Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Май 2018, 13:34

Район баҫыуҙарында

Һыуыҡ һәм ямғырлы яҙ ауыл эшсәндәренә баҫыу эштәрен тулы көскә үткәрергә ҡамасаулай. Шуға ҡарамаҫтан, аграрийҙар тейешле баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн ҡояшлы һәр көндән һәм сәғәттән файҙаланып ҡалырға тырыша.

«Күндерәк» хужалығы, «Центральная» МТСы, «Озон» йәмғиәте механизаторҙары ошо көндәрҙә дәррәү эшләне, 3 майға ҡарата 876 гектарҙа дым ҡаплатылған. «Правда» агрофирмаһы», «Нур», «Урожай», «Заря» йәмғиәттәре, Ленин исемендәге хужалыҡта дым ҡаплатыу эше планлаштырылған майҙандың яртыһынан күбеһе үтәлгән. Өс хужалыҡта әлеге эш бөтөнләй башланмаған. Ужым культуралары сәсеүлектәренә ашлама индереү «Центральная» МТСында тулыһынса тамамланған. Был эш «Күндерәк» хужалығында ла һәйбәт ойошторолған, унда ужым культуралары сәсеүлектәренең яртыһынан күбеһе туҡландырылған. Барлығы район буйынса 12600 гектар майҙанға минераль ашлама индерергә кәрәк. Әлегә пландың дүрттән бер өлөшө генә башҡарылған, тимәк, эште тиҙләтергә кәрәк. Әммә, күбеһе һауа торошона бәйле.

Бөгөнгө көндә район буйынса (шулай уҡ КФХ) орлоҡ материалының яртыһы - 3003 тоннаһы ағыуланған. Ленин исемендәге хужалыҡта, «Центральная» МТСында, «Озон» йәмғиәтендә сәсеү алдынан орлоҡтарҙы әҙерләү тамамланған.

Ленин исемендәге хужалыҡ, «Заря» йәмғиәте механизторҙары сәсеү агрегаттарын баҫыуға сығарған. Хәҙер һауа торошоноң һәйбәт тороуы ғына кәрәк, ә ер эшсәндәре ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: