- Яҙын беҙҙең игенселәргә 4100 га һөрөнтө ергә сәсергә тура киләсәк, шуның 1400 гектарын көнбағыш, 100 гектарын - кукуруз биләйәсәк. Уҙған йыл борсаҡ бик уңды - гектарынан 26 центнер уңыш алдыҡ. Уның күп өлөшөн һаттыҡ. Шуны иҫәпкә алып, быйыл ҡуҙаҡлылар майҙанын икеләтә арттырырға ҡарар иттек, - ти «Заря» йәмғиәте хужалығының баш агрономы Линир Хәлитов. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, хужалыҡ орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән. Әйткәндәй, сәсеүгә 650т бөртөклө культуралар орлоғо бар. Күптән түгел Алтай крайынан көнбағыш орлоғоноң элиталы ике сортын алып ҡайтҡандар. Улар ни тиклем уңыш биререн көҙөн күрербеҙ. Бында ужым культураларына ҙур өмөт бағлайҙар. Быйыл ул 1000 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Улар һәйбәт ҡышлаған. Хәҙер иң мөһиме - ашлама индереү. Был маҡсатҡа 90т аммиак селитраһы һатып алынған. «Минералка» хәҙер бик ҡиммәткә төшә - һәр кем дә һатып ала алмай. Уларҙы һатып алғанда сығымдың яртыһын хөкүмәт субсидия төрөндә ҡайтара, әлбиттә, әммә аҡса бөгөндән һәм хәтһеҙ кәрәк. Шуға күрә бер нисә хужалыҡ был маҡсатҡа кредит ала, ҡайһы берҙәре ашламанан бөтөнләй баш тарта, ә баҫыуҙарҙың уңдырышлылығы шуға ла йылдан-йыл кәмей. - Тракторҙар әҙер, техник тикшереү үттек.
Яғыулыҡ сәсеү үткәрергә лә, мал аҙығы әҙерләргә лә етә. Кадрҙарға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, - тип дауам итә белгес. - Беҙҙә ышаныслы, тикшерелгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ошо көндәрҙә барыһы ла хәүефһеҙлек техникаһы буйынса уҡыу үтте. Ошо темаға Өфө ҡалаһынан саҡырылған белгестәр лекция уҡыны. Ҡырҡҡа яҡын хеҙмәтсән медицина тикшереү үтте. Сәсеү миҙгеленә тулыһынса әҙербеҙ тип ҙур ышаныс менән әйтә алам, орлоҡтарҙы ғына ағыуларға ҡалды. Тимерғәли Дәүләтшин менән Шамил Вәлиев (һүрәттә) тейешле һаҡлыҡ саралары менән ҡоралланып,
беҙ хужалыҡҡа барған көндө орлоҡтарҙы ағыуларға әҙерләнә ине. Бер аҙҙан уларға өлкән оператор Рәзил Камалетдинов ҡушылды. Был командаға 500 тонна орлоҡ ағыуларға кәрәк. Яртыһынан күбеһе - бойҙай, ҡалғаны борсаҡ, һоло, арпа. ПС-20 орлоҡто ағыулау агрегатын икенсе йыл ҡулланалар. Механизм ҡатмарлы түгел, эште дөрөҫ ойошторғанда, машина автоматик рәүештә сәғәтенә 20 тонна орлоҡ эшкәртә ала. Аграрийҙарҙың сәсеү миҙгеленә әҙерлеген яҙғы баҫыу баһалаясаҡ. «Заря» йәмғиәте эшсәндәре һәйбәт һөҙөмтә күрһәтер тип ышанабыҙ.
Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.