Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Май 2018, 11:51

Мул уңышҡа ышаныс менән

Ихтирам менән ҡараһаң тәбиғәт мотлаҡ ярҙам итәсәк тип ышанған ата-бабаларыбыҙ. Уҙған кесаҙна көндө Ҡуғанаҡбаш ауылында «Бураҙна байрамы» үтте. Уны халыҡта икенсе төрлө «Сәсеү байрамы» тип тә йөрөтәләр. Ҡояш яҙғы сағыу нурҙарын һибә башлау менән һауа торошо ла 25 градусҡа тиклем күтәрелде. Тәбиғәт кешеләргә яҙғы пейзаж, матур байрамдан ләззәт алып, сәсеүҙе башларға «рөхсәт» биргәндәй булды.

Яҙғы баҫыу эштәре - һәр игенсе тормошонда тулҡынландырғыс ваҡиға. Ул мул уңышҡа ышаныс менән һуғарылған. Байрам көнөнөң иртәһе ҡорбан салыуҙан башланды. Ҡорбан итенән урындағы ашханала аш бешерелде. Ә ауыл эргәһендәге баҫыуҙа ветерандар, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, һәм, әлбиттә, сәсеүҙең төп геройҙары - механизаторҙар йыйылды.

«Йыл һайын яҙғы баҫыу эштәре башланыуын шулай билдәләйбеҙ. Боронғо йоланы һаҡларға кәрәк. Сөнки «Тәүге бураҙна» - тәбиғәт миһырбанлы булыр, игенселәрҙе мул уңыш менән һөйөндөрөр тигән ҙур ышаныс», - тип һөйләй ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Зөлфирә Булатова. Сарала мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша, тимәк, улар икмәктең еңел булмаған хеҙмәт менән табылыуын үҙ күҙҙәре менән күрәсәк.

Артабан ҙур булмаған концерт программаһынан һуң һүҙ урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Юрис Синәғоловҡа бирелде. Ул ауыл халҡын яҙғы баҫыу эштәре башланыуы менән ҡотлап, көндәрҙең аяҙ, матур тороуын һәм мул уңыш теләне.

«Беҙҙә ужым культуралары 1430 гектар биләй, шуларҙың 1010һы - арыш, ҡалғаны - бойҙай. 1400 гектарға яҙғы бойҙай, 350шәр гектарға арпа һәм һоло, 100әр гектарға ҡарабойҙай һәм борсаҡ, 500 гектарға көнбағыш, 1070 гектарға мал аҙығы сәсергә планлаштырабыҙ. Баҫыуҙар барлыҡ агротехник талаптар буйынса, ентекле әҙерләнде: ашлама индерелде, яҡшы тырматылды, тимәк, һәйбәт уңышҡа иҫәп тоторға мөмкин. Көндәр генә матур торһон», - тип уртаҡлашты уй-фекерҙәре менән хужалыҡтың баш агрономы Вафир Ҡорбанғәлиев. Быйыл элиталы орлоҡтар сәселәсәк, тип билдәләне ул. Мәҫәлән, яҙғы бойҙайҙың «Архат» сортлы суперэлита һәм көнбағыштың «Енисей» сортлы орлоҡтары сәселәсәк.

Ошондай изге эш уңайынан Ҡуғанаҡбаш мәсете имамы Илшат хәҙрәт һәм мулла Әсҡәт Ишморатов доға ҡылды ( һүрәттә). Артабан сәсеүгә старт бирелде. Хужалыҡтың билдәле һабансылары Миңнулла Вилданов «Кузбасс - Т» сәсеү комплексы тағылған К-744 һәм Сәмерхан Иҫәнбәтов яңы «Агратор» сәсеү комплексы тағылған К-701 тракторҙарында сәсеү эштәрен башланы. Ленин исемендәге хужалыҡтың яңы сәсеү комплексы бер нисә операцияны башҡара: тупраҡты тулыһынса эшкәртеп әҙерләй, сәсә һәм тырмата. Уны ҡулланыу уңышты арттырыуға булышлыҡ итәсәк, өҫтәүенә финанс сығымдар дүрт тапҡырға тиерлек кәмейәсәк.

Сәсеүгә төшөргә әҙерләнгән тракторҙар алдынан йыйылыусылар һәйбәт шытым һәм мул уңыш теләп, уңдырышлылыҡ һәм муллыҡ символы булараҡ буялған йомортҡалар ташланы. Алла бирһә, тиҙҙән ошо баҫыуҙарҙа бойҙай һәм арпа шытып, күтәрелеп, башаҡ бирәсәк. Игенселәрҙең тырыш хеҙмәте мул уңыш менән бүләкләнһен. Ерҙә иң изге эште башҡарған механизаторҙарҙың ҡулдары талмаһын, иген башаҡтарын күреп, күҙҙәре шатлыҡ нуры сәсһен.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: