Традицияға ярашлы, семинар ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән хужалыҡта алдағы сәсеү миҙгеленә техниканың әҙерлеген күрһәтеүҙән башланды. Унда ҡатнашыусылар машина-трактор паркында булып, баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк техниканы һәм тағылма агреттар ҡараны. Артабан улар ашлыҡ складында орлоҡ материалдарының һаҡлау шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
Сараның пленар өлөшөндә «ТОЛПАР» йәмғиәте башҡарма директоры Зәбир Бәҙретдинов ҡатнашыусыларҙы хужалыҡ менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте, шулай уҡ яҙғылыҡҡа билдәләнгән пландар тураһында һөйләне.
- Эште 850 га майҙан биләгән ужым культуралары сәсеүлектәрен туҡландырыуҙан башларға планлаштырабыҙ. Уны «Туман» һиптергесе менән эшкәртәсәкбеҙ. Дым ҡаплатыуға биш, бөртөклө культуралар сәсеүгә - дүрт, техник культуралар сәсеүгә - өс агрегат йәлеп ителәсәк, - тип билдәләне Зәбир Ғүмәр улы.
Хужалыҡтарҙа техник тикшереү барышы, транспорт сараларын комплектлау буйынса норматив талаптар тураһында Стәрлебаш районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы белгес-эксперты Азамат Ишбирҙин һөйләне.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондары буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге һәм профилактик эш инспекторы З.З.Ханнанов хужалыҡтарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү мөһимлеге тураһында һөйләне, ҡороған үләнде һәм ҡамылды яндырыу тураһында талаптарҙы әйтеп үтте.
Урман хужалығы вәкиле Миңлеғаян Фәйрузов сығышын ағымдағы йылдың 16 апреленән республика территорияһының урман фондында янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле башланыуы тураһындағы бойороҡ менән таныштырыуҙан башланы һәм сарала ҡатнашусыларҙы урман массивтарында эш ойошторған ваҡытта айырыуса иғтибар булырға саҡырҙы.
Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Илдус Кәримов мөһим һәм мотлаҡ процедура - эш урындарын аттестациялауға иғтибар итеүҙәрен һораны. Асыҡланыуынса, әлеге сара барлығы биш хужалыҡта ғына эшләнгән.
Һүҙен йомғаҡлап, Фәнүр Зөфәр улы ағымдағы йылдың үҙенсә ҡатмарлы булыуы тураһында әйтте. Ерҙең дымлылығы бик түбән, бының шытымдар, үҫемлектәр үҫешенә насар йоғонто яһауы ихтимал:
- Бындай осраҡта яҙғы культураларҙан мул уңыш көтөргә түгел. Шуға күрә ужым арышы һәм бойҙайы иң яҡшы культуралар булып ҡала. Һауа торошо яҡшырыу менән уларҙы эшкәртергә, тырматырға кәрәк. Барлыҡ агротехник ысулдар ҙа, тәү сиратта, баҫыуҙа дым һаҡлауға йүнәлтелергә тейеш, - тип тәҡдим итте район башлығы. - Шулай уҡ сәсеү майҙаны структураларына ла иғтибар итергә кәрәк, мәҫәлән, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа баҫыуҙың яртыһын тиерлек биләгән көнбағышты ғына алайыҡ. Әлеге культура, билдәле булыуынса, ерҙең уңдырышлылығын кәметә, шуға күрә ул дөйөм майҙандың рөхсәт ителгән 11 процентынан да артмаҫҡа тейеш. Кемдәр финанс яҡтан минераль ашламалар һатып алырға ауырлыҡтар кисерә икән, уларға сәсеү майҙаны структураларына тупраҡтың уңдырышлылығын арттырырға булышлыҡ итеүсе сидераль культураларҙы күберәк индерергә кәрәк.
Фәнүр Зөфәр улы шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә медицина тикшереүе үтеү, малсылыҡ фермалары территорияларында тәртип булдырыу, йәйге лагерҙарҙы әҙерләү кеүек башҡа мөһим мәсьәләләргә туҡталып үтте.
Сара күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, Йәшергән ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн һәм 50 йәшлек юбилейы уңайынан, КФХ башлығы Вадим Ғимазовҡа район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы тапшырыу менән тамамланды.
Фаягөл ЙОСОПОВА. И.ХӘЛИҠОВ фотоһы.