Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Май 2018, 11:00

Иген үҫтереүгә көстәрен йәлләмәйҙәр

Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре әүҙем эш башланы Хужалыҡ бригадиры Амур Хәлитов менән ошо көндәрҙә буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалынған баҫыуға йүнәләбеҙ. Юл алыҫ булманы. Сәсеү эштәре «Ауылға ҡаршы» тип аталған баҫыуҙа алып барыла ине.

Беҙ килгән мәлдә баҫыу ситендә бер нисә техника, сәскесле К-700 һәм Т-150 тракторҙары тора ине. Механизаторҙар шул ваҡытта «тимер аттарын» сираттағы күп көс һәм хеҙмәт талап иткән процесҡа әҙерләү менән мәшғүл - был участкала яҙғы бойҙай сәсергә ниәтләйҙәр. Мин уларҙың кәйефтәре нисек булыуын һорап өлгөрҙөм. «Бик шәп», - тип яуап бирҙе ҡыҫҡа ғына баҫыу эштәрендә ҡатнашыусы һәм хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙарының береһе Фаил Латипов. Әйткәндәй, яҙғы баҫыу эштәрендә мәшғүл механизаторҙар, водителдәр - үҙ эшен яҡшы белгән даими хеҙмәткәрҙәр. Сәсеүҙе Наил Шәймәрҙәнов, Фәнзил Мәхиәнов, Йәүҙәт Савин алып бара. Т-150 тракторы эргәһендә Фәнил Шәрипов ниндәйҙер эш менән мәшғүл - ул хаҡлы ялдағы механизатор, әммә көсөргәнешле осорҙа, сәсеү, урып-йыйыу мәлендә йәки техника ремонтлағанда туған хужалығына ярҙам итешә. Эшләп өйрәнгән Фәнил Шәрипов ҡул ҡаушырып ултыра алмай. Күрәһең, ер тарта. Был юлы уға орлоҡ ташыу эше ышанып тапшырылған, сәсеүҙә ҡатнашыусыларҙың тағы береһе Амур Хөснөтдинов ЗИЛ автомашина базаһындағы орлоҡ тейәгестә сәсеү агрегаттарына орлоҡ һала. Бында тейәүселәр ҙә, сәсеүселәр ҙә талап ителмәй. Ринат Вахитов һәр эште ҡарап, иҫәп алып бара.

- Агрегаттарҙы баҫыуға 3 майҙа сығарҙыҡ. Тәү сиратта, 200 гектарға һоло сәстек. Бына дүртенсе баҫыуға бойҙай, «Тулайковская золотистая» сортының икенсе репродукция орлоҡтарын сәсәбеҙ. Ғәлинур Мифтахов менән Рәфис Назаров ашлыҡ складында орлоҡ ағыулау менән шөғөлләнә, - тип һөйләй хужалыҡтың баш агрономы Илдар Рәхимов. Хужалыҡта ул ун йыл, агроном вазифаһында - икенсе миҙгел эшләй. Әммә Илдар Хәсән улы әйтеүенсә, әлегә хужалыҡтың элекке агрономы Наил Хөснөтдиновҡа йыш ҡына кәңәш һәм консультация һорап мөрәжәғәт итергә тура килә һәм ул ихлас ярҙам итә.

Бер үк ваҡытта башҡа мөһим эштәр ҙә алып барыла. Камил Таиров, Флүр Баһауетдинов, Фидан Әхмәров, Әхәт Басиров һәм Назим Әсфәндийәровтар ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу менән мәшғүл. Алыҫ түгел тағы бер агрегат эшләп йөрөй. «Флорид Сәйфетдинов сәселгән баҫыуҙарҙы тырмата», - тип шунда уҡ аңлатты агроном.

Бойҙай баҫыуында сәсеү эштәрен тамамлау менән арпа, ҡарабойҙай сәсергә төшәсәктәр, көнбағыш 200 гектар биләйәсәк, шул сама гектарға мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үлән сәсергә планлаштыралар.

Дөйөм алғанда, бик күп эштәр башҡараһы бар. Әлегә көндәр матур торғанда ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышалар. Ваҡытты сарыф итмәҫ өсөн тракторҙарҙы төнгөлөккә баҫыуҙа ҡалдыралар. Ә уны һаҡларға ҡарауылсы яллағандар.

Ҡарап торһаң, техника ла, эшсе көс тә бар кеүек, әммә ауырлыҡтар етерлек. Проблемалы мәсьәләләрҙең береһе - яғыулыҡ менән тәьмин итеү, ул үҙ сиратында финанс дефицитына бәйле. Хужалыҡ етәкселеге билдәләүенсә, әл дә был эштәрҙә район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә.

Хужалыҡта сәсеү эштәре тулы көскә барыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәтсәндәрҙең кәйефе шәп, улар яҡшылыҡҡа ышана һәм үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты ваҡытында үтәү өсөн көстәрен дә, ваҡытын да йәлләмәй.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.
Читайте нас: