Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Июнь 2018, 11:39

Һөт етештереү эшендә иң яҡшылары

Ағымдағы йылда конкурста ҡатнашыусыларҙы Баҡый йәйге лагерында ҡабул иттеләр. Ете хужалыҡтан һәм бер крәҫтиән-фермер хужалығынан 14 ҡатнашыусы һөнәри оҫталығын күрһәтергә килде. Уҙған йылдарҙа һөнәри оҫталыҡ конкурсында техник-ҡасырыусылар ҙа ҡатнаша торғайны, әммә был белгестәр хәҙер шул тиклем аҙ, шуға ла был юлы уны үткәрмәҫкә булдылар. Бөтә иғтибар ауыл ерендә эшләгән тыйнаҡ ҡатын-ҡыҙҙарға йүнәлтелде.

Сараны асып, «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәте директоры Андрей Дерябкин хужалыҡ менән ҡыҫҡаса таныштырғандан һуң, был конкурс - тәү сиратта, иң яҡшы машина менән һыйыр һауыу операторҙарының оҫталығын һәм белемен күрһәтеү, тип билдәләне. Уның уңыштар теләгән һүҙҙәренә район ветеринар станцияһы начальнигы Азат Әхмәров та ҡушылды.

- Бында хужалыҡ алдынғылары йыйылды, был һеҙҙең әле үк еңеүсе булыуығыҙҙы һөйләй, - тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға райондың АПК бүлеге зоотехнигы Наил Йосопов һәм артабан ул конкурс программаһы менән таныштырҙы.

Заданиеларҙы тиҙерәк үтәр өсөн уларҙы параллель үткәрергә ҡарар ителде. Бының өсөн ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленде. Конкурс этаптарын хужалар - «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәте вәкилдәре асты. Сәлимә Латипованың еңел ҡулы менән конкурстың беренсе этабы башланды. Сәлимә Сәлимйән ҡыҙы конкурста беренсе тапҡыр ҡатнаша ине, өҫтәүенә ул күптән түгел генә һауынсы булып эшләй башлаған, шуға ҡарамаҫтан, заданиеларҙы һәйбәт үтәне. Был этаптың бурысы еңел түгел - ҡатнашыусыларға һауыу аппаратын ваҡытҡа һүтеп-йыйырға, өҫтәүенә быны тиҙ һәм сифатлы башҡарырға кәрәк. Барыһы ла шыма ғына барманы, күптәр бик ныҡ тулҡынланды. Ҡайһы бер операторҙар аппаратты һүтеү һәм пульсаторҙы йыйыу тәртибен онотто, ҡайһы берәүҙәрҙең шлангтарҙы ысҡындырғанда йәки, киреһенсә, ҡуйғанда ҡыйынлыҡтарға тарыны. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, йәшерәк операторҙар заданиены тиҙерәк үтәне, әммә уларҙың хаталары ла булды, ә бына малсылыҡта бер нисә тиҫтә йыл эшләгән өлкәнерәк хеҙмәттәштәре, оҙағыраҡ булһа ла, заданиены хатаһыҙ тиерлек башҡарҙы. Бер төркөм аппаратты һүтеп-йыйғансы, икенсеһе - һыйыр һауҙы. Жюри һыйыр һауыуға әҙерлекте, һауыу аппараты менән оҫта ҡуллана белеүҙе, һауылған һөттөң күләмен һәм сифатын баһаланы. Дөйөм алғанда, конкурста ҡатнашыусылар судьялар һәм коллегаларының ныҡлы иғтибары аҫтында фермала көн дә башҡарған эштәрен күрһәтте. Һыйырҙар холоҡһоҙланып та алды. Әммә барыһы ла һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Өсөнсө этапта һөттөң сифаты баһаланды. Судьялар билдәләүенсә, быйыл һөттөң таҙалығы юғары кимәлдә булды.

Райондың АПК, мәғлүмәт-консультация үҙәге, район ветеринар станцияһы, йәштәр эштәре комитеты вәкилдәренән торған жюри ағзалары бөтә этаптарҙан һуң конкурсҡа йомғаҡ яһаны.

Еңеүселәрҙе бүләкләү «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтенең ашханаһында булды, бында хужалар байрам өҫтәле әҙерләгәйне.

Еңеүселәрҙе атап, Азат Рәхимйән улы барлыҡ конкурсанттар ҙа лайыҡлы сығыш яһаны, тип тағы бер тапҡыр билдәләне. Шулай ҙа «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәтенән Гөлсирә Хужина иң яҡшы машина менән һыйыр һауыу операторы тип танылды. «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтенән Светлана Триханова икенсе, «Күндерәк» хужалығынан Рәсимә Дәүләтбаева - өсөнсө урында. Баһауетдиновтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығын күрһәткән Зөлфиә Сәғетдинова ла еңеүсе булды, был конкурста икенсе йыл рәттән ҡатнашҡан берҙән-бер фермер хужалығы. Барлыҡ призерҙарға Грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Башҡа конкурста ҡатнашыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы - уларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырылды. Улар, үҙ сиратында, берҙәм тауыштан бында уларға бик оҡшауын билдәләп, ярыш өсөн уңайлы шарттар булдырғандары һәм ҡунаҡсыл ҡабул иткәндәре өсөн хужаларға рәхмәт белдерҙе.

Бындай ярыштар кәрәк булыуында бер ниндәй ҙә шик юҡ. Конкурстың традицияға әүерелеүе һөйөнөслө, был һауынсыларҙың ауыл хужалығы тармағында иң ауыр һәм яуаплы һаналған хеҙмәткә ихтирамлы мөнәсәбәте тураһында һөйләй.
Читайте нас: