Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Май 2018, 11:20

Хужалыҡта шипкән, етен, гәрсис, ноҡот борсағы ла үҫә

Районда йәшәүселәрҙең күбеһе шипкәндең нимә икәнен дә белмәйҙер, моғайын. «Бәлки, бәшмәктер?» - тип һорар ҡайһы берәүҙәр. Юҡ шул. Шипкән - уҙған быуат башында уҡ онотолған майлы үҫемлек. Әммә Түбәнге Аллағыуат ауылынан Бикташевтарҙың крәҫтиән - фермер хужалығында әлеге культураға айырыуса мөнәсәбәт. Ике йыл баҫыуҙарында үҫтергәнгә күрә, шипкән тураһында улар барыһын да белә һәм уны ентекләп өйрәнгән, сөнки ул табышлы һәм һәр ваҡыт һорау менән файҙалана.

«Бикташева Ә.М.» крәҫтиән-фермер хужалығы өсөн быйыл юбилейлы йыл. Тап ун йыл элек Әлфиә Мәннәф ҡыҙы үҙ хужалығын булдырырға ҡарар итә. Тәүге мәлдә ҙур булмаған майҙанға бөртөклөләр сәсәләр, бер нисә йылдан һуң сәсеү майҙанын киңәйтәләр. Был фермер хужалығында тотош ғаилә менән эшләйҙәр. Бөгөн эштәрҙе Әлфиә Мәннәф ҡыҙының өлкән улдары - Алик менән Руслан дауам итә. Тырыш егеттәр эшкә етди тотонған. Фермерҙар 1700 гектар ерҙә эшләй. Уларҙың райондан ситтә урынлашҡан баҫыуҙары ла бар. Фермерҙар яңы технология ҡулланырға, тәжрибәләр үткәрергә, традицион булмаған культуралар менән эшләргә ҡурҡмай. Бер һүҙ менән әйткәндә, заман менән бергә атларға тырыша.

- Интернет барлыҡҡа килеү менән эштәр күпкә еңеләйҙе, сөнки унда теләгән мәғлүмәтте, бизнес буйынса партнерҙарҙы тиҙ арала табырға мөмкин, - тине Алик Салауат улы сәсеү эштәренең иң ҡыҙған мәлендә беҙҙең менән осрашып, әңгәмәләшкәндә.

Юғарыла әйтеп үтелгән шипкәнде бында икенсе йыл үҫтерәләр. Уңышты Стәрлетамаҡ районының Васильевка ауылында урынлашҡан «Аллағыуат элеваторы» йәмғиәтенә тапшыралар.Майлы культураларҙың хаҡы бөртөклөләргә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ.

- Беҙ ужым шипкәне үҫтерәбеҙ, ә уның яҙғыһы ла бар. Беренсе тапҡыр 120 гектар майҙанға сәстек. Уңышлы ғына һаттыҡ. Икенсе йылына майҙанды ике тапҡырға арттырырға уйлағайныҡ, ләкин көҙ ҡоро килде, ямғыр яуманы, шуға күрә ниәтләмәнек. Нисек булһа ла беҙ отошта ҡалабыҙ, - тине фермер ышаныслы итеп. - Был культура юғары рентабелле. Бер гектарға 5 килограмм шипкән сәсергә кәрәк. Сығымдар гектарына 100 һум тирәһе була. Сағыштырыр өсөн ужым арышының сығымы 800 - 900 һум тирәһе. Айырма бик ҙур! Шуға ла табышлыраҡ культураға күсергә ҡарар иттек. Бөртөклөләрҙән дә баш тартманыҡ. Быйыл 170 гектарға һоло сәстек. Был эште Илнур Туҡтамышев башҡарҙы. Ашлыҡ күбеһенсә мал аҙығына һәм пайсылар менән иҫәпләшеүгә китә - шипкән был осраҡта быға бармай. Уны биояғыулыҡ өсөн сеймал булараҡ, химия, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҡулланалар. Уны нигеҙҙә сит илгә һаталар. Шипкәндән тыш, бер нисә экспорт культуралар ҙа, шул иҫәптән етен дә үҫтерәләр. Ул фермер баҫыуҙарында һәйбәт үҫә һәм уңышы менән һөйөндөрә. Беҙ килгән көндө Руслан Бикташев (һүрәттә) Үрге Аллағыуат ауылы эргәһендәге 150 гектар майҙанда етен сәсеү эштәрен тамамлап килә ине.

- Ауыл эргәлә генә, баҫыуға мал-тыуар инеп, тапап сығыуы мөмкиндер ул?

- Быға беҙ борсолмайбыҙ. Етен үҫкән баҫыуға малдар яҡын да килмәй - быға үҙебеҙ ҙә аптырайбыҙ.

Етен сәсеү эштәре тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Киске һәм төнгө сменала Альберт Моратов эшләй. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, быйыл крәҫтиән-фермер хужалығында тәүге тапҡыр тупраҡты эшкәртмәйенсә сәсеү технологияһын ҡулланалар. Был да сығымдарҙы һиҙелерлек кәметә - ерҙе һөрмәйҙәр ҙә, культивация ла үткәрмәйҙәр.

Бында көнбағыш та үҫтерәләр. Уҙған йылда ла, быйыл да «Пионер» гибридлы сортына өҫтөнлөк биргәндәр. Көнбағышты Марс Мәүлетҡолов, Тимур Хайсаров сәскән. Бынан тыш, гәрсис 300 гектар биләй, 100 гектарға ноҡот борсағы сәскәндәр.

Яҙғы-баҫыу эштәре ваҡытында фермер хужалығында туғыҙ кеше эшләй. Улар өсөн төшкө ашты Алик һәм Русландың тормош иптәштәре сиратлап әҙерләй.

«Бына улар, ысын фермерҙар», - тип уйланым мин уларҙан ҡайтып киткәндә, - егәрле, тәүәккәлдәр. Еңел булмаған эшкә тотонғандар һәм уны уңышлы алып баралар». Бикташевтарҙың эштәре тураһында беҙ тағы күп тапҡыр ишетербеҙ һәм яҙырбыҙ тип ышанам.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: