Йәшергән ауылына ингән ерҙә беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Азат Заһиҙуллин ҡаршыланы. «Эш ҡайнай, бер баҫыуҙа бойҙай, икенсеһендә көнбағыш сәсәбеҙ. Ҡайҙа барырға теләйһегеҙ?», - тип һораны ул беҙҙән. Ике баҫыуға ла барырға ҡарар иттек, көнбағышты нисек сәскәндәрен күрергә йүнәләбеҙ.
- Планлаштырылған 400 гектарҙың 200енә сәселгән дә инде, - тип һөйләй Азат Тимерғәли улы. - Нәзир Фәттәхов сәсә, Йәсир Мусин ( һүрәттә) культивациялай. Ул бик яуаплы һәм тәжрибәле механизатор. Бындай егәрле хеҙмәтсәндәр, дөрөҫөн генә әйткәндә, бик аҙ. Ҡышын бульдозерҙа эшләне, ферма территорияһын даими ҡарҙан таҙартты. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул ҡайҙа - шунда тәртип.
Юл ыңғайы ужым арышының ярайһы уҡ йәшәреүен күрәбеҙ. «Ҡышты һәйбәт үткәрҙе, һәм көҙөн индергән карбомид файҙаға булды. Ужым культураларынан арыш ҡына беҙҙә 390 гектар биләй», - тип дауам итә әңгәмәне Азат Тимерғәли улы.
Баҫыуға килеп еттек. Культивация яһаған Т-150 тракторын хужалыҡ быйыл һатып алған. «Техника һәйбәт, яҡшы эшләй. Кондиционеры бар, тирә-яҡты ҡарап барыу уңайлы. Бындай техникала эшләү - үҙе бер кинәнес», - ти механизатор Ясир Мусин. Уны оҙаҡ тотҡарлап тормайынса бойҙай сәскән баҫыуға йүнәләбеҙ. Баҫыу эшендә ҡатнашыусылар яҙғы көндөң тотороҡһоҙ булыуын яҡшы аңлай. Техникаға орлоҡ һалыу һәм тамаҡ ялғап алыу өсөн генә эштән туҡтап торалар. Әйткәндәй, ҡайнар ашты баҫыуға уҡ алып килеп, уларҙы көнөнә өс тапҡыр туҡландыралар. Уларға 250 гектарҙың һуңғы 50 гектарына ғына сәсергә ҡалған. Тағы бер сәскес тағылған Т-150 тракторында Радмил Сәйәғфәров сәсә. Уға Василий Лихонен ярҙамлаша. Хәмзә Ғәлиуллин орлоҡ ташый. Ул хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, туған хужалығына ярҙам итә. Филүс һәм Тимерйән Ҡыҙрасовтар бойҙай һәм көнбағышты катуклау менән мәшғүл. Улар үҙҙәре Ейәнсура районынан. Бында өсөнсө миҙгел эшләйҙәр.
- Ошо май көндәрендә һауа торошо иген үҫтереүселәргә тулы көскә эшләргә ярҙам итә. План буйынса баҫыуҙарҙың күбеһенә элиталы орлоҡ сәсеү ҙә ҙур өмөт бирә. Беҙ тәүге тапҡыр «Симбирцит» бойҙайының элиталы орлоғон сәстек. Әйткәндәй, быйыл Көйөргәҙе районынан һатып алған һолоноң «Рысак-элита» сорты сәселәсәк. Бойҙай, көнбағыш һәм һолоно сәскәс тә, арпа сәсә башлаясаҡтар, ә иң һуңғы сиратта - ҡарабойҙай. Орлоҡ һәм яғыулыҡ менән проблема юҡ, - ти Азат Тимерғәли улы. - Хеҙмәтсәндәр ҙә ышаныслы, тәжрибәле. Игенселәрҙең кәйефе яҡшы. Әгәр көндәр матур торһа, сәсеү эштәрен сифатлы һәм ҡыҫҡа срокта тамамлаясаҡбыҙ. Ә һуңынан йәйҙең һәйбәт булыуын теләйбеҙ: ямғыр ҙа, ҡояшлы көндәр ҙә етерлек булһын инде.
Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.