Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Май 2018, 12:13

Мал ҡышлатыу осоро тамамланды

Май айы йылы көндәр менән ҡыуандыра. Туғайҙарҙа үлән йәшәрә. Малды көтөүлектәрҙә аҫрау өсөн һәйбәт ваҡыт.

17 майға ҡарата, 11 хужалыҡтың 9ы һауын һыйырҙарын һәм йәш малды йәйге лагерҙарға күсергән. Матросов исемендәге хужалыҡ, «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәте, Ленин исемендәге хужалыҡтар был эште тиҙ һәм һәйбәт ойошторған. «Күндерәк» хужалығында, «Правда» агрофирмаһында» һауын һыйырҙарын ҡабул итеү өсөн йәйге лагерҙарҙа һуңғы эштәр тамамланып килә.

Район буйынса йәйге лагерҙарҙа 3000дән ашыу һыйыр аҫраласаҡ.

Малдарҙы күсерер алдынан һәр хужалыҡ лагерҙарҙы көтөүлек осорона әҙерлеген тикшерҙе. Шуларҙың һигеҙендә һөт үткәргес йыһазландырылған.

Малдарҙы көтөүлектәрҙә йөрөтөү уларҙың продуктлылығын арттырыу мөмкинлеген бирә, алда - мул һөт миҙгеле. Әммә был перспектива ауыл хужалығы тауар етештереүселәрен бик ҡыуандырмай, сөнки йәй етеү менән һөттөң хаҡы төшә. РФ Ауыл хужалығы министрлығының хаҡтар мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, һөткә уртаса һатып алыу хаҡы май башында, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 10,2% кәмегән.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: