Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Май 2018, 11:24

Эштәр ҡыҙыу бара

«Урожай» йәмғиәтенә беҙ иртән иртүк килдек. Был мәлдә яҙғы-баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан механизаторҙар тракторҙарын техник хеҙмәтләндереү менән мәшғүл ине. Көн йылы һәм ҡояшлы булырға оҡшай ине. Кампания башланғанда һауа торошо бер аҙ көйһөҙләнеп алһа ла, хәҙер иһә көндәр матурланды һәм баҫыу эштәрен һәйбәт темпта башҡарырға мөмкин.

- Сәсеү эштәре ҡыҙыу бара, - ти хужалыҡ етәксеһе Илдар Ғәскәров. - Бөгөнгө көндә яҙғы культуралар майҙандың яртыһына тиерлек - 150 гектарға бойҙай, 250 гектарға арпа, 200 гектарға һоло сәселде.

Владимир Петров һәм Анатолий Тимофеев яҙғы бөртөклө культуралар сәсеү менән мәшғүл. Әйткәндәй, Владимир Николаевич, быйыл яҙ хаҡлы ялға сыҡҡан. Хужалыҡта ул иң яҡшы хеҙмәтсәндәр иҫәбендә. Егәрле кеше. Йәйен иртәнән алып ҡараңғы төшкәнсе баҫыуҙа, ҡышын юлдар һәм урамдарҙы ҡарҙан таҙарта, фермала ла уға эш етерлек.

Тәжрибәле механизаторҙар менән бер рәттән йәштәр ҙә тырышып эшләй. Мәҫәлән, Айнур Ғәскәров МТЗ 82.1 тракторында яңы агрегат - ротацион тырма ярҙамында күп йыллыҡ үләндәрҙе тырмата. Айнурҙы беҙ ҡандала үләне баҫыуында осраттыҡ.

- Һуңғы гектарҙарҙа эшләйем. Артабан Банковка ауылы эргәһендә ужым бойҙайы сәсеүлектәрен эшкәртергә тура киләсәк. Элегерәк, нигеҙҙә, миндә «стажлы» тракторҙар була торғайны, бына хәҙер ышанып яңы техника тапшырҙылар, унда эшләү ҙур кинәнес, - тип ҡәнәғәт йылмая егет.

Баҫыу эштәрендә тағы бер ҡатнашыусы - Иҙрис Фәхриев, уҙған йылдарҙағы кеүек үк, көнбағыш сәсеү менән мәшғүл. Ул артабан шулай уҡ аралыҡлы культуралар сәсеүлегендә рәт ара эшкәртеү үткәрәсәк. Уның хеҙмәттәше Азат Исмәғилев сәсеү алды культивацияһы менән шөғөлләнә. Был майлы культура 200 гектар майҙан биләйәсәк, шуларҙың 120 гектарына сәселгән дә инде.

Дөйөм алғанда, эштәр ошо көсөргәнешле осорға ярашлы алып барыла .

- Яғыулыҡ, орлоҡ, кадрҙар менән проблема юҡ. Сәсеүҙә ҡатнашыусыларҙы баҫыуҙа уҡ төшкө аш менән туҡландырабыҙ. Әгәр көндәр матур торһа, оҙаҡламай бөтә эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ, - ти Илдар Рим улы.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: