Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Май 2018, 11:39

Баҫыуҙа эштәр ҡыҙғандан-ҡыҙа

Уҙған аҙнала райондың ер эшсәндәре баҫыу эштәренә төштө. Бер аҙ яуған ямғыр ҡатыш ҡар уларҙың эшенә ҡамасаулаһа ла, көн асылыу менән баҫыуҙарҙа мотор тауыштары геүләй башлай.

Уҙған аҙна аҙағында райондан дүрт хужалыҡ һәм бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы дым ҡаплатыуға төштө. Ә «Күндерәк» ауыл хужалығы кооперативы, «Правда» агрофирмаһы», «Арыҫлан», «Заря» йәмғиәттәрендә әүҙем рәүештә ужым культуралары сәсеүлектәренә ашлама индерелә.

Шул уҡ ваҡытта үҫемлектәрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау буйынса технологик сараларҙың береһе - орлоҡтарҙы сәсеү алдынан ағыулау эштәре бара. Әммә уҙған аҙна аҙағына әлеге эш «Арыҫлан», «Ҡабыҡҡыуыш», «Озон», «Урал» агрофирмаһы» йәмғиәттәрендә һаман да башланмағайны. Ә башҡа хужалыҡтарҙа был эш әүҙем бара.

«Күндерәк» хужалығы баҫыуҙарында ла эш дәррәү бара. Хужалыҡтың баш агрономы Марат Бүләков һүҙҙәре буйынса, көндәр аяҙайтыу менән 27 апрелдә механизаторҙар Самат Заманов, Тимерйән Ҡотлобулатов, Николай Данилов, Альберт Тиләев дым ҡаплатыу эштәренә тотондо. 27 апрелгә 200 гектарҙа, йәғни планлаштырылған майҙандың өстән бер өлөшөндә был эш башҡарылды. Күп йыллыҡ үләндәр 380 гектар майҙанды биләй, шуның 100 гектары эшкәртелгән.

1000 гектар майҙанға сәселгән ужым культураларының торошо ҡәнәғәтләндерерлек. Хәҙер иң мөһиме - уларҙы туҡландырыу. Аммиак селитраһы һәр гектар иҫәбенә 90 килограмдан өс агрегат ярҙамында индерелә. Владик Байрамғолов, Рәдис Абдуллин, Йәүҙәт Баязғолов 200 гектар ужым сәсеүлектәрен туҡландырҙы.

Бер үк ваҡытта орлоҡто сәсеүгә әҙерләү эштәре бара. Был эш менән Фәнир Аҡанаев шөғөлләнә.

Бер һүҙ менән әйткәндә «Күндерәк» хужалығы игенселәре яҙғы-баҫыу эштәренә яҡшы әҙерлек менән дәртләнеп тотондо. Уларға аяҙ, йылы көндәр һәм изге башланғыстарының уңышлы тамамаланыуын теләйбеҙ. Хәйерле сәғәттә, баҫыу батырҙары!

Фаягөл ЙОСОПОВА.

А ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: