт КамАЗ, ике ЗИЛ автомашинаһы, шул тиклем үк МТЗ-80, бер Т-150 К тракторҙары мал аҙығын ташыуға йәлеп ителәсәк. Ике трактор йәшел массаны тығыҙлаясаҡ. Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре мал аҙығы етештереүҙе ҡыҫҡа срокта башҡарырға ниәтләй.
Республика Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле, мехникалаштырыу, электрлаштырыу һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы урынбаҫары И.Ф.Хәбибуллин сығышында техника һатып алыу буйынса ярҙам саралары тураһында һөйләп, мал аҙығы һәм уңыш йыйғанда техник хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырҙы.
Район хакимиәте башлығының АПК бүлегенең баш инженеры Р.М.Туҡбаев йыйылыусыларҙы 2017 йылда әҙерләнгән мал аҙығына анализ һәм киләһе мал ҡышлатыу осорона бурыстар менән таныштырҙы.
Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты М.Т.Сабитов мал аҙығы әҙерләү сроктары һәм ысулдары буйынса фәнни тәҡдимдәр бирҙе.
- Сифатлы мал аҙығы алыу өсөн сенаж һәм силос соҡорҙарын алдан әҙерләргә һәм ҡыҫҡа срокта (4-5 көндә) уларҙы ябырға кәрәк. Ябыу материалы сифатында иң яҡшыһы полиэтилен пленка ҡулланыу. Технологияларҙы теүәл үтәмәйенсә, шулай уҡ биоконсерванттар ҡулланмайынса яҡшы сифатҡа ирешеп булмай тиерлек, - ти Мөнир Тимерғәли улы.
Әйткәндәй, мал аҙығы культураларын сенаж һәм силосҡа һалыу өсөн тәғәйенләнгән «Лактис» биоконсервантын ҡулланыу һөҙөмтәлелеге тураһында семинарҙа ҡатнашыусыларға «Лира Фарм» йәмғиәте вәкилдәре һөйләне. Район хакимиәте АПК бүлегенең баш агрономы Н.Б.Ибраһимов йәшел конвейерҙы ҡулланыуҙы ойошторғанда иҫәпкә алырға кәрәкле төп мәлдәр тураһында һөйләне.
Артабан мал аҙығын әҙерләү техникаһы күрһәтелде. Хужалыҡ механизаторҙары тарафынан (уларҙың барыһы ла семинарҙа ҡатнашты) буласаҡ кампанияға әҙерләү буйынса төп эштәр башҡарылған. Әйтергә кәрәк, машина-трактор паркы бик иҫкергән. Әммә күптән түгел һатып алынған ауыл хужалығы машиналары ла бар, улар әле генә заводтан сыҡмаһа ла, хужалыҡта булған машиналарға ҡарағанда яңыраҡ. Планда - автопаркты һәм агрегаттарҙы яңыртыуҙы дауам итеү.
Шулай итеп, бөгөнгө көндә хужалыҡ етәкселеге, белгестәре һәм мал аҙығы етештереүселәре алдында аныҡ маҡсат ҡуйылған - юғалтыуһыҙ һәм ваҡытында бесәнде сабып алыу, малсылыҡ продукцияһы сифаты һәм, иң мөһиме, малдарҙың сәләмәтлеге мал аҙығына бәйле булыуын оноторға ярамай.